13.11.2010 Елер әле «Толпар»...
Өфөнөң Рәсәй йәштәр хоккей лигаһында сығыш яһаусы «Толпар» командаһы уҙған ял көндәрендә Тольяттиҙа урындағы «Ладья» хоккейсылары менән ике осрашыу үткәргәйне. Тәүгеһендә Александр Семактың тәрбиәләнеүселәре хужаларҙы 6:0 иҫәбенә отһа, икенсеһендә 7:2 иҫәбенә еңде. 22 турҙан һуң «Толпар» 40 мәрәй менән турнир таблицаһының 10 – 12-се урындарын бүлешә.
Был бик насар күрһәткес түгел. Сөнки үҙ дивизионында (ә беренселектә 7-шәр клубтан торған дүрт дивизион сығыш яһай) улар өсөнсө урында килә.
Киләһе осрашыуҙарын «Толпар»ҙар 15 ноябрҙә үҙ майҙанында Ырымбурҙың «Белые тигры» үҫмерҙәре менән уҙғарасаҡ.