«Йәшлек» гәзите » Спорт » Олимпия уты эстафетаһын тапшырыусылар билдәле



19.04.2013 Олимпия уты эстафетаһын тапшырыусылар билдәле

Олимпия уты эстафетаһын тапшырыусылар билдәле Улар араһында Өфөнән еңел атлетика чемпионы Хәмит Мортазин да бар
Олимпия уйындары башланыуына 294 көн ҡалды. Сочиҙа төҙөлөш эштәре тамамланыуға бара, спортсыларыбыҙ ярыштарға ныҡлап әҙерләнә. Шул уҡ ваҡытта Олимпия уты эстафетаһына ла әҙерлек тулы кимәлдә бара. Алдан хәбәр итеүебеҙсә, ут йөрөтөүселәрҙе һайлау өсөн конкурс иғлан ителгәйне. Бөгөнгә Башҡортостандан алты кеше һайлап алынған. Шуларҙың береһе − Өфө ҡалаһында йәшәүсе Хәмит Мортазин менән осраштыҡ.
Хәмит Солтан улы 12 тапҡыр Башҡортостан рекордсмены, 40 тапҡыр чемпион булған. Ул 1963−1978 йылдарҙа еңел атлетика буйынса төрлө кимәлдәге ярыштарҙа ҡатнашҡан. Сәләмәт тормош менән йәшәгән кешене шундуҡ айырырға мөмкин – Хәмит Солтан улына паспорт буйынса 64 йәш, әммә үҙе күпкә йәш күренә.
“Һеҙ Олимпия утының факелын йөрөтәсәкһегеҙ, әле ниндәй хистәр кисерәһегеҙ?” – тигәс, “Бик ҡыуа­нам һәм тулҡынланам. Бындай мәртәбәле бурысты миңә ышанып тапшырыуҙары менән сикһеҙ ғорурланам. Һуңынан факелды өйҙөң иң түренә элеп ҡуясаҡмын”, – тине ул. Әйткәндәй, данлыҡлы спортсы ҡулына тәүге тапҡыр факел алмаясаҡ, быға тиклем ул Өфөлә авиация көнөндә уҙған тантанала бер нисә йыл рәттән ошо маҡтаулы миссияны үтәй (уң яҡтағы фотола).
1980 йылда Мәскәүҙә үткән Олимпиаданы Хәмит Мортазинға үҙ күҙҙәре менән күрергә насип булған. Ул ВЛКСМ-дың Үҙәк Коми­теты ойошторған конкурста еңеп, Олимпия уйындарына путевка отҡан. “Олимпиа­даның ябылыуын әле лә хәтерләйем. Айыу күккә осоп киткәс, күңелем тулып киткәйне”, – тине ул.
Ә ни өсөн нәҡ еңел атлетика менән мауыҡтығыҙ, тип һорағас: “Осраҡлы рәүештә килеп сыҡты, тиһәң дә була. Бала саҡтан уҡ етеҙ, тиктормаҫ инем, – тип һүҙ башланы ул. – Элек хәҙерге Матбуғат йорто ҡаршыһында йәшәнек. Ул саҡта был бина юҡ ине, уның урынында ҙур стадион булды. Яҙ етеп, ҡар ирей башлау менән шул стадионға футбол уйнарға сыға инек. Мин 14 йәшлек үҫмермен. Бер мәл күрәм – бер төркөм кеше йүгереү менән шөғөлләнә, тоттом да улар артынан йүгерҙем, икенсе көндө лә шул уҡ хәл ҡабатланды. Шунан уларҙың тренеры еңел атлетика менән шөғөлләнергә тәҡдим итте”.
Шул йылдан Хәмит Солтан улы өсөн өр-яңы тормош башлана: туҡтауһыҙ күнекмәләр, ярыштар һәм еңеүҙәр. Ул Башҡортостан, Урал, СССР чемпионаттарында, “Известия”, “Ленинсы” гәзиттәре, “Зенит” клубы ойоштор­ған һ.б. ярыштарҙа ҡатнаша һәм гел призлы урындар яулай. Һаҡланған Почет грамоталары ғына ике йөҙҙән ашыу.
“Йәйгеһен аҙна һайын тиерлек ярыштар була торғайны, ә ҡышҡыһын һирәгерәк ине. Мин махсус көндәлек алып барҙым, – тине Хәмит Солтан улы, ҡалын дәфтәрен күрһәтеп. – Бына, мәҫәлән, 1971 йылда егерме тапҡыр ярышта ҡатнашҡанмын. Спортсы булараҡ СССР-ҙы арҡыры-буйына гиҙеп сыҡтым инде. Бик күп ҡалала булдым”.
Олимпия уты эстафетаһын тапшырыусылар билдәле 1978 йылда үткән Урал спартакиадаһында өс иптәше менән ҡуйған рекордты әлеге көнгә тиклем берәү ҙә үтә алмаған. Дүрт кеше 800 метрлыҡ эстафетала 7 минут 29 секундта финиш һыҙығына етә.
1972 йылда Хәмит Солтан улы Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлай. Ә 1978 йылда һөнәре буйынса эш башлай, шуға ярыштар тураһында оноторға тура килә. Әммә яратҡан ғәҙәтен ташламай, көн һайын 20 – 30 саҡрымға йүгерә. “Тәүге тапҡыр спортсы булараҡ донъя гиҙҙем, шунан нефтсе булараҡ”, – тип көлдө Хәмит Солтан улы. Ул “Нефтеавтоматика” ойошмаһында эшләй, сит илдәрҙә командировкаларҙа була. Ун дүрт йыл Вьетнамда диңгеҙ нефть платформаһында эшләй. Хатта шунда ла көнөнә ярты сәғәт булһа ла йүгерергә ваҡыт таба. Бына бит, теләк булһа, диңгеҙ уртаһында ла спорт менән шөғөлләнергә мөмкин.
Бөгөн ул, хаҡлы ялда булһа ла, “Ростехпром” ойошмаһында эшләп йөрөй, спорт менән дә ихлас шөғөлләнә. Башҡортостандың еңел атлетика ветерандары советы ағзаһы. Тормош иптәше Диана Хәбир ҡыҙы гимнастиканы үҙ иткән. Ейәне менән ейәнсәре лә спортты ярата, Карина гимнастика менән шөғөлләнә, Дмитрий культуризм менән мауыға.
Хәмит Солтан улы спорт яңылыҡтарын күҙәтеп бара. “Ҡайһылар, Рәсәй Олимпиадала 5 − 6-сы урынға ғына өмөт итә ала, тигәйне. Юҡ, тәүге өс урындың береһен яуларыбыҙға ныҡлап ышанырға кәрәк. Беҙҙең командалар көслө, әммә лидерҙар юҡ шул, – тип бошондо ул. – Хәҙер башҡа ил спортсылары алға сыға, уларҙа шарттар яҡшыраҡ. Ҡытай, Көньяҡ Корея, Норвегия спортсылары – көслө дәғүәсе. Беҙҙә мөмкинлектәр булдырылмай. Балалар спорты ни өсөн түләүле? Шуныһы аңлашылмай. Шулай ҙа Башҡортостанда спортҡа иғтибар арта барыуы һөйөнөслө”.
Эйе, Олимпия уты эстафетаһы лайыҡлы кешегә тапшырыла. Ҙур уңыштарға өлгәшкән спортсының ҡулы еңел булһын!


Гүзәл БИКМӘТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға