«Йәшлек» гәзите » Спорт » Беҙҙекеләр һынатманы



19.04.2013 Беҙҙекеләр һынатманы

Апрелдең тәүге көндәрендә Финляндияла ишетеү буйынса инвалид спортсылар араһында икенсе донъя чемпионаты уҙғайны. Унда Рәсәй, Канада, Финляндия, АҠШ һәм Швеция командалары көс һынашты. Был чемпионат рәсәйҙәргә ҙур еңеү килтерҙе. Илдең йыйылма командаһы составында Башҡортос­тандан 11 спортсы бар ине. Уларҙың туғыҙы – уйынсы, икәүһе – тренер.
“Алтын” яулаған яҡташтарыбыҙҙы Башҡортос­тан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡотланы һәм улар менән осрашты.
– Башҡортостан хоккейсыларының Рәсәй йыйылма командаһы составында спорт буйынса һәләтен күрһәтә алыуына сикһеҙ шатбыҙ. Тренер­ҙарҙың хеҙмәте менән берлектә был лайыҡлы һөҙөмтәгә килтерҙе. Һеҙҙең ихтыяр көсөгөҙ, ҡыйыулығығыҙ һәм командала уйнау һәләтегеҙ Рәсәй көйәрмәндәренә онотолмаҫлыҡ ғорурлыҡ минуттары бүләк итте, беҙҙең Паралимпия спортын яңы кимәлгә күтәрҙе. Киләсәктә лә спортыбыҙҙың еңеү йолаларын дауам итер­һегеҙ, тип ышанам, – тине Президент.
А. АҠБУЛАТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға