«Йәшлек» гәзите » Спорт » Олимпиада уты тоҡанды



04.10.2013 Олимпиада уты тоҡанды

Грецияла Сочиҙағы XXII ҡышҡы Олимпия уйындары утын тоҡандырыу тантанаһы үтте.
Тантана 29 сентябрҙә Грецияның Элида өлкәһендәге ауылда, Гера алиһәнең боронғо ҡорамы янында үтте. Олимпия утын ҡабыҙыусы баш жрица образын һынландырҙы. Бер аҙнала Грецияның 33 ҡалаһы һәм 23 өлкәһе аша Олимпия утын 250 факел йөрөтөүсе алып барасаҡ. Бөтәһе 2000 саҡрым юл үтеләсәк.
Олимпия утын йөрөтөүсе беренсе Рәсәй кешеһе ике тапҡыр донъя чемпионы, Рәсәй хоккейсыһы һәм «Сочи – 2014» илсеһе Александр Овечкин булды.
Артабан факел махсус рейс менән Мәскәүгә килтерелеп, ил тарихында иң ҙур эстафета башланасаҡ. Олимпия уты баш ҡалала 7 октябрҙә юлын башлай. Эста­фетаны илдең 150 миллионлап кешеһе тамаша ҡыла һәм ҡатнаша ала.
Олимпия уты автомобилдә, поезда, самолетта, ат һәм бо­ландар­ҙа 65 мең километр юл үтәсәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға