18.10.2013 ҙур спорт тирәләй
Юлаевсылар словактарға өмөт итә
«Салауат Юлаев» командаһы дүрт осрашыуҙан торған ситтәге ауыр сәфәрҙән һуң «Локомотив» хоккейсыларын үҙ боҙонда ҡабул итте.
Уйын, белеүегеҙсә, юлаевсылар файҙаһына 3:1 иҫәбенә тамамланды. Әлеге бәйгелә өфөләр составында «йондоҙ»ҙар иҫәбендәге һаҡсы Антон Бабчук менән «электроник» ‒ Анти Пильстрем уңышҡа өлгәшеп, үҙҙәренең командаға әле кәрәклеген иҫбатланы. Сөнки быға тиклем ҡайһы бер үҙәк матбуғат саралары уларҙың икеһенең дә юлаевсыларҙан китеүе хаҡында хәбәр таратҡайны. Юҡ, һүҙҙәр дөрөҫкә барып сыҡманы. Улар беҙҙә уйнаясаҡ. Ә бына Стефан Ружичка юлаевсылар составында үҙ уйынын таба алмай, Милош Ржиганың «Авангард»ына һыйынды. Дөрөҫөрәге, уны «Авангард» клубында шулай уҡ уйнап китә алмаған Словакия легионеры Томаш Заборскиға алмаштырҙылар. 25 йәшлек һөжүмсе заманында АҠШ-тың түбәнге лигаһында өс миҙгел үткәреп өлгөрә.
Шулай итеп, «Салауат Юлаев» командаһы миҙгел барышында үҙгәрештәр кисереп, кәрәкле мәрәйҙәр яулап, Көнсығыш конференцияһының дүртенсе баҫҡысына үрләне. Юғарыла – «Аҡ барс» (35 мәрәй). Өфөләр уларҙан биш мәрәйгә ҡалыша. «Барыҫ» (34 мәрәй) – икенсе, өсөнсөлә – «Металлург» (Мг.) (31 мәрәй). Көнбайыштан СКА клубы барыһын да пыран-заран килтерә. Был юлы улар «Трактор»ҙы «һүтеп» ырғытты. Иҫәп – 7:0. Мәскәүҙең «Динамо»һы ла уларҙан ҡалышмай.
Килде был көн!
Булды, булды, ниһайәт, 12 йылдан һуң Рәсәй йыйылма командаһы Бразилияла үтәсәк футбол буйынса донъя беренселегенә путевка яуланы.
Һуңғы төркөм уйынында чемпионатҡа эләгеү өсөн әллә ни әһәмиәтле булмаған осрашыуҙа улар Әзербайжан уйынсылары менән 1:1 иҫәбенә уйнап, төп бәйгегә беренсе урындан сыҡты. Беҙҙең төп дәғүәсебеҙ – Португалия командаһы шулай уҡ һуңғы осрашыуҙа Люксембург командаһын ниндәй генә иҫәпкә еңеүенә ҡарамаҫтан, Фабио Капеллоның тәрбиәләнеүселәренән бер мәрәйгә ҡалып, төркөмдә икенсе урын алды һәм ҡалған дүрт путевка өсөн көрәшәсәк әле. Сөнки улар быға тиклем Израиль футболсылары менән 1:1 иҫәбенә уйнап, булған мөмкинлеген ҡулынан ысҡындырҙы.
Шулай итеп, Рәсәй футболсылары, Европаның башҡа төркөм еңеүселәре менән бер рәттән, Бразилияға барыу хоҡуғына иреште. Улар араһында Бельгия, Италия, Германия, Голландия, Швейцария, Англия, Испания һәм үҙ тарихында тәүгә путевка яулаған Босния һәм Герцеговина командалары ла бар. Ә инде ҡалған дүрт бәхетле урын өсөн үҙ төркөмдәрендә икенсе урын алған һигеҙ команда үҙ-ара осрашыуҙарҙа уйнаясаҡ. Португалия, Греция, Хорватия, Украина, Франция, Швеция, Румыния һәм Исландия футболсылары йәрәбә үткәндән һуң үҙ дәғүәселәрен белеп, үҙ-ара ике уйын һөҙөмтәһе буйынса еңеүсеһен асыҡлаясаҡ. Ә бына Европаның туғыҙынсы төркөмөндә шулай уҡ икенсе урынға сыҡҡан Дания уйынсылары дөйөм һөҙөмтәһе буйынса көслө һигеҙ команда исемлегенә инә алмай, артабан көрәшеүҙән мәхрүм ҡалды.
Европа еңеүселәренән тыш, Бразилияға путевканы АҠШ, Коста-Рика, Гондурас, Аргентина, Колумбия, Чили, Эквадор командалары ла яуланы.
Капеллоға ышаналар
Рәсәй футболсыларының уңышынан һуң Рәсәйҙең спорт министры Виталий Мутко, Италия белгесе Фабио Капеллоның эшен баһалап, уның менән килешеүҙе 2018 йылға тиклем оҙайтырға булды.
Капелло беҙгә баш тренер булып 2012 йылдың йәйендә килгәйне. Уға илебеҙ командаһының донъя беренселегенә эләгеүен маҡсат итеп ҡуйғайнылар. Маҡсатына иреште, һәм Рәсәйҙә үтәсәк киләһе донъя беренселегенә тиклем уны беҙҙә ҡалдырыуҙы хуп күрҙеләр. Ашыҡмаһалар ярар ине, сөнки Бразилияға путевканы яулау – бер эш, ә унда оятҡа ҡалмаһаҡ ярай ҙа… Быны ла күҙ уңында тотһалар ине.
«Өфө» маҡсатына ирешмәксе…
«Өфө» футболсылары чемпионат аутсайдеры – «Ангушт» командаһын көскә 2:1 иҫәбенә еңеп, лидерҙар рәтенә һыйыныуын дауам итте.
Хәҙер улар, 29 мәрәй менән беренсе урында килеүсе «Мордовия» клубынан ете мәрәйгә ҡалышып, турнир таблицаһының бишенсе баҫҡысында урынлашҡан. Ә инде өсөнсө урында килеүсе «Шинник»тан бары ике мәрәйгә ҡалыша. Бөгөн улар тағы бер артта һөйрәлеүсе – «Нефтехимик» командаһы менән уның яланында уйнай.