26.02.2013 Өфөлә йәнә бер ҙур спорт сараһы көтөлә
Республика башлығы Рөстәм Хәмитов Халыҡ-ара шахмат федерацияһы (FIDE) президенты Кирсан Илюмжинов менән осрашып, 2014 йылда Башҡортостандың баш ҡалаһында Бөтә донъя интеллектуаль уйындарын үткәреүгә әҙерлек тураһында һөйләште.
Беҙгә тап ошондай тәҡдим яһалған. Президент билдәләүенсә, үҙ эсенә шахмат, шашка, го һәм бриджды алған донъя кимәлендәге уйындарҙы үткәреүгә ҙур көс талап ителә. Тиҙҙән республикаға Бөтә донъя шашка федерацияһы етәксеһе лә киләсәк.
Алдағы йылдарҙа Башҡортостан байтаҡ ҡына етди сарала ҡунаҡтар ҡабул итергә йыйына. Ошо иҫәпкә 2015 йылда уҙғарыласаҡ ШОС һәм БРИКС саммиттарын индерергә кәрәк. Йәнә лә 2012 йылдың декабре аҙағы – 2013 йылдың ғинуары башында йәштәр хоккей командаларын ҡабул итеүҙе лә оноторға ярамай. Бөгөн Бөтә донъя балалар уйындары башланды.
Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, саммиттарға ла әҙерлек кимәле көслө. Шулай итеп, Өфө ҙур спорт һәм сәйәсәт аренаһына сыға. Республика етәксеһе Кирсан Илюмжиновтан беҙҙәге хәл-торошто нисек баһалауын да һорашты.
– Өфөнө донъяның интеллектуаль баш ҡалаһы буласағы менән ҡотларға ғына ҡала. Декабрҙә генә ҡытайҙың баш ҡалаһы Пекиндағы осрашыуҙа сараны тап бында үткәрергә тәҡдим яңғыраны. Уйындарҙың датаһы 2014 йылдың июненә тура килә, – тине Кирсан Илюмжинов.