«Йәшлек» гәзите » Спорт » Беҙҙә лайыҡлы бокссылар үҫә



27.11.2012 Беҙҙә лайыҡлы бокссылар үҫә

Һуңғы йылдарҙа Йылайыр районында спорт­ҡа ҡарата иғтибар арта төштө. Мәҫәлән, шашкасыларыбыҙ бер нисә йыл рәттән алдын­ғылыҡты берәүгә лә бирмәй. Еңел булмаған спорт төрө — кикбоксинг буйынса ла ҡаҙаныштар артҡандан-арта. Ун йыл элек беренсе разрядлы спортсылар, республика, Рәсәй ярыштары еңеүселәре ағалы-ҡустылы Самат һәм Илфат Такаловтар спорт мәктәбендә кикбоксинг буйынса секция асҡайны. Тәүге йылдарҙа уҡ Арен һәм Карен Кочеряндар, Нургиз Аҡҡужин республика чемпионы кимәленә күтәрелде. Бөгөн улар – студенттар, юғары уҡыу йорттарында ла был спорт менән шөғөлләнеүен дауам итә һәм яңы үрҙәр яулай. Секцияның ғорурлығы – Рәсәй чемпионы титулына эйә Александр Чикунов, Айгиз һәм Нургиз Такаловтар, Михаил Годуленко. Улар сит илдәрҙә лә уңышлы сығыш яһап, призлы урындар яулай.
ҡыҫҡаһы, Рәсәй беренселеге һәм Донъя кубогы еңеүселәре һәм призерҙарының матч осрашыуҙары урыны итеп юҡҡа ғына Йылайыр һайланманы. Район мәҙәниәт йортоноң тамаша залында бер ай алдан әҙерлек башлана, унда махсус Олимпия рингы урынлаштырыла. Өфө, Силәбе өлкәһе һәм башҡа спортсылар араһында хужалар алдынғылыҡты берәүгә лә бирмәне. Район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, уларҙы ышаныслы еңеүҙәре менән ҡотлап, аҡсалата сертификаттар, ә БР йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта турнирҙың кубогын тапшырҙы. Ул балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренеры Самат Такаловты «Башҡортос­тандың иң яҡшы тренеры» тигән почет билдәһе тапшырылыуы менән ҡотланы.

Фәрит РӘМОВ.
Йылайыр районы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға