«Йәшлек» гәзите » Спорт » Олег Сапрыкин:«Атайым булышлыҡ итмәһә, хоккейсы булмаҫ инем»



21.08.2010 Олег Сапрыкин:«Атайым булышлыҡ итмәһә, хоккейсы булмаҫ инем»

«Мин – юлаевсы ...» рубрикаһын дауам итеп, беҙ быйылғы миҙгелдә составты тулыландыр­ған яңы уйынсыларҙан башларға булдыҡ. Ул – Олег Сапрыкин.
Олег Сапрыкин 1981 йылдың 12 февралендә Мәскәүҙә тыуған. ЦСКА хоккей мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе, 16 йәшенән төп команда составында сығыш яһай башлай. Үҫмер сағында уҡ Көнбайыш хоккей лигаһының «Сиэтл» клубына китеп, унда ике миҙгел уйнай. 114 уйында 77 гол индереп, 82 тапҡыр уңышҡа ирешә. Һуңынан НХЛ-дың «Калгари» командаһында сығыш яһай башлай. 2003 йылда Сапрыкинды Рәсәй йыйылма командаһына саҡыралар. НХЛ-дағы локаут ваҡытында Рәсәйгә ҡайтып, туған клубына ярҙамға килә. Унан һуң «Финикс»ҡа әйләнеп ҡайта. Унда йыл ярым сығыш яһағас, «Оттава» клубына алмаштырыла. Яңы командала төп урын йүнләп бирелмәгәс, ЦСКА-ға әйләнеп ҡайта һәм уның менән өс йылға контракт төҙөй. Һуңғы миҙгелдә СКА-ла уйнай. Олег Рәсәй йыйылма командаһы составында 2009 йылда донъя чемпионы исемен яулай. Ике тапҡыр Стэнли кубогы өсөн финалда ла сығыш яһай. «Салауат Юлаев» командаһы менән өс йылға контракт төҙөгән.
Олег Сапрыкин:«Атайым булышлыҡ итмәһә, хоккейсы булмаҫ инем»
Олег – ЦСКА һәм «Спартак» командаларының билдәле ҡапҡа һаҡсыһы Дмитрий Сапрыкиндың улы. Атаһы үткән быуаттың 80-се йылдарында Игорь Ларионов, Вячеслав Фетисов һәм башҡа билдәле уйынсылар менән сығыш яһаған. Әлбиттә, һәр ғаилә башлығы кеүек, өлкән Сапрыкин да улының үҙенең юлынан китеүен теләй. Һәм бәләкәйҙән үк спортҡа һөйөү уята. Уны һәр ваҡыт ҡапҡаға ҡуйып, күнекмәләр уҙғара. Бәләкәй Сапрыкин һынатмай, һиҙгерлеге менән атаһының шөғөлөн үҙ итергә тырыша. Шайба ҡыуалағанда уның етеҙлеге, эшен еренә еткереүе атаһын уйға һала һәм ул малайын һөжүмсе итеп күҙалларға була. Тик үҙе хоккейҙан арына алмағас, улына ваҡыты етеңкерәмәй башлай. Аптырап, Олегты фигуралы шыуыу секцияһына биреп ҡарай. Унда ла малай һынатмай. Тренерҙар кесе Сапрыкинға киләсәктә ҙур өмөттәр бағларға ла өлгөрә. Шулай ҙа Олег:
– Атай, һин бит хоккейсы, нишләп мин дә хоккейсы булырға тейеш түгел һуң? – тигәс, атаһы бик иртә, 31 йәшендә яратҡан шөғөлөн ҡалдырып, иғтибарын улына йүнәлтергә була һәм Олегты хоккей мәктәбенә алып бара. Шулай уҡ Олегтың футболсы булырға ла бар мөмкинлектәре була. Улар йәшәгән урамда билдәле футболсы Сергей Родионов йәшәй һәм улар бергәләп футбол тубын ҡыуалай. Футбол секцияһына саҡыра башлай­ҙар. Әммә хоккей үҙенекен итә.
– Бәләкәй саҡта атайым ҡайһы командала уйнай, шулар өсөн «ауырый» торғайным, – тип хәтерләй Олег. – Әммә ЦСКА клубы миңә ҡәҙерлерәк. Бында бала сағым үтте. Мин көндәр буйы унан ҡайтмай торғайным. Әгәр атайым шул ваҡытта булышлыҡ итмәһә, белмәйем, хоккейсы була алмаҫ инем, моғайын.
Ҙурая бара, ата-әсәһе улдарының НХЛ-да уйнауын хуп күрә. Сөнки ул ваҡытта Рәсәйҙә хоккей уйыны һүлпәнәйә башлай, ә Америкала ҙур үҫеш ала. Һәм 17 йәше тулмаҫ борон Олег АҡШ-тың Көнбайыш хоккей лигаһына – «Сиэтл» клубына юллана. Һәм бушҡа түгел. Ул шунда уҡ команда составына инеп китеп, уның көслө һөжүмсеһенә әйләнә. Көйәрмәндәрҙең кумиры булып китә. Унда үҫмерҙәр уйнауына ҡарамаҫтан, һәр уйынға 8 – 10-ар мең халыҡ йыйылып, мауыҡтырғыс бәйгене күҙәтә.
Олег Сапрыкин:«Атайым булышлыҡ итмәһә, хоккейсы булмаҫ инем»
– Әлбиттә, башлауы ауыр булды, – тип хәтерләй Олег. – Телде белмәү ҙә башта ҙур ҡыйынлыҡтар тыуҙырҙы. Яңғыҙ булһаң, бигерәк тә ауыр. «Сиэтл»да миңә Джимми Поллок (ул уҙған миҙгелдә ЦСКА өсөн сығыш яһаны), Скотт Келман, Бен Клаймер кеүек яҡшы уйынсылар менән бергә сығыш яһарға тура килде. Һуңғыһы «Тампы» командаһы составында Стэнли кубогын яуланы.
Ике миҙгел түбәнге лигала сығыш яһауыма һис бер үкенмәйем. Унда мин күпкә өйрәндем. Шулай ҙа «Калгари» өсөн төп составта дүрт осрашыу үткәрергә насип булды. Ул ваҡытта миңә бары 19 йәш ине. Ныҡ иҫтә уйылып ҡалды ул осор. Мин хатта бер гол индереүҙә лә булышлыҡ иттем. Һуңынан инде төп составта нығынып алғас, эштәр әҙерәк яйға һалынып китте. Яҡташтарым да барлыҡҡа килде. Ул мәлдә «Калгари» составында күптән билдәле Өфө хоккей мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Игорь Кравчук һәм Валерий Буре сығыш яһаған була. Шулай уҡ Андрей Назаров та абруйлы хоккейсы булып иҫәпләнә. Шуға күрә улар янында миңә рәхәт ине. Улар һәр яҡлап ярҙам ҡулы һуҙҙы. Бигерәк тә боҙ майҙанына сыҡҡанда Назаров менән уйнауы еңел ине. Сөнки ул команданың тафгайы булып һаналды. Тафгай һуғыш суҡмары тигәнде аңлата. Шуға күрә уның менән уйынға сыҡһаң, бер кемдән ҡурҡмай кинәнеп уйнайһың. Ә бит ҡарап тороуға Андрейҙа бер ниндәй һуғыш суҡмарының ҡиәфәте юҡ. Ул ябай, итәғәтле кеше. Ә бына билдәле тафгай Кшиштоф Олив, ысынлап та, һуғыш суҡмары. Уның һымаҡтар бөтә лигала бармаҡ менән һанарлыҡ ҡына. Миңә уның менән дә уйнарға тура килде. Шулай уҡ Жорж Ларак менән дә юлдар киҫеште. Улар икеһе лә – ысын мәғәнәһендә тафгайҙар. «Калгари»ҙа Джеро Игинл менән дә уйнауы үҙе бер кинәнес булды. Уны мин НХЛ-дың иң көслө уйынсыларының береһе тип һанайым. Тик барыбер ҙә Павел Буреға етеүсе юҡтыр әлегә. Шулай уҡ командала ғөрөф-ғәҙәттәре менән башҡа төрлө уйынсылар менән дә уйнарға тура килде. Әйтәйек, Яркко Рутто. Ғәләмәт ҡыҙыҡ кеше булды. Уның уйнау стиле башҡаларҙыҡына оҡшаш булманы. Дөрөҫөрәге, боҙ буйлап йүгереп, дәғүәсене аяҡтан йығыу уның төп ысулы булып һаналды.
НХЛ-дан киткәнемә үкенмәйем. Хәҙер бит беҙҙә лә хоккей киң үҫеш алды. Аҡсаһын да һәйбәт түләйҙәр. Туғандарың, дуҫтарың да эргәңдә. Шул уҡ яҡшы ҡәһүәне хәҙер Рәсәйҙә лә эсергә була. Тик шуныһы үкенесле, Америкала минең өйөм ҡалды.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға