18.01.2013 ҙур спорт тирәләй
Бөйөк уйынсыға 65 йәш тулған булыр ине
Данлыҡлы хоккейсы, донъяла иң көслө һөжүмселәрҙән һаналған Валерий Харламовҡа 14 ғинуарҙа 65 йәш тулған булыр ине.
Ул бынан 32 йыл элек, ғаиләһе менән автоһәләкәткә осрап, һәләк була.
Бөйөк уйынсы ҡыҫҡа ғына ғүмере эсендә СССР йыйылма командаһы составында ике тапҡыр Олимпия уйындары чемпионы, һигеҙ тапҡыр донъя һәм ете тапҡыр Европа беренселеге еңеүсеһе исемен яулай.
Хоккей яңылыҡтары
«Салауат Юлаев» командаһының һаҡсыһы Виталий Шулаков клуб етәкселеге менән килешеү нигеҙендә команданан китергә булды.
Ул өфөләр өсөн 15 осрашыу үткәреп, үҙ иҫәбенә бер мәрәй ҙә яҙа алмай. Виталий миҙгел башында «Амур» командаһынан юлаевсыларға килгәйне.
Йәштәр лигаһында уйнаған Өфөнөң «Толпар» үҫмерҙәре даими беренселегенең сираттағы осрашыуҙарын ситтә уҙғарҙы. Башта улар Омскиҙа «Омские ястребы» командаһына ике рәт отолғас, Новосибирскиҙа урындағы «Сибирские снайперы» хоккейсылары менән осрашты. Тәүге бәйгелә өфөләр уларҙы 5:1 иҫәбенә еңһә, икенсеһендә хужалар «Толпар»ҙы 3:2 иҫәбенә отто.
Рәсәй беренселегенең бронза миҙал призеры, Өфөнөң «Ағиҙел» командаһы ҡыҙҙары сираттағы осрашыуҙарын Түбәнге Новгородта СКИФ командаһы менән уҙғарҙы. Урындағы ҡыҙҙар, күп тапҡыр Рәсәй чемпионы һәм дә Европа беренселеге еңеүсеһе булараҡ, Өфө һылыуҙарын тәүге уйында отһа, икенсеһендә иһә «Ағиҙел» уларҙы 3:2 иҫәбенә еңеп, үҙ тарихында тәүгә ҙур уңышҡа ҡаҙанды.
Екатерина Юрьева – төп составта
Биатлон буйынса донъя кубогының бишенсе этабы ла артта ҡалды.
Рәсәй йыйылма командаһы, биш алтын, алты көмөш һәм ете бронза миҙал яулап, Норвегия спортсыларынан ғына ҡалышып, дөйөм икенсе урынды биләй. Беҙҙең биатлонсылар бигерәк тә һуңғы ике этаптағы уңышлы сығышы менән хәлен бер аҙ яҡшыртты. Әлеге бишенсе этапта улар өс «көмөш» һәм ике «бронза»ға эйә булды.
Шәхси беренселектә әлегә Дмитрий Малышко ғына мәргәнлеге һәм тиҙлеге арҡаһында подиумға алты тапҡыр күтәрелде. Ольга Зайцева ла, ниһайәт, юғары баҫҡысҡа менеп, бер тапҡыр финишҡа өсөнсө килде.
ҡалғандары әлегә эстафетала ғына уңышҡа өлгәшеп, шәхси күрһәткестәрен яҡшыртҡаны юҡ. Тотороҡло яҡташыбыҙ Ольга Вилухина эстафета составында берәр алтын һәм көмөш миҙал яулап, ике тапҡыр өсөнсө урынды алды. Киләһе алтынсы этапта билдәле Екатерина Юрьева составҡа ҡайтарыласаҡ. Ул бынан ике йыл элек, допинг ҡулланыуҙа ғәйепләнеп, ярыштарҙан ситләштерелгәйне. Бына хәҙер ваҡыты үтеп, ул IВU кубогы этаптарында уңышлы сығышы менән ошо хоҡуҡты яуланы. Киләһе этап Италияла уҙасаҡ.
Төп составтан алыҫ йөрөгән яҡташыбыҙ Максим Чудов оҙаҡламай Сочиҙа буласаҡ халыҡ-ара бәйгелә үҙен һынап ҡарамаҡсы.
Тенниссыларға алмаш үҫә
Австралияла теннис буйынса «Ҙур шлем» турнирының сираттағы бәйгеһе башланды.
Приз фонды 31 750 000 долларға тиң ярышта ҡатнашырға теләүсе Рәсәй тенниссылары ла бихисап. Билдәле Мария Шарапова, Светлана Кузнецова, Николай Давыденко, Михаил Южный кеүек спортсыларҙан тыш, үҫеп килгән быуын да көсөн һынап ҡарарға сыҡты. Әйтәйек, 18 йәшлек Дарья Гаврилова тәүге әйләнештә АҡШ спортсыһын еңеп, әле үк үҙ карьераһында уңыш ҡаҙанды. Шулай уҡ Андрей Кузнецов, донъя рейтингы буйынса 11-се урында торған Аргентина тенниссыһын отоуы менән сенсация яһап, икенсе әйләнешкә сыҡты. Ә бына билдәле Надежда Петрова үҙенән күпкә көсһөҙөрәк 42 йәшлек Япония спортсыһынан еңелеп, әле үк илебеҙгә әйләнеп ҡайтырға мәжбүр.
Вагнер Лав ЦСКА-ға ҡайтты
Бразилия уйынсыһы, ете миҙгел ЦСКА командаһы составында уңышлы уйнап, «Фламенго» клубына күсеп, карьераһын дауам иткән һөжүмсе Вагнер Лав ҡабаттан Рәсәйгә ҡайтты.
Ул ошоғаса беҙҙең илдә иң һөҙөмтәле легионерҙарҙан һанала. Мәскәү клубы составында 232 осрашыу үткәреп, 113 туп индерә. Бөгөн ул, ЦСКА менән өс йыл ярымға килешеү төҙөнө. Ә бына иң бай «Анжи» клубы йәнә башы аша һикермәксе булған. Ул Испания йыйылма командаһы уйынсыһы, донъя чемпионы, «Челси» клубында уйнаған 28 йәшлек Фернандо Торресты үҙ яғына ауҙармаҡсы. Тик уныһы әлегә «оҙон аҡса»ға үрелмәйерәк тора…
Алһыу ИШМӨХӘМӘТОВА.