«Йәшлек» гәзите » Спорт » ҙур спорт тирәләй



15.02.2013 ҙур спорт тирәләй

Һигеҙ йылдан һуң миҙалһыҙ ҡалды
ҙур спорт тирәләй
Яулауын-яулайҙар ҙа ул, тик ниндәй ысул менән…
Яңыраҡ йәнә бер Олимпия уйындары призеры, Рәсәйҙең ауыр атлеты Олег Перепеченов 2004 йылда Афинала яулаған бронза миҙалынан мәхрүм ҡалды. Бынан һигеҙ йыл элек алынған допинг-проба ыңғай һөҙөмтә күрһәткән. Һәм хәҙер Халыҡ-ара Олимпия комитеты беҙҙең спортсынан миҙалды ҡайтарыуҙы һораған.
Ғөмүмән, быға тиклем 2004 йыл Олимпия уйындарының өс призеры, допинг ҡулланыуҙа ғәйепләнеп, миҙалһыҙ ҡалғайны. Дискыны алыҫлыҡҡа ырғытыусы Беларусь вәкиле Ирина Ятченко (бронза), ядроны этеүсе Украина спортсыһы Юрий Белоног (алтын) һәм шул уҡ төрҙән Рәсәй намыҫын яҡлаған Светлана Кривелева бронза миҙалынан мәхрүм ителде. Шуныһы ҡыҙыҡ: ғәйепләнеүсе спортсыларҙың бөтәһе лә элекке союздаш республикаларҙан.


Көнсығышта көслөләр билдәле булһа, Көнбайышта әле сәкәләшәсәктәр …

Шулай итеп, КХЛ чемпионатының даими беренселеге үҙенең финиш һыҙығына ла етеп килә.
Командаларға икешәр генә осрашыу үткәрәһе ҡалды. Уҙған турҙа «Салауат Юлаев» хоккейсылары Түбәнге Камала урындағы «Нефтехимик» клубы менән осрашты. Плей-оффҡа дәғүә иткән ике командаға ла мәрәйҙәр ут кеүек кәрәк ине. Өфөләргә ул турнир таблицаһында йәтешерәк урын өсөн мотлаҡ булһа, хужаларға иһә нисек тә булһа һуңғы – һигеҙенсе баҫҡысты һаҡлап ҡалыр өсөн мөһим. Шуға ла уйынсылар, һаҡланыбыраҡ уйнаһа ла, булған мөмкинлеген файҙаланырға тырышты. Был йәһәттән өфөләргә уңыш ике тапҡыр йылмай­ҙы. «Нефтехимик» һуңғы осорҙа ҡунаҡтар ҡапҡаһына ябырылһа ла, һөҙөмтәгә бер тапҡыр ғына өлгәшеп, еңелергә мәжбүр булды. Шулай ҙа уларға ярҙамға даими беренселек еңеүсеһе – СКА командаһы килде. Улар шулай уҡ плей-оффҡа өмөтөн юғалтмаған «Югра» хоккейсыларын 3:2 иҫәбенә отоп, Түбәнге Кама клубына иркен һулыш алырға форсат бирҙе. Сөнки улар араһындағы мәрәй айырмаһы һаҡланып ҡалды. «Нефтехимик»ка плей-оффҡа сығыр өсөн ҡалған ике уйындың береһендә еңеү ҙә етә.
Ә бына Көнбайыш конференцияһында көрәш аҙаҡҡаса барыр, ахыры. Унда ике урынға дүрт команда дәғүә итә. Словакияның «Слован» командаһы овертаймда «Спартак»ты 4:3 иҫәбенә еңеп, әле үк плей-оффҡа сыҡты. Шулай уҡ «Лев» та кәрәкле өс мәрәй яулап, хәлен бер аҙ яҡшыртты. Минскиҙың «Динамо»һы ла «Витязь» хоккейсыларын 4:2 иҫәбенә еңеп, һуңғы һигеҙенсе баҫҡысҡа йәбешеп тора. Ә инде «Донбасс» үҙ боҙонда ЦСКА-ға буллит серияһында отолоп, кәрәкле ике мәрәйен юғалтты. Шулай уҡ «Атлант» командаһы ла көйәрмәндәрен ҡыуандыра алманы. Улар ҙа «Себер»гә буллит серияһында еңелде. Тик икеһе лә әлегә өмөтөн юғалтмаған.
Көнсығыш конференцияһына килгәндә, өфөләр 85 мәрәй менән бишенсе булһа, «Барыҫ» Мәскәүҙең «Динамо»һын 4:2 иҫәбенә отоп, юлаевсыларҙан өс мәрәйгә ҡалыша. Етенсе урында «Себер» килә /81 мәрәй/, «Нефтехимик» иҫәбендә – 72 мәрәй. Юғарыла – «Авангард» /101 мәрәй/, «Аҡ барс» 98 мәрәй менән икенсе булһа, «Трактор» – өсөнсө /95 мәрәй/, «Металлург» /Мг./ – дүртенсе /90 мәрәй/.

КХЛ Польшаға ишеген асмаҡсы

Хоккей буйынса КХЛ беренселеге башланып алты миҙгел үтеүгә, уның рейтингы Европа илдәре араһында күтәрелеп, сит ил клубтары ла яйлап беҙҙең чемпионатҡа ылыға башланы.
Бына хәҙер сират Польшаға ла етте. Яңыраҡ ошо илдең «Гданьск» хоккей командаһы етәкселеге Рәсәйҙә КХЛ етәкселәре менән ошо хаҡта һөйләшеүҙәр алып барҙы.
Әгәр эштәр яйға һалынһа, КХЛ йәнә бер сит ил клубы менән тулыланасаҡ. Әлеге ваҡытта чемпионатта ҡаҙағстан, Беларусь, Латвия, Украина, Чехия, Словакия клубтары үҙ көсөн һынай.

Олимпия уйынында көрәшмәйәсәктәр …

Олимпия хәрәкәте алға киткән һайын, спорт та урынында тормай, яңынан-яңы төрҙәре барлыҡҡа ки­леп, үҫеш ала.
Беренселектәр уҙғарыла, Олимпия уйындары төрҙәренә индерелә. Тик, әле яңыраҡ Халыҡ-ара Олимпия комитеты нишләптер ҡайһы бер спорт төрҙәренән баш тартырға булды. Башта тхэквондо, өҫтәл теннисы һәм хәҙерге бишалыш төрҙәренә туҡталмаҡсы булғайнылар. Ни сәбәптәндер уларға ҡағылмай, спорт көрәшендә туҡталдылар. Һәм 2020 йылда уҙасаҡ йәйге Олимпия уйындарында спорт көрәше буйынса ярыш булмауы ихтимал. Тик әлегә ошо ҡарар грек-рим, ирекле һәм ҡатын-ҡыҙ көрәшенә ҡағыламы-юҡмы − билдәһеҙ.

Һөҙөмтәләре тотороҡло, тик уңыштары ғына юҡ

Чехияла барған биатлон буйынса донъя беренселегендә Рәсәй йыйылма командаһы, күпме генә тырышһа ла, һөҙөмтәгә ирешә алмай ыҙалана.
Әлегә уҙған алты төр ярышынан улар ни бары бер генә тапҡыр подиумға күтәрелде. Эҙәрлекләү бәйгеһендә Антон Шипулин бронза миҙал яуланы. Малышко дүртенсе булды.
Ғөмүмән, Рәсәй спортсылары, уңышҡа ирешә алмаһа ла, көслө һигеҙ спортсы исемлегенә даими инеп тора. Спринт ярышында Ольга Зайцева дүртенсе булып финишҡа килһә, яҡташыбыҙ Ольга Вилухина – бишенсе. Эҙәрлекләү бәйгеһендә Зайцева йәнә дүртенсе, Глазырина бишенсе килә. Шәхси беренселектә Зайцева алтынсы һөҙөмтә күрһәтһә, Глазырина етенсе була, Вилухина – унынсы. Һөҙөмтәләре тотороҡло һымаҡ, тик уңышҡа өлгәшер өсөн нимәлер етмәй...

Алһыу ИШМӨХӘМӘТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға