16.11.2010 Футбол стадионыбыҙ буласаҡ
Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов футболды республиканың физик культура һәм спорт донъяһында өҫтөнлөклө йүнәлеш тип билдәләне. Шуға ла БР йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Александр Никериндың: «Башҡортостанда футбол эраһы башлана», – тип әйтеүендә хаҡлыҡ бар. Халыҡ, ысынлап та, футболды бик ярата, спорттың был төрө менән олоһо ла, кесеһе лә шөғөлләнә. Әлбиттә, был урында һүҙҙең профессиональ спорт хаҡында бармауын билдәләргә кәрәк.
Яңыраҡ Өфөлә Башҡортостан Республикаһы футбол һәм мини-футбол федерацияһының отчет-һайлау конференцияһы үтте. Хәҙер федерацияны Шамил Ғәзизов етәкләйәсәк. Ойошма алдына ҡуйылған маҡсат – беҙҙә футболды үҫтереү һәм, әлбиттә, был спорт йүнәлешендә ҙур уңыштарға өлгәшеү. Ә бөгөн Өфө футбол командаһы менән маҡтана алмай. Дөрөҫөн генә әйткәндә, халҡы миллионға еткән ҡалалар араһынан Өфө мегаполисы ғына лайыҡлы кимәлдә эшләгән футбол командаһын күрһәтеү бәхетенән мәхрүм. ҡыҫҡаһы, бөгөн Башҡортостан футболының хәле шәптән түгел.
Отчет-һайлау сараһында билдәләүҙәренсә, футбол лайыҡлы кимәлдә үҫешһен өсөн был спорт төрөнә инвесторҙарҙы йәлеп итеүҙән дә уңышлыраҡ юл юҡ. Бөгөн Рәсәй Федерацияһының бөтә лайыҡлы спорт командалары ла титуллы бағыусыларға эйә.
Хәҙер беҙҙә лә эштәр яйлана төштө – байтаҡ инвестор Башҡортостан футболына ярҙам итергә әҙер. Был иғтибар футбол хужалығын, футбол эшен үҫтереү өсөн инвестиция пакеты әҙерләү мөмкинлеге бирәсәк. Александр Никерин да сығышында төбәктә футболды үҫтереү өсөн бергәләп эшләргә, был йүнәлешкә ҙур иғтибар бирергә кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Беренсенән, Өфөгә 30 – 35 мең тамашасыны һыйҙырырлыҡ заманса стадион кәрәк. Махсус төҙөлгән комиссия буласаҡ стадион өсөн урын ҡараған да инде – ул Башҡорт дәүләт университетынан алыҫ булмаған ерҙә, Салауат Юлаев һәйкәле янындараҡ буласаҡ тип көтөлә. Әлбиттә, был әлегә рәсми раҫланған урын түгел. Шулай ҙа тап милли батырыбыҙға ҡуйылған һәйкәл янында футбол стадионының төҙөлөүе ихтимал. Быға тиклем үк эшләгән «Нефтселәр», «Гастелло», «Төҙөүселәр» стадиондарын реконструкциялауҙары ла мөмкин. Шуныһын ғына икеләнмәй әйтергә була – Өфөлә футбол стадионы мотлаҡ буласаҡ!
Л. СОЛТАНОВА.