«Йәшлек» гәзите » Спорт » Көн дә төшөндә трамплиндан һикерә



08.11.2013 Көн дә төшөндә трамплиндан һикерә

Көн дә төшөндә трамплиндан һикерәйәки Саңғыла трамплиндан һикереүҙә әлегә тиклем беҙҙең илдән берҙән-бер Олимпия чемпионы Владимир Белоусов хыялы менән йәшәй
Сираттағы Ҡышҡы Олимпия уйындары 1964 йылда Австрияла уҙа. СССР спортсылары йәнә уңышлы сығыш яһап, 11 алтын, 8 көмөш һәм 6 бронза миҙал менән командалар беренселегендә өс уйында рәттән алдынғылыҡты бирмәй. Биатлон буйынса Владимир Меланьин, саңғыла йүгереүҙән Клавдия Боярских хатта өс тапҡыр юғары подиумға күтәрелә. Хоккейҙан СССР йыйылма командаһы бынан дүрт йыл элекке уңышһыҙ сығышынан һуң йәнә беренсе урынға сыға. Конькиҙа фигуралы шыуыуҙан Людмила Белоусова менән Олег Протопопов парлы шыуыуҙа Олимпия чемпионы исеменә лайыҡ була. Конькиҙа йүгереүҙән Лидия Скобликова, дүрт дистанцияла ла еңеп, абсолют чемпион исемен яулай.
Сираттағы Ҡышҡы Олимпия уйындары Францияла үтә. Бында иһә, ниһайәт, Норвегия спортсылары, еңелеү белмәҫ СССР вәкилдәрен уҙып, команда беренселегендә еңеү байрам итә. Беҙҙекеләр, биш алтын, биш көмөш һәм өс бронза миҙал яулап, икенсе урында ҡала. Конькиҙа йүгереүҙән Людмила Титова, биатлон эстафета командаһы, хоккейсылар, конькиҙа фигуралы шыуыуҙа йәнә Людмила Белоусова менән Олег Протопопов һәм тәүгә (әлегә тиклем һуңғы тапҡыр) саңғыла трамплиндан һикереүҙә Владимир Белоусов юғары уңышҡа өлгәшә. Был юлы шул төрҙә берҙән-бер еңеүсе булған Владимир Белоусов менән таныштырырға булдыҡ.
Владимир Белоусов 1946 йылдың 14 июлендә Ленинград өлкәһенең Пугарево ҡаласығында тыуған. Буласаҡ чемпион 12 йәшенән күнекмәләргә йөрөй. Ул үҙенең ошо шөғөлө хаҡында: «Трамплинға яңылыштан ғына килеп эләктем тиһәм дә була, сөнки бәләкәй саҡта һәр ваҡыт саңғымды һындыра торғайным. Ә атай-әсәйем гел генә саңғы алып бирә алманы. Һәм бер ваҡыт дуҫым миңә трамплин секцияһына яҙылырға тәҡдим итте. Йәнәһе, унда шөғөлләнгән кешеләргә бушлай саңғы бирәләр. Һәм, ысынлап та, шулай булып сыҡты. Берәү түгел, хатта өс саңғы бирҙеләр. Йүгерә торғанын, трамплиндан һикерә торғанын һәм тауҙан шыуа торғанын. Ул мәлдә минән дә бәхетле кеше булмағандыр, моғайын. Берәүһен һындырһам да, запаста тағы икәү бар, тип уйлай торғайным. Тик мәктәптә өлгәшеүемде иҫәпкә алып, атай-әсәйем күнекмәләргә йөрөтмәне. Бер ваҡыт тренерым мине осратты ла, нишләп йөрөмәй­һең, тигәс, мин иртәгәһенә үк саңғыларымды алып күнекмәгә барҙым. Һәм тәүге ярышта уҡ өсөнсө урын алдым. Минән күпкә оҙағыраҡ шөғөлләнеүселәр бөтөнләй артта ҡалды. Ул заманда тағы килеп өлкәнерәктәргә йә иһә оҫтараҡ һикергәндәргә саңғыларҙың матурыраҡтарын бирә инеләр. Сөнки, нисек кенә тимә, был да һөҙөмтәлә ҙур роль уйнай. Бер ваҡыт Томскиҙа булған йыйында бер атаҡлы спортсы аяғын ауырттырып, күнекмәләрҙән ситләштерелде һәм мин тренерҙан уның саңғыһын алып торорға рөхсәт һораным. Тәүге һикереүҙән үк, йығылһам да, 87 метрға остом. Икенсеһендә лә ҡоланым, һөҙөмтә – 89 метр. Ә ул ваҡытта рекорд 86 метр ғына ине», – тип хәтерләй.
Бына шулай беҙҙең спортсыбыҙ трамплиндан һикереүсе булып китә. 1966 йылда уны СССР йыйылма командаһы составына алалар. ЦСКА командаһы өсөн сығыш яһағас, әрмелә ни бары өс көн генә хеҙмәт итә. Олимпия уйындарынан һуң кесе лейтенант званиеһы бирәләр. Олимпиада тигәндән, Володя юғары баҫҡысҡа күтәрелеү хаҡында бөтөнләй хыялланмай. Сөнки 21 йәше генә тулған спортсыға күренмәгән хыялдар асылыр ғына саҡ булып тойола. Ярышта еңеүсе ике трамплин һөҙөмтәһе буйынса билдәләнә. Тәүгеһендә 70 метр бейеклектән Владимир башта 20-се һөҙөмтә генә күрһәтә, икенсе мөмкинлектә һигеҙенсе урын ала. Һәм инде 90 метрлыҡтан ике мөмкинлектән дә бөтәһенән дә алыҫҡараҡ осоп, дөйөм һөҙөмтә буйынса беренсе урынға сыға. Шул уҡ йылда донъя чемпионы исеменә лә лайыҡ була. Уны, ҡәҙерле ҡунаҡ булараҡ, төрлө йыйындар­ға саҡыралар. Тик Комму­нистар партияһы ағзаһы бул­маған­ға күрә йәш спортсы хаҡында гәзит биттәрендә мәҡәләләр баҫылмай. Юғарынан күрһәтмә була, күрәһең. Шулай ҙа уйындарҙан һуң, башҡаларға кеүек үк, уға ла фатир бирәләр. Маши­налы ла була. Еңгәне өсөн 2 мең 200 һум аҡса менән бүләкләйҙәр. Ә ав­томобиль ул заманда 5 мең 600 һум тора, Владимир бурысҡа батып, машина һатып ала. Фатирлы, машиналы була, әммә ҡәҙерле алтын миҙалынан мәхрүм ҡала. Уның йәшәгән йортона бурҙар төшөп, бөтә ҡиммәтле әйберҙәрен урлайҙар. Миҙалы ла юғала. Әле лә уның табылырына өмөтләнеп йәшәй.
Уйындарҙан һуң Владимир Белоусовты башҡа сит илдәр ҙә үҙҙәренә саҡырып маташа, әммә ул яратҡан төйәгенән айырылмай, әле лә шунда йәшәп ята.
Олимпия «алтын»ынан тыш, шул йылда Норвегияла уҙған рәсми булмаған донъя беренселегендә еңеүсе була. Икенсе төрлө атағанда, Норвегия короленең кубогына ике тапҡыр эйә була. Совет спортсыһына Норвегияның милли геройы исеме бирелә. Бындай баһаға лайыҡ булған кешеләр һуңғы 150 йылда тик өсәү генә.
Тик өмөтлө спортсы өсөн көтмәгәндә ишектәр ябыла. Уны сираттағы Олимпия уйындарынан ситләштерәләр. Уйындар алдынан Белоусовҡа ҡултамға ҡуйырға тип ике ҡағыҙ тотторалар. Йәнәһе, уны чемпион итеүгә фәлән һәм фәлән кеше ҙур көс һалды, тип яҙылған була. Ғүмерендә лә ишетеп күрмәгән кешеләр өсөн ул ҡултамға ҡуйыуҙан баш тарта һәм иртәгәһенә үк йыйылма командаға индерелмәй ҡала. Был хәлдән һуң Владимир Белоусов спорттан китә һәм, хәрби званиелы кеше булараҡ, 25 йыл буйы әрмелә хеҙмәт итә. Шунан хаҡлы ялға сыға. Ул әлегә тиклем тормошҡа ашыра алмаған уй-хыялдары менән йәшәй. Төшөндә лә трамплиндан һикерә. Бына шулай өмөтлө спортсы, Олимпия уйындары чемпионы Владимир Белоусов әлегә тиклем Рәсәйҙән берҙән-бер еңеүсе булып ҡала.

Н. ТИМЕРОВ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға