«Йәшлек» гәзите » Спорт » «Мин һуғайым, ҡустым, һин ҡола»



22.01.2013 «Мин һуғайым, ҡустым, һин ҡола»

«Мин һуғайым, ҡустым, һин ҡола»
17 – 19 ғинуарҙа Сибай ҡалаһының «Бөркөт» физкультура-һауыҡтырыу комплексында кикбоксинг буйынса «Башҡорт баҡыры» асыҡ акционерҙар йәмғиәте призына X Бөтә Рәсәй турниры уҙҙы.
Асылда, был бәйгегә бөтә донъя турниры тигән исем бирергә лә булалыр: быға тиклем йыл да ҡаҙағстан спортсылары килә ине, быйылдан үзбәктәр ҙә юл һалып алды. Үзбәктәр, ҡаҙаҡтар, ырымбурҙар, өфөләр, стәрлетамаҡтар, бәләбәйҙәр, магниттар, күмертауҙар, йылайыр­ҙар һәм әбйәлилдәр, хәйбуллалар ҙа килде был турнирға.
Турнир барышы судьяларҙың ғәҙел эшләргә тырышыуы менән оҡшаны. Һәр хәлдә, һәр парҙың сығышына ла, тренерҙар үҙҙәренең тәрбиәләнеүселәре менән тап килешмәһен өсөн, судьялар составы үҙгәреп тороуы күңелде күтәрҙе. Икенсе мәл − ошондай шарттарҙа ла Сибай йыйылма командаһы, йылдағыса, ышаныслы сығыш яһап, команда беренселеген ҡулдан ысҡындырманы. ҡаҙаҡтар ярыштарға гелән кикбоксингҡа ныҡлы әҙерләнеп килә, әммә быйыл сибайҙарҙың өҫтөнлөгө айырыуса ныҡ һиҙелде: һәр ауырлыҡ категорияһында ла тиерлек финалға беҙҙекеләр сығыуы ҡыуандырҙы. Үҙебеҙҙекеләрҙе маҡтап өйрәнмәгәнбеҙ; шулай ҙа, әйтеүҙәренсә, Рәсәй кимәлендә уҙған күп кенә ярышта, бәйгеселәр исемлегендә сибайҙарҙы күреү менән, туҡмалып еңелгәнсе, былай еңеләйем мин уны, тигәндәй, ярыштан үҙ теләге менән төшөп ҡалыусылар ҙа була икән, үәт! Был – Сибай тренерҙары Хәлит Хибәтуллин һәм Сания Юлдыбаеваның (Вәлиева) ныҡышмалы эше күрһәткесе.
Команда беренселегендә сибайҙар − беренсе, магниттар – икенсе, ҡаҙағстан командаһы өсөнсө урынды яуланы. «Башҡорт баҡыры» асыҡ акционерҙар йәмғиәте еңеүселәрҙе 50000, 30000 һәм 20000 һум күләмендәге аҡсалата бүләк менән бүләкләне.

Илшат ҡАНСУРИН.
Автор фотоһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға