«Йәшлек» гәзите » Спорт » Һигеҙ уйында – 19 мәрәй



25.10.2013 Һигеҙ уйында – 19 мәрәй

КХЛ беренселегенең сираттағы осрашыу­ҙарын “Салауат Юлаев” командаһы тик Көнбайыш конференцияһы клубтары менән уҙғарҙы.
Һигеҙ уйында 19 мәрәй яулап, ҙур һөҙөмтәгә өлгәште. Ҡунаҡта ЦСКА-ға төп ваҡытта еңелгәс, “Слован” уйынсыларына буллит серияһында ғына еңелә, ҡалған алты осрашыуҙа тик еңеү бәхетен кисерә. Улар, Риганың “Динамо”һын, “Лев”ты, “Локо­мотив”ты, “Северсталь”де, СКА-ны һәм яңыраҡ “Атлант” командаһын да еңеп, дөйөм 39 мәрәй менән Көнсығыщ конференцияһының өсөнсө баҫҡысында нығынды. Иҫәп күрһәткесе лә ҡыуандыра. Ошо һуңғы һигеҙ осрашыуҙа дәғүәсенең ҡапҡаһына 21 шайба индереп, үҙенә 9-ын үткәрә.
Ғөмүмән, команда уйыны күренә башланы. Һәр звено ла уйын аҙағынаса тырыша. Бигерәк тә ваҡытлыса капитан бурысын үтәгән үҙебеҙҙең тәрбиәләнеүсебеҙ Денис Хлыс­товтың иптәштәрен алға әйҙәүе киләсәккә өмөт уята. Уны өфөләрҙең баш тренеры Владимир Юрзиков та айырым билдәләп үтте. Шулай уҡ Өфө хоккей мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Александр Панковтың да тырышлығы эҙһеҙ ҡалманы. Ул биш осрашыу рәттән дәғүәселәр ҡапҡаһына гол индермәй ҡалмай. Антти Пильстрем, ниһайәт, үҙ уйынын табып бара. Әлеге һуңғы осрашыуҙа, үҙенең тыуған көнөнә бүләк яһап, кәрәкле голды индерҙе.
Шулай итеп, юлаевсылар үҙ боҙондағы уңышлы уйындарынан һуң дүрт осрашыуҙан торған сәфәргә сыға. Улар Көнсығыштың “Автомобилист”, “Югра”, “Авангард” һәм “Барыҫ” уйынсылары менән сәкәләшәсәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға