«Йәшлек» гәзите » Спорт » ҙур спорт тирәләй



17.05.2013 ҙур спорт тирәләй

КХЛ Пан Ржигаһыҙ йәшәй алмай
ҙур спорт тирәләй
КХЛ клубтары етәкселеге, уйынсылар менән бер рәттән, баш тренерҙарҙы алмаштырҙы.
Әйтәйек, Магнитого­р­скиҙың «Метал­лург»ы уҙған миҙгелдәге уңыш­һыҙ сығышынан һуң Кана­данан килгән белгесте икенсеһенә алмаштырҙы. Хәҙер уларға йәнә бер билдәле тренер – Майк Кинэн килде. Шулай уҡ «Барыҫ» командаһы ла сит ил белгесенә мөрәжәғәт иткән. Нишләйһең, КХЛ пан Ржигаһыҙ йәшәй алмай, ахыры. Билдәле белгес киләһе миҙгелдән Ҡаҙағстан клубын етәкләйәсәк.
«Өфө» алтынсы баҫҡысҡа күтәрелде

Футбол буйынса юғары лига командалары 32-се турын уҙғарҙы.
Премьер-лиганы төп маҡсат итеп ҡуйған «Өфө» клубы үҙ майҙанында чемпионат аутсайдерҙарының береһе − «Металлург − Кузбасс» уйынсыларын ҡабул итте. Иҫәп тә шул хаҡта һөйләйҙер. Cөнки хужалар, ҡунаҡтар ҡапҡаһына ике яуапһыҙ туп индереп, өс мәрәй яуланы. Хәҙер «Өфө»ләр 44 мәрәй менән турнир таблицаһының алтынсы баҫҡысына күтәрелде. Киләһе уйынын улар лидерҙарҙың береһе – «СКА-Энергия» командаһы менән хужаларҙың яланында уҙғарасаҡ.

«Урал» – Рәсәй беренселегенең көмөш миҙал призеры

Өфөнөң «Урал» волейболсылары үҙ тарихында башлап Рәсәй беренселегенең финалына сығып, лайыҡлы рәүештә сығыш яһап, күпкә тәжрибәлерәк «Бело­горье» командаһынан отолоп, көмөш миҙал яуланы.
Унда ла улар һигеҙенсе тапҡыр чемпион булған Белгород клубына үҙен еңел генә еңергә бирмәй.
Шулай итеп, Анджиолино Фригониҙың тәрбиәләнеүселәре быйылғы миҙгелдә ике ҙур турнирҙың финалында уйнап, ҙур уңыш ҡаҙанды.

«Зенит»тың хәле етмәҫ, ахырыһы

Рәсәй Премьер-лига командаларына ла беренселек тамамланыуға ике генә тур ҡалды.
Чемпионат лидеры − ЦСКА футболсылары уҙған турҙа «Локомотив»ты 4:1 иҫәбенә отоп, ике тур алдынан икенсе урында килеүсе «Зенит» клубынан биш мәрәйгә өҫтөнлөк итеп, үҙҙәрен тыныс тотһа ла була. Сөнки ике йыл рәттән Рәсәй чемпионы булған Санкт-Петербург уйынсылары «Ростов» менән 1:1 иҫәбенә уйнап, хәлен мөшкөләйтте. Хәҙер Леонид Слуцкийҙың тәрбиәләнеүселәренә чемпион булыр өсөн бер еңеү ҙә етә. Ә бына өсөнсө урын өсөн көрәш буласаҡ әле. Уға хатта дүрт команда дәғүә итә. Өсөнсө баҫҡыста килеүсе «Анжи» иҫәбендә 50 мәрәй булһа, «Динамо», «Рубин» һәм «Кубань», 47-шәр мәрәй яулап, 4 − 6-сы урындарҙы бүлешә. «Спартак» командаһы был юлы миҙал­һыҙ ҡаласаҡ. Уҙған миҙгелдәге көмөш миҙал призеры уҙған турҙа «Крылья Советов» менән 1:1 иҫәбенә уйнап, 45 мәрәй менән көрәштән төшөп ҡалды. Ә инде аутсайдерҙарға килгәндә, «Мордовия» менән «Алания» командалары киләһе миҙгелдән беренселекте түбәнге лигала башлаясаҡ.

Рәсәй йәнә АҠШ-ҡа һынау тота

Хоккей буйынса донъя беренселегенең төркөм уйындары тамамланды.
Алда плей-офф осрашыуҙары көтә. Сирекфиналға, Рәсәй йыйылма командаһынан тыш, Канада, АҠШ, Чехия, Швеция, Словакия, Финляндия һәм Швейцария командалары сыҡты. Зиннәтулла Билалетдиновтың тәрбиәләнеүселәре ярымфиналға сығыр өсөн АҠШ хоккейсылары менән сәкәләшәсәк. Ошо пар еңеүсеһе ярымфиналда йә Финляндия, йә Словакия уйынсылары менән осрашасаҡ. Ҡалған сирекфиналда Швейцария менән Чехия уйнаһа, икенсеһендә Канада менән Швеция командалары көс һынашасаҡ.
Беҙҙең дәғүәсегә килгәндә, Рәсәй уйынсылары АҠШ менән төркөм бәйгеһендә осрашып, уларҙы 5:3 иҫәбенә отҡайны. Шулай уҡ һөжүм линияһын нығытыу ниәтендә НХЛ-дан билдәле хоккейсы Александр Овечкин килде.

КХЛ Пан Ржигаһыҙ йәшәй алмай

КХЛ клубтары етәкселеге, уйынсылар менән бер рәттән, баш тренерҙарҙы алмаштырҙы.
Әйтәйек, Магнитого­р­скиҙың «Метал­лург»ы уҙған миҙгелдәге уңыш­һыҙ сығышынан һуң Кана­данан килгән белгесте икенсеһенә алмаштырҙы. Хәҙер уларға йәнә бер билдәле тренер – Майк Кинэн килде. Шулай уҡ «Барыҫ» командаһы ла сит ил белгесенә мөрәжәғәт иткән. Нишләйһең, КХЛ пан Ржигаһыҙ йәшәй алмай, ахыры. Билдәле белгес киләһе миҙгелдән Ҡаҙағстан клубын етәкләйәсәк.

Алһыу ИШМӨХӘМӘТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға