11.01.2013 ҙур спорт тирәләй
Локауттың тамамланыуы күптәргә файҙалы булыр
Өфөлә үҫмерҙәр араһында донъя беренселеге булыу сәбәпле, «Салауат Юлаев» командаһы нисектер күләгәлә ҡалды.
Уларға уйнарға боҙ майҙансығы булмау арҡаһында, чемпионаттан ситләштерелеп, юлаевсылар йыл да уҙған халыҡ-ара турнирға юлланды. Өфөләр Швейцарияла Шпенглер кубогы өсөн көрәште. Дөрөҫөрәге, көрәште түгел, ә ҡатнашты тиһәк тә була. Сөнки «баш»һыҙ командабыҙ дәғүәселәренә ҡаршы тора алмай, бар йәһәттән дә биреште. Был мөһим дә түгел хәҙер. Алда уларҙы көсөргәнешле даими беренселектең ҡалған уйындары көтә. Юғалтыуҙар күп булыу сәбәпле, юлаевсыларѓа плей-офф зонаһында нығыныу өсөн хәҙер һәр уйында мәрәй яулау төп маҡсат булып тора. Өфөләр юл ыңғайы Мәскәү өлкәһендә «Витязь» уйынсыларын 3:0 иҫәбенә отҡас, конференция лидеры − «Аҡ барс»ҡа юл тотто. Тик был юлы принципиаль дәғүәсебеҙ, ун көн буйына тиерлек сит яҡтарҙа арып, йонсоған күршеләрен йәнә хәлһеҙләндереп, ҡапҡабыҙға туғыҙ шайба сәпәне. Өфөләрҙең үҙ карьераһында бындай мәсхәрәгә бөтөнләй ҡалғаны булмай. Һәр хәлдә, беҙ хәтерләмәйбеҙ. Тағы килеп «Аҡ барс»тан. Ике команда араһында бәйге һәр ваҡыт көсөргәнешле, беренселектең бер биҙәге булып үтә торғайны. Нишләйһең, яралы бүрене рәхәтләнеп рәнйеттеләр… Үҫмерҙәр чемпионаты тамамланып, иң мөһиме − юлаевсылар үҙ майҙанына әйләнеп ҡайтты. Ә унда уларҙы Көнбайыш конференцияһының лидеры − Мәскәүҙең «Динамо»һы көтә ине. Үәт, һынау… Өфөләрҙең уйынына сарсаған меңәрләгән көйәрмәнебеҙ «Өфө-Арена»ны баҫып тиерлек алды.
«Динамо» командаһы ла Өфөгә һәр осрашыуҙа уйын яҙмышын хәл иткән көслө өс уйынсыһыҙ килде. НХЛ-дағы локаут тамамланыу сәбәпле, уның КХЛ-ға килгән бар «йондоҙҙар»ы киренән океан аръяғындағы клубтарына юлланды. Шул уҡ «Динамо»ла ваҡытлыса уйнаған Овечкин, Бэкстрем, Комаров та шул яҡҡа ыңғайланы. Улар инде үҙҙәрендә күнекмәләргә лә сыҡҡан, буғай. Ғөмүмән, КХЛ-дағы беҙҙең кеүек командаларға НХЛ-дан килгән яңылыҡ ыңғай күренеш булып һанала. Юҡһа улар арҡаһында ҡайһы бер клубтар шашып киткәйне. Бына шуға күрә өфөләргә нисек тә булһа үткәндәге еңелеүе өсөн көйәрмәндәре алдында мах бирмәҫкә кәрәк ине һәм улар, лайыҡлы сығыш яһап, ҡунаҡтарҙы 1:0 иҫәбенә еңеп ҡайтарҙы. Тағы килеп беҙҙең команда ҡапҡаһында донъя беренселеге призеры, 18 йәшлек Андрей Василевский тороп, «Динамо» уйынсыларынан ҡапҡаһына бер генә шайба ла үткәртмәне. Афарин!
Шулай итеп, «Салауат Юлаев» командаһы кәрәкле өс мәрәй яулап, 64 мәрәй менән үҙ конференцияһының етенсе баҫҡысында килә. Бында эштәр бик ҡыҙыу булмаҡсы. Сөнки биш команда бер сама мәрәй менән үҙ-ара береһен плей-оффтан ҡыҫырыҡлап сығарасаҡ.
«Торос»тың маҡсаты – еңеү
Уҙған миҙгелдә Братина кубогын яулаған Нефтекаманың «Торос» хоккейсылары быйыл да тотороҡло сығышы менән көйәрмәндәрен ҡыуандыра.
Һуңғы уйында улар көслө генә «Ермак» командаһын буллит серияһында отто. Әлегә «Торос» клубы, 37 осрашыуҙан һуң 73 мәрәй яулап, турнир таблицаһының дүртенсе баҫҡысында урынлашҡан. Ә өсөнсөлә – «Южный Урал». Улар иҫәбендә 74 мәрәй. Ә бына лидерға – ҡаҙағстандың «Сарыарка» командаһына етеүсе булмаҫ кеүек. Улар 22 уйын рәттән еңелеү кисергәне юҡ. Нефтекама хоккейсылары ҡаҙаҡтарҙан 15 мәрәйгә ҡалыша.
Чудовтың хыялы тормошҡа ашмаҫ, ахыры…
Биатлон буйынса донъя чемпионы, донъя этаптары еңеүсеһе һәм призеры, «рус ракеткаһы» тип йөрөтөлгән яҡташыбыҙ Максим Чудовҡа ла карьераһын тамамларға ваҡыт етте, буғай.
Йәрәхәт алып, бер йыл буйы стартҡа сыҡмай, уҙған йәй донъя беренселегендә еңеүсе булғас, Максим, үҙ аллы шөғөлләнеп, киләсәккә өмөт бағлағайны. Тренерҙар ҙа уға ышанды. Быйылғы миҙгелдә төп составҡа эләгер өсөн уны башта кимәле менән әҙерәк түбән булған IBU этаптарында һынап ҡарарға булғайнылар. Үкенескә күрә, яҡташыбыҙ унда ла бары ике генә бәйгелә ҡатнашып, биатлон һөйөүселәрҙе ҡыуандыра алманы. Береһендә финишҡа 38-се килһә, икенсеһендә бөтөнләй 48-се булды. Хәҙер төп составта дәғүәселек ҙур булыу сәбәпле, унан да ситләттеләр. Ә бит Максимдың хыялы Сочиҙа буласаҡ ҡышҡы Олимпия уйындарына эләгеү ине...
Рәсәй биатлонсылары подиумһыҙ ҡалмай
Һуңғы арала Рәсәй биатлонсылары донъя кубогындағы сығыштары менән спорт һөйөүселәрҙе ҡыуандырып тора.
Улар дүртенсе этапта дүрт тапҡыр юғары подиумға күтәрелеп, алты бәйгенең дүртеһендә еңеүсе булды. Ир-егеттәр эстафетала алдынғылыҡты бирмәһә, һуңынан, ниһайәт, билдәле ветераныбыҙ Ольга Зайцева шәхси беренселектә финишҡа беренсе килде. Ә инде өмөтлө биатлонсы Дмитрий Малышко Рәсәй өсөн ике алтын миҙал яуланы. Һәм бына яңыраҡ бишенсе этапта ҡатын-ҡыҙҙар командаһы, эстафетала тик Норвегия биатлонсыларынан ҡалышып, «ҡумтаһын» көмөш миҙал менән тулыландырҙы. Рәсәй йыйылма командаһы составында алмаштырғыһыҙ яҡташыбыҙ Ольга Вилухина ла еңеүгә тос өлөш индерҙе. Сөнки ул икенсе этапта йүгереп, лидерҙан булған 30 секунд айырманы ҡайтарып, улар менән тиңләште.
Ғөмүмән, яҡташыбыҙ әлегә шәхси беренселектә уңыш ҡаҙанмаһа ла, дөйөм күрһәткестәре менән көслө ун спортсы исемлегенән төшкәне юҡ. Шуға ла донъя кубогының дөйөм зачеты буйынса ул юғары бишенсе урынды биләй. Билдәле Ольга Зайцева иһә әлегә тик 10-сыла.
Ир-аттарыбыҙҙың ул йәһәттән күрһәткесе күпкә яҡшыраҡ. Әйтәйек, Евгений Устюгов дөйөм өсөнсө булһа, Дмитрий Малышко менән Евгений Гараничев дүртенсе-бишенсе урындарҙы бүлешә.
Алһыу ИШМӨХӘМӘТОВА.