31.05.2013 Өфөлә “аҡтар” һәм “ҡаралар” алышасаҡ
Кем шашка буйынса донъя чемпионы булыр?
2 – 19 июндә Өфөлә шашка буйынса үтәсәк халыҡ-ара чемпионатта 24 илдән 40 спортсы ҡатнашасаҡ. Улар Европа, Азия, Африка, Көньяҡ һәм Төньяҡ Америка чемпионаттарының һайлап алыу турында еңеү яулаған.
Ҡатнашыусылар араһында донъя чемпионы Александр Георгиев, күп тапҡыр донъя чемпионы исемен яулаған Александр Шварцман менән Алексей Чижов бар.
Ярыштар “Йәшел сауҡалыҡ” шифаханаһының “Европа” залында үтәсәк. Бынан тыш, Өфө балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәптәре тәрбиәселәре өсөн мастер-кластар ойоштороласаҡ.
Г. ЯХИНА.