«Йәшлек» гәзите » Спорт » Хыялдар тормошҡа ашһын!



15.03.2013 Хыялдар тормошҡа ашһын!

Хыялдар тормошҡа ашһын!
Банк хеҙмәткәре, пауэрлифтинг буйынса донъя кубогын яулаусы, Евразия чемпионы Римма Кәримова, алға барыу өсөн үҙеңә ышанырға кәрәк, тип иҫәпләй.
Урамда йүгерә-атлай китеп барған банк хеҙмәткәре Римма Кәримоваға күптәр күҙ һала. Сөнки ул – бик һылыу ҡыҙ. Ләкин ошо һомғол буйлы, сибәр оҙонсәстең пауэрлифтинг буйынса донъя чемпионы булыуы баштарына ла инеп сыҡмайҙыр әле. Хәйер, үҙем дә уны тәү тапҡыр күргәс, фотомодель, ахыры, тип уйлағайным. Ә ул «Алтын юлбарыҫ» донъя кубогы чемпионы, Евразия чемпионы, Азия асыҡ чемпионаты еңеүсеһе, пауэрлифтингта әллә нисә тапҡыр рекорд ҡуйған спортсы булып сыҡты − 121 килограмм ауырлыҡтағы штанганы күтәрә!
− Һөнәрем буйынса спортсы түгелмен, − тине Римма үҙе менән таныштырғанда. − Мин − филолог, Силәбе университетының филология факультетында уҡыным. Коммерция банкында һатыу төркөмө начальнигы булып эшләйем. Бала саҡта спорт тураһында хыялланырға ғына ҡала ине. Сөнки ауылыбыҙҙа күнекмәләр өсөн шарттар булманы. Ике-өс туған ағай-ҡустыларым күп, улар менән бергә уйнап үҫтем. Малайҙар ыңғайына йүгереү, һикереү ныҡ оҡшай торғайны. Мәктәптә уҡығанда физкультура дәрестәре кемдер өсөн яза булһа, минең өсөн байрам ине...
Спорт залына Римма дүрт йыл элек килгән. Мотлаҡ чемпион булам, тип түгел, ә ни бары фитнес менән шөғөлләнеп, бер аҙ буй-һынын камиллаштырырға теләгән. Лә­кин бер аҙҙан уға штанга күтәреү оҡшап ҡалған, пауэр­лифтинг (штанга ме­нән өс төр бәйге) ҡыҙыҡ­һындырған. Эльбрус Ниғ­мәтуллинға ҡыҙыҡһыныуы тураһында әйткәс, Рә­сәйҙең иң көслө кешеһе аптырап ҡала, ябыҡ ҡына Римманың штанга менән ныҡлап дуҫлашырына ышанып етмәй. Әммә ҡыҙ ныҡышмал булып сыға, алдына алғанды ҡуймай, һәм Эльбрус етәкселегендә пауэрлифтинг менән етди шөғөлләнергә тотона. Хәҙер Римма үҙен лайыҡлы рәүештә тәжрибәле спортсы тип һанай ала − дүрт йыл эсендә ул әллә күпме ышаныслы еңеү яулаған.
Хыялдар тормошҡа ашһын!
− Спорт – үҙ-үҙеңде һынап ҡарарға, үҙеңде шәхес итеп тойорға мөмкинлек бирә, − тип чемпион үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашты. – Спортта мин ауыртыу­ҙарға түҙергә, башымдан аша һикерергә әҙер, сөнки үҙемдең тормошом арҡылы йәштәргә өлгө күрһәтергә тырышам, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалайым.
Римма тормошта бер нәмә лә еңел бирелмәгәнен яҡшы аңлай. Тырышлыҡ, ныҡышмалылыҡ, эшһөйәрлек кенә уңыштарға алып барғанын белә. Ләкин тәү сиратта кеше үҙе алдына маҡсаттар ҡуйып, шуларға ынтылырға тейеш, тип иҫәпләй:
− Туғыҙ йәшлек Эльдар улымдан, һинең өсөн нимә мөһим, тип һорағас, ул: «Хыялдар», − тип яуапланы. Мин уның менән ризалаштым. Күптәр хыялдарға көлөп кенә ҡарай, йәнәһе лә, ысынбарлыҡта йәшәргә кәрәк, ә хыялдар буй еткеһеҙ нәмә. Әммә хыял­һыҙ йәшәргә ярамай. Хыял, теләктәрең булһа, уларға ынтылырға бар көсөңдө һалаһың, тырышаһың һәм ниәттәрең тормошҡа аша! Алға барғанда, үрҙәргә ынтылғанда үҙеңә ышанырға кәрәк. Ошо ышаныс­ты тәрбиәләгән атай-әсәйемә, айырыуса әсәйемә мәңге рәхмәтлемен. Йорттоң нигеҙе ныҡ булһа, уға бер нәмә лә ҡурҡыныс түгел бит, кешелә лә эске ныҡлыҡ булһа, холҡо сыҙам, рухы көслө була. Минең үҫеүемде бөтә туған-тыумаса күҙәтте. Улай ғына ла түгел, нисек итеп мине дөрөҫ тәрбиәләргә кәрәклеген өйрәтеүҙе һәр кем үҙенең изге бурысы һанап, был яуаплы эштә үҙен иң шәп белгес итеп күрҙе. Береһен дә рәнйетмәҫ өсөн, уларҙың тәрбиә системаһының һәр пунктын теүәл үтәргә тырыштым, ләкин, әлбиттә, үҙ һүҙемә лә урын ҡалдырырға маташа торғайным (шунһыҙ булмай!).
Хыялдар тормошҡа ашһын!
Римма Силәбе ҡалаһында тыуған, аҙаҡ ата-әсәһе сабый­ҙары менән Ғәшир ауылына күсеп ҡайтҡан. Ғәшир − борон­ғо башҡорт ауылы − Силәбе өлкәһенең ҡоншаҡ районы менән ҡурған өлкәһе сигендә, һаҙлыҡтар, урмандар араһында урынлашҡан («Башҡорт ойкономияһы» китабында яҙылыуынса, был ауыл 1776 йылдан алып билдәле). Ғәшир ауылы Римма өсөн бик ҡәҙерле, унда үткән һәр көн күңелендә матур тәьҫораттар ҡалдырған, яҡындары менән бергә булған саҡтар онотолмаҫ хәтирәләр булып уйҙарына уйылған.
Римманың әсәһе Мәрзиә Кашаф ҡыҙы Ниғәмәтуллина − ошо ауыл ҡыҙы. Ул, Силәбе педагогия институтын тамамлағас, мәктәптә физика һәм математиканан уҡытҡан. Заман менән бергә атлаған нәзәкәтле, ҡупшы ханым – ҡыҙҙарының иң яҡын серҙәше, кәңәшсеһе.
− Ә атайым – Әнүәр Нәсих улы Ниғәмәтуллин − ҡоншаҡ районының Хәлит ауылы башҡорто. Ул Һарытау ҡалаһында милицияның юғары мәктәбендә уҡыған. Әсәйем менән айырылышҡас, атайым эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнде, әлеге ваҡытта хаҡлы ялда. Альбина һеңлем минән бер йәшкә кесе, ул профессиональ рәссам, йыш ҡына шәхси күргәҙмәләрен ойоштора. Ке­йәүҙә, улына – 5 йәш. Светланаға быйыл 21 йәш тулды, ул да тормош иптәше менән ул үҫтерә, − Римманың яҡындары тураһында һөйләгәндә тауышы айырата йомшара. − Әсәйем йыш ҡына тыуыуым тарихын көлә-көлә иҫләп ала: «Һин яҡты донъяға тыуырға ашҡынаһың! Ә мин был мөһим ваҡиғаны, киреһенсә, кисектерергә маташам − алда иң һуңғы (философиянан) имтихан көтә. Ләкин бер нәмәлә икебеҙҙең дә теләк уртаҡ кеүек − тулғаҡ дүшәмбе (ауыр көндө), 13-ө генә башланмаһын! Яҙмыш беҙгә мәрхәмәтле йөҙөн борҙо − һин донъяға 14 июндә килдең!» Шулай итеп, төндәр буйы конспекттар уҡыған әсәйем ике имтихандың береһен генә «бишле»гә тапшыра алған − мине тапҡан!
Римманың йөҙөнән йылмайыу өҙөлмәй − ул шундай ихлас, алсаҡ кеше, һөйләшеп ултырыуҙары рәхәт. Банкыла башын эшләтеп, спорт залында штанга күтәреп тир түккән йәш ҡатын өйөнә ашҡынып ҡайтып, ҡәҙерле кешеләрен тәмле аштар менән дә һыйларға ярата. Әйткәндәй, Римма беренсе тапҡыр аш-һыу әҙерләүгә биш йәшендә тотона. Нимәнән башлай бит әле ул − былау бешереүҙән! Бәләкәс булһа ла, ысынбарлыҡты танып белеү күҙәтеү һәм тәжрибә аша килеүен яҡшы һиҙемләгән булғандыр инде. Эштән арып ҡайтҡан атай-әсәйемде ашарға бешереп ҡыуандырайым, тигән бала һыуытҡыстан туңған өйрәкте сығарып, төрлө яҡлап уны «тунай» һәм ит киҫәктәрен өс килограмм дөгө менән бергә бутап, һыу ҡушып, утҡа бешерергә ҡуя.
Хыялдар тормошҡа ашһын!
− Бер аҙҙан ҡараһам, дөгө табанан ташып сығып бара! − тип көлөп һөйләй был хәлде Римма. − ҡотом осто! Тиҙ генә артыҡ дөгөнө аш бүлмәһендәге башҡа һауыттарға − кәстрүл менән ике сәйнүккә − бушатыр­ға тура килде. Нисек булһа ла, былауым беште бит бер заман. Үҙемә ҡалһа, телеңде йоторлоҡ тәмле! Ләкин өйҙәгеләр генә минең ҡыуанысты уртаҡлашыр­ға ашыҡманы, аш-һыуға оҫталығымды тейешле кимәлдә баһалай алманы!
Римма өсөн мәктәп йылдары шаулап-гөрләп үткән, төрлө ваҡиғалар менән тулған. Хатта бер ваҡыт хисле ҡыҙҙың яурынына илһам ҡошо килеп ҡуна: ихласлап шиғырҙар ижад итә башлай, уларҙың ҡайһы берҙәрен «Хеҙмәт байрағы» исемле район гәзитендә лә баҫып сығаралар. Районда үткән фестивалдәрҙә, спорт сараларында әүҙем ҡатнашҡан ҡыҙ өсөн ул саҡтағы иң мөһим ҡаҙаныш агрономия нигеҙҙәрен, ауыл хужалығы машиналарын эксплуатациялауҙы өйрәнеү була.
− Мин тракторсы-машинист та бит әле ул, С, Д, Е категорияларым бар! − тип көлә Римма. − Бала саҡтан эске һиҙемләүем буйынса бер нәмәне аныҡ белдем − ниндәйҙер маҡсатҡа ирешер өсөн кәртәләрҙе еңеп, уңышһыҙлыҡтарҙан һуң яңынан аяҡҡа баҫып, алға барыр кәрәк, хыялға табан! Ә хыялдарым байтаҡ минең. Күп нәмәне эшләп өлгөргөм килә: спортта тағы уңыштар яуларға, өҫтәмә белем алырға, карьера баҫҡысы буйлап өҫкә үрләргә, ғаиләм менән сәйәхәт итергә... Үҙеңде күрһәтер өсөн тормош һәр кемгә бик күп мөмкинлек бирә, тип уйлайым, тик уларҙы файҙаланырға ғына кәрәк.
Һөйләшеүебеҙҙең иң һуңында шуны ла әйтер инем: таш менән атҡандарға ла аш менән атырға, ярҙамға мохтаждарға ярҙам ҡулын һуҙырға кәрәк. Изгелек − бөйөк нәмә. Яҡын­дар, туғандар һау-сәләмәт булһа, башҡа бөтә проблемаларҙы ла йырып сығырға мөмкин. Һөйөклө әсәкәйем әйтмешләй, ауыр саҡта ла сабыр булырға кәрәк: «Эттәр өрә торор, каруан юлын дауам итер».
Улын һәм ирен өҙөлөп ярат­ҡан Риммаға ҡарап һоҡланып та, уның менән һөйләшеп тә туйырлыҡ түгел − аҡыллы ла, сабыр ҙа ул, һөйкөмлө лә, нәфис тә.
Бокс буйынса донъя чемпионы Мөхәммәт Алиҙың, тренажер залында ғына шөғөлләнеп, чемпионға әйләнмәйҙәр, чемпионды кешенең теләктәре, хыялдары, маҡсаттары тыу­ҙыра, тигән һүҙҙәрен Римма Кәримованың ғүмер юлы раҫлай. Көслө башҡорт ҡыҙы хыялдарын эҙмә-эҙлекле тормошҡа ашыра.
Ә һеҙҙең хыялдарығыҙ бармы?

Баныу ҡАҺАРМАНОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға