23.04.2013 Сәләмәтлек көнөн волейбол уйнап ҡаршыланылар
Ғафури районының Бурлы ауыл биләмәһенә ҡараған ауылдарында Яугилде кубогына волейбол ярышы уҙғарыу матур бер йолаға әүерелде. Алтынсы тапҡыр уҙғарылған был спорт байрамында быйыл Бурлы ауыл биләмәһе хакимиәтенә ҡараған ауылдарҙан ете һәм ҡунаҡ сифатында Еҙем-Ҡаран ауыл биләмәһенән Үзбәк ауылы командаһы ҡатнашты.
Спорт байрамы, тим, сөнки ярыш, ысынлап та, Бурлы ауыл биләмәһендә йәшәүсе спорт һөйөүселәр өсөн оло бер байрамға әүерелә. Әйтергә кәрәк, әҙерлек эштәре алдан уҡ башлана: командалар туплана, таныш-белеш, туғандар араһынан көслөрәк уйынсылар йәлеп итеү буйынса эш алып барыла. Ана, Бурлынан Зәйнуллиндарҙың ғаилә командаһын көсәйтеү өсөн Ишембай ҡалаһынан Наил Зәйнуллин да ҡайтып төшкән.
– Турнирҙа ике йыл ҡатнашмағайным, туп һуғыу бер аҙ онотола төшкән. Шулай ҙа бирешмәҫкә иҫәп тотабыҙ, энекәштәр минән байтаҡҡа йәшерәк бит әле. Улар күпкә шәберәк уйнай, – ти Наил Зәйнуллин.
Районда уны Березовка мәктәбенең элекке директоры булараҡ ҡына түгел, оҫта волейболсы булараҡ та беләләр. Шуға ла ағай-энеләре уға ҙур өмөт бағлаған да инде. Әммә уларҙың өмөтө аҡланманы – Зәйнуллиндар былтырғы уңыштарын ҡабатлай алманы. Быға көслө бер уйынсыларының, Зәйнуллиндарҙың кейәүҙәре Рөстәм Сәлимйәновтың, Себерҙә эштә булып ҡалыуы ла сәбәпсе булғандыр. Әммә былар хаҡында һуңғараҡ.
Яугилде кубогы турниры тантаналы шарттарҙа – Башҡортостан Республикаһы Гимны аҫтында ярыш флагын күтәреү менән башланып китте. Спортсылар алдында турнирҙы ойоштороусы, тыуған яғының ысын патриоты, республикабыҙҙың төп баҫмаһы булған ”Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире Ниязбай Сәлимов сығыш яһаны.
– Спорт байрамында дәррәү ҡатнашыуығыҙ өсөн ҙур рәхмәт белдерәм, барығыҙға ла еңеү теләйем. Яугилде кубогына алтынсы тапҡыр уҙғарылған ярыштың Бөтә донъя сәләмәтлек көнө алдынан үтеүе үтә лә әһәмиәтле. Ярышты башлап ойошторғанда ла сәләмәт йәшәү рәүешен, айыҡ тормошто пропагандалауҙы күҙ уңында тоттоҡ һәм был йәһәттән яңылышмағанбыҙҙыр, тип уйлайым. Бөгөнгө ярышҡа ла сәләмәт йәшәү рәүешен үҙ итеүселәр йыйылған һәм уларҙың арта барыуы һөйөнөслө. Ҡатнашыусылар һанының ишәйеүе лә шуға ишара, – тине үҙ сығышында Ниязбай Булатбай улы.
Бурлы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Ренат Хисмәтуллин да яҡташтарына уңыштар, һаулыҡ һәм еңеү теләне. Яугилде мәктәбе һәүәҫкәрҙәре әҙерләгән концерт номерҙары спортсыларға көс-дәрт өҫтәгәндәй булды.
Быйылғы ярышта барлығы һигеҙ команда ҡатнашты һәм улар ике төркөмгә бүленде. Дүрт команда – Яугилде, Бурлы, Ҡормантау ауылдары йәштәре һәм Солтанморатов-Абдуллиндарҙың берләштерелгән командалары – Яугилде мәктәбе спорт залында, ә Үзбәк, Ерек ауылдары йәштәре һәм Бурлы урта мәктәбе һәм Зәйнуллиндар командалары Бурлы урта мәктәбенең спорт залында үҙ-ара көс һынашты. Үҙ төркөмдәрендә тәүге ике урынды алыусы командалар финалда осрашырға тейеш ине. Ярыш бик көсөргәнешле барҙы. Күп кенә партияның 25:23, йә булмаһа, 16:14 иҫәбенә тамамланыуы командаларҙың көсө бер сама булыуы хаҡында һөйләй. Әлбиттә, ныҡлы физик әҙерлекле булыу, көстө дөрөҫ файҙалана белеү ҙә ҙур әһәмиәткә эйә. Көстәрен дөрөҫ файҙалана алмағандар һуңға табан бирешә башланы ла инде. Уйын ҡыҫҡартылған вариантта – ике еңеүгә тиклем дауам итте. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, уйындар бик мауыҡтырғыс һәм көсөргәнешле барҙы. Тәүге төркөмдә – Бурлы һәм Ҡормантау йәштәре, икенсе төркөмдә Үзбәк йәштәре һәм Зәйнуллиндарҙың ғаилә командаһы күберәк мәрәй туплап, финалға сыҡты. Ғаилә командалары араһында быйыл башлап айырым кубок уйнатылғанлыҡтан, был бүләк өсөн Солтанморатов-Абдуллиндарҙың берләштерелгән һәм Бурлынан Зәйнуллиндар командалары үҙ-ара көс һынашты. Әйткәндәй, был кубокты республикабыҙҙың Зәки Вәлиди фонды етәксеһе Әлтәф Ғәйфуллин инселәгәйне. Зәйнуллиндар бер нисә йыл рәттән турнирҙа еңеү яулап килгәнлектән, быйыл да еңер өсөн килгәйнеләр һәм үҙҙәрен ышаныслы тоттолар. Солтанморатовтар ҙа тиҙ генә бирешергә теләмәне. Зәйнуллиндар төп кубок өсөн көрәштә Бурлы йәштәренә ҡаршы уйнап, бер аҙ хәлһеҙләнгәйне булһа кәрәк. Финалға сыҡҡанға тиклем Үзбәк йәштәренә ҡаршы уйнау ҙа үҙен һиҙҙергәндер. Шуға ла уларҙың етеҙлеге, тилберлеге кәмей төшкәйне. Солтанморатовтар ошонан оҫта файҙаланды ла инде. Күп осраҡта улар һуҡҡан тупты Зәйнуллиндар алып өлгөрә алмай ҡалды. Шулай итеп, көсөргәнешле бәйгелә Солтанморатовтар ике партияла ла Зәйнуллиндарҙы еңеүгә өлгәште. Үзбәк менән Ҡормантау йәштәре араһындағы ярыш әллә ни көсөргәнешле булманы. Үзбәктәрҙең күпкә көслөрәк уйнауы баштан уҡ һиҙелде. Һөҙөмтәлә улар ике партияла ла өҫтөнлөклө еңеү яуланы. Үзбәк командаһында уйнаған Рим Рәхимов (Үзбәк мәктәбе директоры), район йыйылма командаһы составында уйнап йөрөүсе Илгиз Рафиҡов, билдәле көрәшсе генә түгел, оҫта волейболсы ла икәнлеген иҫбат итеүсе Винер Халиҡов һөҙөмтәле, матур уйын күрһәтте. Башҡаларға уларҙан күп нәмәгә өйрәнергә була ине. Был йәһәттән ойоштороусылар ҙа үҙ маҡсаттарына өлгәште, йәғни үзбәктәрҙе ҡунаҡ сифатында турнирға саҡырып, уның кимәлен, уйын сифатын күтәреүгә өлгәште.
Былтырғынан айырмалы рәүештә, ысынлап та, турнир байтаҡҡа юғарыраҡ кимәлдә үтте. Быға район советы рәйесе Фаил Зәйнетдиновтың килеүе, финал ярыштарын ҙур кинәнес, оло ҡыҙыҡһыныу менән ҡарап ултырыуы ла булышлыҡ итмәй ҡалмағандыр. Әйткәндәй, Фаил Һәҙиәт улы үҙе лә ҡасандыр Яугилде мәктәбендә белем алған һәм бындағы мөхит уға ят түгел.
Бына тантаналы мәл етә, ярышҡа йомғаҡ яһау өсөн спортсыларҙы теҙелергә саҡыралар. Ярышты ойоштороусы булараҡ, Ниязбай Булатбай улына һүҙ бирелә. Ул спорт байрамын уҙғарыуҙа тос ярҙам күрһәтеүсе эшҡыуар Рәмил Солтанморатовҡа, “Урожай” крәҫтиән хужалығы етәксеһе Нәжип Хисаметдиновҡа, Өфөләге Зәки Вәлиди фонды етәксеһе Әлтәф Ғәйфуллинға, Бурлы һәм Яугилде мәктәптәре коллективтарына (директорҙары Зөһрә Әхтәмова, Рауил Солтанморатов), Бурлы ауыл биләмәһе башлығы Ренат Хисмәтуллинға, шулай уҡ “Бурлы” магазины етәксеһенә һәм Еректән Флүрә Мөхәмәтдиноваға рәхмәт белдерҙе. Һуңынан инде төрлө номинациялар буйынса еңеүселәр билдәләнеп, уларға иҫтәлекле бүләктәр, Маҡтау грамоталары тапшырылды.
– Районда спортты үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелә, теге йәки был спорт төрөн үҫтереүгә өҫтөнлөклө программалар ҡабул ителә. Күренекле яҡташыбыҙ Ниязбай Булатбай улы Сәлимовтың инициативаһы менән ошондай спорт байрамы ойошторолоуы үтә лә ҡыуаныслы хәл. Һәр яҡташыбыҙ ҙа уның кеүек булһа, райондың ижтимағи үҫешенә ҙур ярҙам булыр ине һәм уға район советы һәм район хакимиәте исеменән ҙур рәхмәт белдерәм, ауыр һәм яуаплы эшендә уңыштар теләйем. Ә волейболды үҙ итеүселәргә бер ваҡытта ла спортты ташламауҙарын һәм яңынан-яңы еңеүҙәр теләйем, – тине Фаил Һәҙиәт улы һәм “Иң шәп уйынсы” номинацияһында еңеүсе тип табылған Фәнир Вәлиевҡа (Зәйнулиндар командаһы) үҙ бүләген тапшырҙы.
“Иң шәп һөжүмсе” исеменә Үзбәк командаһынан Илгиз Рафиҡов лайыҡ булды. Башҡа номинацияларға килгәндә, “Иң шәп һаҡсы” тип Радик Солтанморатов (Солтанморатов-Абдуллиндар), “Иң шәп пас биреүсе” исеменә Ленар Зәйнетдинов (Бурлы мәктәбе), “Иң йәш уйынсы” тип Айҙар Абдуллин (Солтанморатов-Абдуллиндар командаһы), “Иң өлкән йәштәге уйынсы” тип Рим Биктимеров (Ҡормантау), “Иң шәп капитан” – Илшат Ғәбдиев (Бурлы), “Иң файҙалы уйынсы” – Денис Садиҡов (Яугилде), “Иң өмөтлө уйынсы” тип Алмаc Кәримов (Ерек) табылды. Ә командалар араһында Ҡормантау йәштәре өсөнсө урын менән билдәләнде. Бурлы йәштәре командаһы икенсе урынды алды һәм Яугилде кубогына лайыҡ булды. Турнирҙа Үзбәк йәштәре командаһы лайыҡлы рәүештә беренсе урынды яуланы һәм уларға Маҡтау грамотаһы, иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Ҡунаҡ сифатында ҡатнашҡанлыҡтан, уларға күсмә кубок тапшырылманы. Ә ғаилә командалары араһында Солтанморатовтар икенсе бер кубокты яуланы. Был кубок еңеүсегә бөтөнләйгә тапшырыла.
– Кубок алыуыбыҙға бик шатбыҙ. Был еңеүгә беҙ биш йыл аша килдек. Турнирға килгәндә, ул оҙаҡ йылдар дауам итһен ине, – тине Яугилде мәктәбе директоры Рауил Солтанморатов. Уның ихлас һүҙҙәренә Бурлы урта мәктәбе директоры Зөһрә Әхтәмова ла ҡушылды. Әйткәндәй, турнирҙа дүрт мәктәп – Яугилде, Бурлы, Ҡормантау, Үзбәк мәктәптәре директорҙары ҡатнашты. Ойоштороусылар киләсәктә һәр учреждение, ойошма етәксеһен дә турнирҙа ҡатнаштырыуҙы маҡсат итеп ҡуя.
Самат ҒӘЛИУЛЛИН.
Наил Латипов фотоһы.