«Йәшлек» гәзите » Спорт » Көнсығышта йыһанға теләүселәр бихисап



01.03.2013 Көнсығышта йыһанға теләүселәр бихисап

Гагарин кубогы өсөн плей-офф уйындарында командаларҙың үҙ-ара дүртенсе осрашыуҙары уҙҙы.
Көнбайыш конференцияһында ЦСКА менән «Динамо» (Мәскәү) командалары үҙ дәғүәсеһен дүрт тапҡыр отоп, әле үк сирекфиналға сыҡты. ЦСКА егеттәре Чехияның «Лев» хоккейсыларынан көслөрәк булып сыҡһа, «Динамо» Словакияның «Слован» клубын төп бәйгелә ҡатнашыуҙан мәхрүм итте. Шулай уҡ СКА менән «Северсталь» уйынсыларына ла бер ынтылыш яһарға ғына ҡалды. Нева яры командаһы «Атлант»тан дөйөм 3:1 иҫәбенә өҫтөнлөк итә. «Северсталь» дә үҙ майҙанында «Локомотив»ты ике тапҡыр еңеп, бер аяғы менән сирекфиналда, тиһәк тә була. Ә бына Көнсығышта хәл бик көсөргәнешле. Унда өс пар ҙа һуңғы һулышҡа хәтлем көрәшмәксе. Әйтәйек, «Барыҫ» командаһы Силәбелә урындағы «Трактор» уйынсыларын ике рәт еңгәс, үҙендә ҡунаҡсыллығын күрһәтеп, дәғүәсегә ике уйынын да биреп, дөйөм иҫәпте тигеҙләтте. Шулай уҡ «Себер» менән «Авангард» араһында ла иҫәп тигеҙ. Уларҙан «Салауат Юлаев» хоккейсылары ла ҡалышмаҫҡа булып, еңеп килгән еренән Магнитогорск уйынсыларында өмөт уятты. Күрәһең, беҙҙекеләр хоккей һөйөүселәргә боҙ байрамын оҙайтырға булды. Ә инде ут күршебеҙ Татарстандың командалары үҙ-ара әллә ни тешләшмәй генә, серияны тыныс тамамлап, кесеһе олоһона хөрмәт күрһәтте. «Аҡ барс» хәҙер ял итеп, үҙ дәғүәсеһен көтә.

Плей-офф. 1/8 финал.
СКА − «Атлант» − 3:1 / 1:0 ов.т., 7:0, 1:3, 6:1/
ЦСКА − «Лев» − 4:0 / 3:2 ов.т, 3:2 ов.т., 3:1, 2:1/
«Динамо» − «Слован» − 4:0 / 5:1, 3:2 ов.т., 4:2, 3:2/
«Локомотив» − «Северсталь» −1:3 /1:2, 2:1, 2:3, 2:3 ов.т./
«Аҡ барс» − «Нефтехимик» − 4:0 /5:1, 3:0, 2:1, 3:2 ов. т./
«Авангард» − «Себер» − 2:2 / 5:0, 0:1, 1:4, 5:2/
«Трактор» − «Барыҫ» − 2:2 /3:4 ов.т., 3:5, 3:1, 3:2/
«Металлург» /Мг./ − «Салауат Юлаев» − 2:2 (3:4 ов.т., 2:0, 1:4, 3:2/

«Торос» икенсе тапҡыр Братинаға «Һунар» башлай

Нефтекаманың уҙған миҙгелдә Братина кубогын яулаусы «Торос» хоккейсылары юғары хоккей лигаһының даими беренселеген өсөнсө урында тамамланы.
Улар һуңғы турҙа ҡурғандың «Зауралье» командаһын 3:1 иҫәбенә еңеп, 103 мәрәй менән, «Сарыарка» һәм «Рубин»дан ҡала, турнир таблицаһының өсөнсө баҫҡысында урынлашты. Алда – плей-офф. «Торос» уйынсылары төп бәйгене Усть-Каменогорскиҙың «Казцинк-Торпедо» командаһы менән башлаясаҡ. Тәүге осрашыу Нефтекамала 2, 3 мартта үтәсәк.

«Урал» волейболсылары дүртенсе баҫҡысҡа күтәрелде

Өфөнөң «Урал» волейболсылары Рәсәй беренселегенең 19-сы турында Харьковтың «Локомотив» командаһы менән осрашты һәм уларҙы өс партияла еңеп, үҙ төркөмөнөң дүртенсе баҫҡысына күтәрелде.
Улар хәҙер бөтәһе 37 мәрәй менән лидер­ҙан 10 мәрәйгә ҡалыша.
Киләһе осрашыуын улар үҙ майҙанында «Белогорье» командаһы менән уҙғарасаҡ.

33 йылдан һуң ғына уңыш йылмайҙы

Яңыраҡ Италияла саңғы спорты буйынса донъя чемпионаты уҙҙы.
Рәсәй йыйылма командаһы унда ике алтын миҙал яуланы. Ир-ат командаһының бындай юғары күрһәткескә күптән өлгәшкәне юҡ ине. Быға тиклем Рәсәй саңғысылары 1995 йылда бер тапҡыр юғары подиумға күтәрелһә, һуңынан 2005 йылда Василий Рочев классик спринтта алтын миҙал яулай.
Тағы шуныһы ҡыуаныслы: Никита Крюков әлеге беренселектә ике тапҡыр финишҡа беренсе килә. Рәсәй командаһы тәүгә ошондай уңышҡа өлгәшә. һуңғы тапҡыр 1970 йылда Вячеслав Веденич ошо уҡ чемпионатта ике алтын миҙал яулауға ирешә. Һәм бына 33 йылдан һуң ғына йәнә уңыш. Шулай уҡ Алексей Петухов та Италиянан миҙалһыҙ ҡайтмай. Ул Крюков менән команда спринтында алдынғылыҡты бирмәй.

Алһыу ИШМӨХӘМӘТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға