29.03.2013 Венер «башҡорт» Ғәлиев!
Алышҡа сыҡҡанда башҡорт батырын тап шулай иғлан итәләр
– Мөмкин булһа, Таһир улымды ҡулыма алып ултырайым әле, тымаулап тора, шуға тынғыһыҙлана, – тип, универсаль көрәш һәм самбо буйынса халыҡ-ара спорт мастеры, грек-рим көрәше буйынса спорт мастеры, самбо буйынса ике тапҡыр донъя чемпионы һәм тағы ла әллә күпме титул эйәһе Венер Ғәлиев ике айлыҡ сабыйын наҙлап ҡосағына алғас та, бәпес шунда уҡ тынысланып йоҡлап китте. Үҙенең бик ышаныслы ҡулдарҙа ятыуын белмәйҙер ҙә әле ул, мышнай-мышнай йылынып йоҡлауын белә... Спортҡа һуң булһа ла, бик уң килеп, ҙур уңыштар яулаған, ҡарамаҡҡа ҡаты күренгән Венерҙың улы өсөн өҙөлөп торғанын күргәс, минең алда абруйы бермә-бер артып китте. Кескәй Таһирҙы иркәләп кенә бәүеткән атай кешенең тауышы ла йомшағыраҡ яңғырағандай, ҡарашы ла яғымлыраҡ тойолдо. ҡаршымда алтмыш биш алыштың илле етеһендә еңгән ғәййәр көрәшсе түгел, ә донъя хәстәрҙәренә күмелгән ғәҙәти кеше, ике бала атаһы ултыра ине.
Әле Өфөлә йәшәгән Венер Стәрлетамаҡта тыуып үҫкән. Әсәһе Рәйфә Фәйзулла ҡыҙы ла (ул сығышы менән Белорет районының Береш ауылынан), атаһы Зәйнулла Ярулла улы ла (Миәкә районынан) спортсы түгел, ябай эшселәр. Ғәлиевтарҙың кесе улдары Дамир ҙа спортҡа битараф ҡала, ә бына Венер бала саҡтан үҙен төрлө спорт төрҙәрендә һынап ҡарай: дзюдоға йөрөп ала, йөҙөү ҙә уға оҡшай, ә футбол тиһәң донъяһын онота...
Иптәштәре менән бергә грек-рим көрәшенә килеп, бер аҙ шөғөлләнгәс, улар ыңғайына секциянан китәм тигәс, атаһы Зәйнулла Ярулла улы ҡәтғи рәүештә, юҡ, башҡа бер ҡайҙа ла бармайһың, шунда шөғөлләнәһең, тип ҡырт киҫә: «Бер туҡтауһыҙ секциянан секцияға сабыу буламы?! Башлағанһың икән, дауам ит! Әгәр был секциянан да китһәң, башҡаса спорт тип ауыҙыңды ла асмайһың». Шулай итеп, Венерға грек-рим көрәше менән ныҡлап шөғөлләнеүҙән башҡа сара ҡалмай. «Атайымдың үҙ һүҙендә ҡаты тороуы миңә тик файҙаға ғына булды», – ти бөгөн Венер. Мәктәпте яҡшы билдәләр менән тамамлағас, ул физкультура техникумына уҡырға бара. Һуңынан «ҡыҙыл» дипломлы йәш белгес, спорт ротаһында хеҙмәт итеп ҡайтҡас, Өфөлә хоҡуҡ һаҡлау органдарында эшләй башлай. Тик үҙе өсөн генә спорт менән шөғөлләнгән егет егерме биш йәшендә беренсе тапҡыр рингыға сығырға йөрьәт итә. Тағы биш йылдан ул оло спортҡа аяҡ баҫа. Беренсе тапҡыр ҙур ярышҡа килгән билдәһеҙ «ҡарт» спортсыны бер кем дә етди ҡабул итмәй. Ә ул, барыһын да аптыратып, береһенән-береһе тәжрибәлерәк көслө дәғүәселәрен еңеп, беренсе урынға лайыҡ була. «Кем ул? ҡайҙан килгән?» – тигән һорауҙарға «Ул – башҡорт, Башҡортостандан!» – була яуап. Шунан алып уны барыһы ла «башҡорт» исеме менән белә. Алышҡа сыҡҡанда уны «Венер «башҡорт» Ғәлиев!» тип иғлан итәләр (яңыраҡ ҡына уға башҡорт милли кейемен дә бүләк иткәндәр, һәм ул декабрҙә үткән ярышҡа сыҡҡанда иңендә елән булды).
– Мин һәр алышты иҫемдә тотам, – ти Венер. – Һәр алыш та, һәр ярышташым да үҙенсәлекле, ҡабатланмаҫ.
Ярышта ла, тормоштағы кеүек үк, бар нәмә лә гел генә ал да гөл булмай, кәйефте ҡырған хәлдәр ҙә була. Еңелеп ҡайтыуҙы ғына күҙ уңында тотмайым, ойоштороу ҙа түбән кимәлдә булыуы ихтимал. Әйтәйек, Дағстанда, Махачкалала үткән турнир бик бәләкәй генә залда ойошторолғайны. Ә алышты ҡарарға теләүселәр – бихисап! Унда алыштар футболға ҡарағанда ла хәтәр ныҡ популяр. Зал күҙ асып йомған арала халыҡ менән тулды. Кейенеп-сисенеү бүлмәһендә беҙ алыш алдынан тәнде яҙырға тейеш инек, ләкин кешеләр ундағы тәҙрәләрҙе ватып залға ағылды. Бындай шарттарҙа нисек күнекмә эшләйһең?! Залға хатта икенсе ҡаттағы тәҙрәләрҙе ватып инделәр. Мине иғлан иткәс тә биш минут самаһы залға үтеп инә алмай торҙом – халыҡ шығырым тулғайны. Мине саҡ рингыға үткәрҙеләр... 2007 йылда Киевта үткән «Пересвит йондоҙо» исемле ярыш күңелдә, киреһенсә, тик ыңғай тәьҫораттар ҡалдырҙы. Ҙур, яҡты зал, ойоштороу кимәле иҫ киткес юғары. Ярымфиналда һәм финалда мин урындағы спортсыларға ҡаршы алышҡайным. Ярыш башланыу менән тамашасылар үҙҙәренеке өсөн көйһә, бер аҙҙан барыһы ла минең өсөн көйә башланы. «Венер, Донбасс һинең менән!» – тип ҡысҡырыуҙары миңә көс өҫтәгәндәй булды, һәм мин турнирҙа еңеу яуланым.
Панкратион (тергеҙелгән боронғо Олимпия алыш төрө) буйынса ярышҡа Астанаға Венер кәләшен Аленаны ла алып бара. Алыш ваҡытында ярышташы башҡорт спортсыһын нокаутҡа ебәрә. Шул мәлдә Алена, ринг ситенә йүгереп килеп, көс-хәл менән аяғына баҫырға ынтылған иренә, ташла һин был спортты, башҡа алышма, тип илай. Һөйгәненең тауышын ишетеп, Венер аяғына баҫа... һәм алға ташланып, ярышташын еңеп ҡуя.
– Мин бөтөнләй ауыртыуға түҙмәйем, – тип көлдө әңгәмәсем. – Шуға ла туҡмаҡтарҙан етеҙ генә ҡасып, янтайып ҡалырға тырышам. Етеҙлегем, күп төрлө спорт төрҙәре менән шөғөлләнеүем миңә алыштарҙа ныҡ ярҙам итә.
Әлеге ваҡытта Венер ярыштарҙан ситтә ҡала, сөнки ҡатынына бәпес ҡарашырға ярҙам итә. Ярты йылдан күҙ күрер, ти. Өфөләге «ISIMOTSU» клубында көрәшселәр тәрбиәләгән спортсы-тренер киләһе йыл туғыҙ йәшлек улы Тимурҙы ла үҙенең ҡанаты аҫтына алмаҡсы.
– Һәр бала спортсы булһын тимәйем, әммә тик спорт менән генә шөғөлләнеп, физик яҡтан көслө, рухи яҡтан сыҙамлы булып үҫергә мөмкин, шуны ҡыҙҙар һәм малайҙар ҡолаҡтарына киртеп ҡуйһын ине, – тине һөйләшеү һуңында танылған чемпион. – Футбол, волейбол, баскетбол кеүек уйындар ҙа, самбо, дзюдо кеүек спорт төрҙәре лә бик кәрәк. Уларҙың барыһы ла башты шәп эшләргә өйрәтә, хәрәкәттәр координацияһын яҡшырта, ныҡлыҡ, ышаныс бирә. Иң мөһиме, һалдат булған осраҡта ла генерал булырға хыялланырға, шуға ынтылырға кәрәк. Мин дә бала саҡта, яңы ғына грек-рим көрәше менән шөғөлләнә башлағанда, профессиональ футбол йүнәлеше буйынса китә ала инем. Ләкин футболда һин башҡаларҙың да уйынына бәйлеһең, ә көрәштә бар нәмә үҙеңдән тора, тырышһаң, донъя кимәленә күтәрелә алаһың. Шулай фекер йөрөтөп, грек-рим көрәшенә бар ваҡытты, көстө һалдым һәм, ваҡыттың күрһәтеүенсә, яңылышмағанмын.
Баныу ҡАҺАРМАНОВА.