«Йәшлек» гәзите » Спорт » ҙур спорт тирәләй



16.11.2012 ҙур спорт тирәләй

Ниһайәт, өс мәрәй
«Өфө» футбол командаһы быйылғы йылдың һуңғы дебют осрашыуын ситтә, беренселек лидеры «Томь» футболсылары менән уҙғарасаҡ.
Әлегә улар үҙендә билдәле «Ротор» клубын ҡабул иткәйне. Быға тиклем Игорь Колывановтың тәрбиәләнеүселәре дүрт уйында рәттән дәғүәселәре менән еңеүсене асыҡлай алмай ыҙаланды. Дөрөҫөрәге, отоп килгән еренән һуңғы мәлдә һәр ваҡыт еңеүҙе ҡулынан ысҡындырҙы. Әлегеһендә лә бәйге шул уҡ сценарий буйынса барҙы. Тәүге осор 0:0 иҫәбенә тамамланһа, һуңғыһының 60-сы минутында хужалар иҫәпте асыуға өлгәште. Минималь иҫәп йәнә «Өфө»ләргә ҡурҡыныс менән янаны. Сөнки ҡунаҡтар һөжүм артынан һөжүм ойошторҙо. Тик бәхет был юлы хужалар яғында булды. Шулай итеп, «Өфө»ләр кәрәкле өс мәрәй яулап, 20 уйындан һуң 30 мәрәй менән турнир таблицаһының һигеҙенсе баҫҡысына үрмәләне. Әлегә «Томь» лидер. Уның иҫәбендә 48 мәрәй. «Урал» 42 мәрәй менән икенсе булһа, «Нефтехимик» клубы өсөнсө (35 мәрәй).

Европа кимәленә етергә хыялланалар…

Футбол буйынса Премьер-лига беренселегенең сираттағы осрашыуҙары үткәйне.
Чемпионат лидеры, һуңғы арала позицияһын юғалтып, турнир таблицаһының өсөнсө баҫҡысына төштө. Һүҙ Махачкаланың «Анжи» командаһы хаҡында. Улар әлеге 15-се турҙа «Локомотив»тан әллә ни өҫтөнлөк итмәһә лә, 1:1 иҫәбенә таралышты. Ә бына ЦСКА ошо мөмкинлекте ҡулынан ысҡындырмай, «Кубань» футболсыларын 3:1 иҫәбенә отоп, хәҙер «Анжи»ҙан өс мәрәйгә өҫтөнлөк итеп, лидерлыҡҡа дәғүә итә. Шулай уҡ «Зенит» та, беренселек аутсайдерҙарының бе­реһе – «Волга» клубын 2:1 иҫәбенә еңеп, 33 мәрәй яулап, «Анжи» менән 2 – 3-сө урындарҙы бүлешә. «Терек» менән «Спартак»та үҙ дәғүәселәрен отоп, 28-шәр мәрәй менән 4 − 5-се урындарҙы биләй. Таблицаның иң төпкөлөндә «Мордовия» уйынсылары тапана. Улар иҫәбендә бары 8 мәрәй. Шулай уҡ «Алания»ның да хәле мөшкөл (10 мәрәй).
Беренселек йәй һәм яҙ миҙгелдәренә һуҙылған яңы форматта үткәрелһә лә, чемпионат әле булһа дауам итә. Әле беҙ ҡарлы футболды 13 декабргә хәтлем күҙәтә аласаҡбыҙ. Һуңынан ялға туҡтап, март башында беренселек үҙ юлын дауам итәсәк.

Кличкоға ҡаршы һаман дәғүәсе табылмай

Профессиональ бокссылар араһында абсолют донъя чемпионы Владимир Кличко, йәнә дәғүәсеһен еңеп, титулдарын һаҡлап ҡалды.
Ул 12 раундлы бәйгелә Польша спортсыһы Мариуш Вахты мәрәйҙәр һаны буйынса отто. 36 йәшлек Кличко өсөн был 10-сы тапҡыр титулын яҡлау булып һанала. Ә инде профессиональ рингыла ул бөтәһе 62 осрашыу үткәреп, 59-нда еңеүсе булып таныла, 51-ендә нокаут менән еңә.

Лондон геройҙарына «хөкөм»…

Яулауын-яулайҙар ҙа ул, тик ниндәй көс менән…
Яңыраҡ тыумышы менән Влади­кавказдан булған көрәшсе Сослан Тигиев Олимпия уйындарында яулаған бронза миҙалынан мәхрүм ҡалды. Уның ҡанында тыйылған препарат тапҡандар. Тигиев Олимпиадала Үзбәкстан өсөн сығыш яһай. Ғөмүмән, уйын мәлендә 5000 спортсы допингыға тикшерелә. Белоруссия спортсыһы, ядро ырғытыуҙа Лондон алтынын яулаған Надежда Остапчук та бүләкһеҙ ҡалды. Шулай уҡ Рәсәй спортсыһы, дискыны алыҫлыҡҡа ырғытыусы Дарья Пищаль­никованың да яҙмышы ҡыл өҫтөндә. Ул да Лондонда көмөш миҙал призеры булғайны. уйындарға тиклем ике ай элек алынған анализы ыңғай һөҙөмтә күрһәткән. Әгәр күрһәткесе иҫбатланһа, ул миҙалдан ғына түгел, карьераһынан да мәхрүм ҡаласаҡ. Сөнки Дарья бынан биш йыл элек шул уҡ енәйәттә тотолғайны.

Һәр мәрәй ҡәҙерле

Шулай итеп, бер аҙ тәнәфескә туҡтағандан һуң, КХЛ беренселеге үҙенең юлын дауам итте.
Чемпионаттың сираттағы турында 11 осрашыу үтте. Дивизион лидерҙары үҙҙәренең лидер икәнен иҫбатлап, дәғүәселәрен еңеп, позицияларын йәнә нығыта төштө. «Локомотив» командаһы «Слован»ды 4:0 иҫәбенә отһа, «Трактор» клубы «Барыҫ»та ҡунаҡ булып, уларҙы 6:3 иҫәбенә еңде. Юлаевсылар уйнаған дивизион лидеры − «Авангард» хоккейсылары Магнитогорскиҙың «Металлург»ын өҫтәмә ваҡытта 3:2 иҫәбенә отто. Ә инде «Динамо» (Мәскәү) тырыш «Витязь» командаһынан шул уҡ өҫтәмә ваҡытта ғына өҫтөнлөк итте. Иҫәп − 4:3.
«Салауат Юлаев» уйынсылары сәфәрен Мәскәүҙә урындағы «Спартак» командаһы менән осрашыуҙан башланы. «Спартак» тигәндән, улар ошо тәнәфес ваҡытында баш тренерын алмаштырып өлгөрҙө. Уларҙы йәнә Федор Канарейкин етәкләй. Ғөмүмән был белгес үҙ карьераһында «Спартак» клубына «баш» булып өсөнсө тапҡыр тәғәйенләнә. Шуға ла, «Спартак» үҙ дивизионында аутсайдер һаналһа ла, яңы етәксе аҫтында өфөләргә үҙ уйынын бәйләп маташты. Иҫәпте лә улар беренсе булып асты. Ә инде ҡунаҡтар тиҙ арала ике шайба менән яуап биреп, башҡаһына хәле етмәне. Хужалар, тырыша торғас, иҫәпте тигеҙләй һәм уйынды овертаймға күсерә. Бында ла еңеүсене асыҡлай алмағас, буллит серияһында юлаевсылар мәргәнерәк булып сыға һәм кәрәкле ике мәрәй яулай. Һәм ошо күрһәткес уларға үҙ дивизионында икенсе урынға күтәрелергә булышлыҡ итә. Ә инде Көнсығыш конференцияһында хатта бишенсе баҫҡысҡа үрмәләйҙәр.
Алһыу ИШМӨХӘМӘТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға