20.11.2012 Баш ҡалаға Паралимпия вәкилдәре йыйыла
Ошо көндәрҙә Өфөлә Паралимпия йыйылышы үтәсәк.
Рәсәй Паралимпия комитетының дүрт йылға ике тапҡыр уҙа торған йыйылышы бығаса тик Мәскәүҙә ойошторолған. Хәҙер, беҙҙең спортсыларҙың ҙур ҡаҙаныштарын иҫәпкә алып, ул сараны үткәреү хоҡуғы Өфөгә лә бирелгән. Йыйылышҡа Рәсәй Паралимпия комитеты президенты, РФ-ның Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкиле Владимир Лукин, Паралимпия комитеты рәйесе Павел Рожков, Рәсәй һуҡыр спортсылар федерацияһы рәйесе Лидия Абрамованың һәм башҡа спорт төрө федерациялары етәкселәренең килеүе көтөлә.
Сарала Лондонда үткән уйындарға йомғаҡ яһалып, 2016 йылда Рио-де-Жанейрола буласаҡ Паралимпия уйындарына әҙерлек тураһында һүҙ барасаҡ. Йыйылышта республика етәкселегенең дә ҡатнашыуы күҙаллана.