«Йәшлек» гәзите » Спорт » ҙур спорт тирәләй



22.02.2013 ҙур спорт тирәләй

Рәсәй бәйгене Словакия, АҡШ һәм Словения менән башлай

Уҙған ял көнөндә киләһе йыл Сочиҙа буласаҡ ҡышҡы Олимпия уйындарында ҡатнашасаҡ хоккей командаларының тулы составы билдәләнде.
Турнирҙа ҡатнашасаҡ туғыҙ төп команда янына квалификация буйынса сыҡҡан Словения, Австрия һәм Латвия хоккейсылары ҡушылды. Шулай итеп, 12 команда өс төркөмгә бүленде.
«А» төркөмөнә − Рәсәй, Словакия, АҡШ, Словения, «В» төркөмөнә − Финляндия, Канада, Норвегия, Австрия, «С» төркөмөнә Чехия, Швеция, Швейцария, Латвия командалары инә.
Турнир форматы буйынса сирекфиналға өс төркөмдөң еңеүсеһе һәм ошо төркөм ярыштары һөҙөмтәһе буйынса иң көслө бер команда тура сыҡһа, уларҙың дәғүәселәре ҡалған ҡатнашыусыларҙың үҙ-ара квалификация уйыны һөҙөмтәһе буйынса асыҡланасаҡ.

Нове-Место Рәсәй биатлонсылары өсөн «местоһыҙ» булды

Чехияның Нове-Место биатлон трассаһында биатлон буйынса донъя беренселеге уҙҙы.
Унда күпкә өмөт иткән Рәсәй йыйылма командаһы бары ике генә миҙал яулап, күптәрҙең ышанысын аҡламаны. Уныһын да бер Антон Шипулин ғына яуланы. Башта ул эҙәрлекләү бәйгеһендә финишҡа өсөнсө килһә, һуңынан дөйөм стартта көмөш миҙал яуланы. Дөйөм һөҙөмтәгә килгәндә, Рәсәй спортсылары подиум­ға бер аҙым етә алмай туҡтаны. Тәжрибәле Ольга Зайцева бар шәхси беренселектә лә финишҡа йә дүртенсе, йә бишенсе, йә алтынсы булып килде. Шулай уҡ яҡташыбыҙ Ольга Вилухина ла үҙенең кимәлен күрһәтә алманы. Эстафетала Рәсәй биатлонсылары дүртенсе урын менән генә ҡәнәғәтләнде. Дөрөҫөрәге, «ағас» миҙаллы булды, тик уныһын әлегә иҫбатламағандар…
Ә бына Украина спортсылары маңлайыбыҙға сиртте. Улар бер алтын, бер көмөш һәм өс бронза миҙал яулап, командалар араһында өсөнсө урынға сыҡты. Ә инде Норвегия тураһында әйтеп тороуы ла артыҡ. Улар иҫәбендә − һигеҙ алтын, ике көмөш һәм бер бронза миҙал. Икенсе урында – Франция командаһы (1 алтын, 4 көмөш). Шәхси күрһәткестәргә килгәндә, Норвегия спортсыһы Тора Бергер бер үҙе алты миҙал яуланы. Ул дүрт тапҡыр юғары подиумға күтәрелеп, икеһендә финишҡа икенсе килде. Шулай уҡ Норвегиянан Эмиль Свендсен да унан ҡалышмай, дүрт алтын миҙалға эйә булып, бер «бронза» менән дә байыҡты.

Элекке «Юлаевсы» Торесен СКА-ға еңеү килтерә

Шулай итеп, КХЛ беренселегенең көслө 16 командаһы Гагарин кубогына бишенсе алышын башлап ебәр­ҙе.
Башта боҙға Көнбайыш конференцияһы командалары, дүрт парға бүленеп, көрәшкә сыҡты. Икәүһендә еңеүсе төп ваҡытта асыҡланһа, ҡалған икәүһендә өҫтәмә ваҡыт кәрәк булды. Бигерәк тә даими беренселек еңеүсеһенә үҙ зонаһында һигеҙенсе баҫҡысҡа эләгеп ҡалған «Атлант» командаһы менән байтаҡ этләнергә тура килде. СКА хоккейсылары күпме генә тырышмаһын, дәғүәсеһе менән төп ваҡытта уңышҡа ирешә алманы. Ә бына овертаймда өфөләрҙә уйнап сынығыу алған Норвегия легионеры Патрик Торесенға уңыш йылмайҙы һәм ул СКА-ға тәүге еңеү килтерҙе. Шулай уҡ Александр Радуловтың ЦСКА-һы ла «Лев» менән интекте. Унда ла төп ваҡыт тигеҙ иҫәпкә (2:2) тамамлана. Өҫтәмә ваҡыттың 15-се минутында Ра­дуловтың пасын һаҡсыһы оҫта файҙалана һәм әрмеләр уңышҡа ирешә. ҡалғандарынан Мәскәүҙең «Динамо» командаһы ғына дәғүәсеһе менән әллә ни ҡыйынлыҡтар кисермәне. Улар «Слован» уйынсыларын 5:1 иҫәбенә ҡыйратты. Өсөһөндә лә хужалар өҫтөнлөк итһә, ә «Северсталь» ҡунаҡта «Локомотив» командаһын 2:1 иҫәбенә отоп, ситтә кәрәкле еңеү яуланы. Кисә кис уларға Көнсығыш конференцияһы командалары ҡушылды. «Салауат Юлаев» күрше «Металлург» хоккейсылары менән серияһын башланы.

Алһыу ИШМӨХӘМӘТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға