«Йәшлек» гәзите » Спорт » Капитан капитанлығын иҫбатланы



16.10.2010 Капитан капитанлығын иҫбатланы

Ниһайәт, «Салауат Юлаев» хоккейсылары, уҙған осрашыуҙа матур уйын күрһәтеп, күптән ҡалыплашҡан минималь иҫәптән ҡотолдо һәм лайыҡлы рәүештә үҙенә тиң булған дәғүәсене отто. Беҙҙекеләр уйын һайын йә минималь иҫәпкә еңә, йә булмаһа, еңелә. Был юлы Омскиҙың «Аван­гард» командаһы ҡап­ҡаһына дүрт яуапһыҙ шайба индергәс, барыбыҙҙың да күңелендә дөйөм һөҙөмтәне юғалт­мауға шик булманы. Уйын да бит күберәк өфөләрҙең өҫтөнлөгө менән барҙы. Тик Яромир Ягрҙың командаһы еңел генә бирелергә уйламаны һәм иҫәпте йәнә минималгә еткерҙе. Тағы шул «тырма»ға баҫыр­ҙар?.. Юҡ. Юлаевсыларҙың капитаны Виктор Козлов, шәхси оҫталығын йәнә иҫбатлап, иҫәпте бишкә еткерә һәм командаһына кәрәкле еңеүҙе килтерә. Голдарҙы өфөләрҙән Игорь Григоренко, Владимир Антипов, Александр Радулов һәм ике тапҡыр Виктор Козлов индерә. Ошо уңыштан һуң «Салауат Юлаев» командаһы, 28 мәрәй туплап, үҙ дивизионында лидер булды һәм дөйөм турнир таблицаһының, «Динамо» /Мәскәү/ /33 мәрәй/ менән «Металлург» /Мг//33 мәрәй/ командаларынан ҡала, өсөнсө урынында урынлашты. Иртәгә Вячеслав Бы­ковтың тәрбиәләнеүселәре Ханты-Мансиҙа урындағы «Югра» хоккейсыларынан матч-реванш алыр өсөн көрәшәсәк. Сөнки яңыраҡ улар, КХЛ-дың дебютанты булыуына ҡарамаҫтан, ҡунаҡта юлаевсыларҙы мәсхәрәгә ҡалдырғайны. Ғөмүмән, «Югра» бер беҙгә генә тешен ҡайраманы, Магнитогор­скиға барып, «Металлург» менән 4:4 иҫәбенә уйнап, буллит серияһында ғына отолдо.
Н. ТИМЕРОВ.
ҡалған осрашыуҙар һөҙөмтәһе: СКА–«Динамо» /Мәскәү/ – 1:2, «Трактор» – «Барыҫ»– 4:2, «Металлург» /Нк./ – «Аҡ барс» – 2:6, «Автомобилист» – 5:2, «Амур» – «Нефтехимик» – 4:1.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға