«Йәшлек» гәзите » Спорт » Ҡунаҡсыл Түбәнге Новгород өфөләрҙе ҡыйтарырға ашыҡманы…



04.12.2012 Ҡунаҡсыл Түбәнге Новгород өфөләрҙе ҡыйтарырға ашыҡманы…

«Атлант» хоккейсыларынан 2:0 иҫәбенә отолғас, Венер Сафиндың тәрбиәләнеүселәре «Локомо­тив»ҡа юлланды. Бында ла уларға тын алырға бирмәй, майҙан хужалары ҡунаҡтарҙы 3:2 иҫәбенә еңеп ҡайтарҙы. Ә бит бер мәрәй булһа ла яуларға мөмкинлек бар ине. Осрашыуҙы уңышлы башлап, ике шайбаға булған өҫтөнлөктө юғалтып, һөҙөмтәлә еңелеү кисерҙек, йәл. Өсөнсө ситтәге уйынын юлаевсылар Түбәнге Новгородта урындағы «Торпедо» уйынсылары менән дауам итте. Улары ла ҡунаҡтарға ҡаршы ең һыҙғанып тотонмаҡсы булғайны ла, тик был юлы өфөләр һаҡланыбыраҡ уйнаны. Иҫәпте беренсе булып хужалар асһа ла, өфөләр шунда уҡ яуап бирҙе. Һуңынан башланды ла инде тәртип боҙоуҙар. Хөкөм итеүселәр күберәк ваҡыт тик юлаевсыларҙы ғына штраф эскәмйәһенә ултыртты. Улары ла тиктомалдан йә эшлекле яза ала, йә булмаһа, үҙ ғәйебе менән ял итеү урынын хуп күрҙе. Ярай әле «Торпедо» уйынсылары «бүләк»те ризалыҡ менән ҡабул итә алманы. Ә инде һуңынан күптән һөҙөмтәгә өлгәшә алмай ыҙаланған һөжүмсе Глухов өфөләрҙе алға сығарһа, өсөнсө еңеү шайбаһын Игорь Мирнов ин­дер­ҙе. Хужалар күп ваҡыт ҡапҡасыһын алтынсы уйынсыға алмаштырып, юлаевсылар ҡапҡаһын «ут»ҡа тотһа ла, һөҙөмтәгә ирешә алманы. Хәҙер Венер Сафиндың тәрбиәләнеүселәре үҙ дивизионының икенсе баҫҡысына менеп баҫты. Иртәгә беҙгә ҡунаҡҡа «Амур» килә.
Алһыу ИШМӨХӘМӘТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға