«Йәшлек» гәзите » Спорт » Өфөгә Көнсығыштың лидеры килә



27.09.2013 Өфөгә Көнсығыштың лидеры килә

«Салауат Юлаев» хоккейсылары бөгөн үҙ боҙонда уйнай.
Беҙгә ҡунаҡҡа Көнсығыш конференцияһы лидерҙарының береһе – Түбәнге Каманың «Нефтехимик» командаһы килә. Әлеге дәғүәсе, һигеҙ осрашыуҙа алты еңеү яулап, 17 мәрәй менән «Барыҫ»тан бер генә мәрәйгә ҡалып, икенсе урында килә. Хужалар иһә 13 мәрәй яулап, үҙ конференцияһында – алтынсы.
Дөйөм таблицаға килгәндә, әлегә өс команданың – «Слован», «Адмирал» һәм «Амур» уйынсылары төп ваҡытта еңеү шатлығын кисергәне булманы. Уҙған аҙналағы ике отставканан һуң «Локомотив» клубы етәкселеге лә АҠШ белгесенән баш тартты. Хәҙер уның урынына билдәле Рәсәй тренеры Петр Воробьевты алдылар.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға