18.01.2013 Баймаҡтар шашка уйнарға ярата
Уҙған йыл Баймаҡ районы өсөн шашка йылы булды, тиергә була. 2012 йылдың ғинуар айында мәктәптәрҙә шашка ярыштары үткәрелеп, иң яҡшы уйынсылар район кимәлендә тәүге тапҡыр үҙ көсөн һынаны. Артабан «Чудо-шашка» район ярышына әҙерлек башланды. Март – апрель айҙарында иң яҡшы командалар үҙ-ара ярышып, көслө тип табылған Төркмән мәктәбе командаһы Күмертау ҡалаһында үткәрелгән ярышта ҡатнашып ҡайтты. Шулай уҡ май айында уҡыусылар араһында шәхси беренселеккә ярыштар үткәрелде. Августа Иҫән ауылында йәш шашкасылар көс һынашты. Сентябрь – октябрь айҙарында шәхси беренселеккә үткәрелгән ярышта еңеүселәр Ишембайҙа республика кимәлендәге уйындарҙа ҡатнашып ҡайтты.
Иң иҫтә ҡалырлыҡ шашка туры республикала тәүге тапҡыр ойошторолған «Әсәй һәм мин − шашка ғаиләһе» исеме аҫтында Әсә көнөнә ҡарата 27 ноябрҙә «Баһадир» спорт-һауыҡтырыу үҙәгендә үткәрелгән турҙы әйтергә була. Бында 15 ғаилә көс һынашты, әсәйҙәр ҡул эштәре күргәҙмәһе әҙерләне, балалар компьютер ярҙамында төшөрөлгән һүрәттәр конкурсында ҡатнашты, һәр ғаилә үҙе тураһында шиғыр, йыр, бейеүҙәр аша таныштырҙы. Был сараны әсәйҙәр һәм балалар араһында үҙ-ара шашка буйынса ярыш дауам итте. Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылына арналған был сараны һәм башҡа шашка ярыштарын районыбыҙҙың шашка федерацияһы етәксеһе, республиканың билдәле шашкасыһы Зилә Йәноҙаҡ ҡыҙы Вилданова ойошторҙо. Ул районда шашка спортын үҫтереүгә тос өлөш индереп кенә ҡалмай, был уйындарҙа үҙе лә әүҙем ҡатнаша, уҡытыусыларҙы, ата-әсәләрҙе, уҡыусыларҙы шашка уйынына ылыҡтырыу буйынса ҙур эш алып бара. Уның эшенең төп принцибы − кешене кескәй саҡтан фекерләргә өйрәтеү. Ысынлап та, шашка уйнаған уҡыусыларҙың уҡыуға, белем алыуға ынтылышы арта, тәртибе ыңғай яҡҡа үҙгәрә. Мәктәптәрҙә шашка дәрестәрен индереү үҫеп килгән быуынды тәрбиәләүҙә мөһим роль уйнаясаҡ. Быйыл да Баймаҡ шашкасылары һынатмаҫ тип ышанайыҡ.
Ә. ЙОМАҒУЖИНА.
Баймаҡ районы.