«Йәшлек» гәзите » Спорт » Өфөлә бөтә донъя батырҙары осрашасаҡ



12.10.2012 Өфөлә бөтә донъя батырҙары осрашасаҡ

Өфөлә бөтә донъя батырҙары осрашасаҡ
Билбау көрәше үҙ аллы спорт төрө булараҡ 60-тан ашыу илдә танылыу яулаған, рәсми рәүештә Олимпия булмаған спорт төрҙәренең донъя селтәренә индерелгән. Азия, Европа һәм донъя чемпионаттары даими уҙғарыла, билбау көрәше Азия уйындары һәм тәүге тапҡыр бөтә донъя Универсиадаһы программаһына индерелде.
Өфө ҡалаһында 7 – 9 ноябрҙә «Динамо» спорт комплексында билбау көрәше буйынса донъя кубогы уҙасаҡ. Ярышты ойоштороусылар — Халыҡ-ара билбау көрәше федерацияһы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты, Бөтә Рәсәй билбау көрәше федерацияһы, БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, Өфө ҡалаһының көрәш һәм билбау көрәше буйынса федерацияһы.
Спорт өлкәһендә был мөһим сара айҡанлы Бөтә Рәсәй билбау көрәше федерацияһы президенты, Силәбе өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Морис Йосопов менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

– Морис Харис улы, Бөтә Рәсәй билбау көрәше федерацияһы президенты вазифаһы кеүек яуаплы эш башлауығыҙға биш ай ваҡыт үтеп китте. Инде ниндәйҙер һығымталар яһарға ла мөмкиндер?
– Федерация тарафынан иң тәүҙә төбәктәрҙә билбау көрәше буйынса ҡатнашыусылар һанын ишәйтергә тигән маҡсат ҡуйылғайны. Волгоград ҡалаһында уҙған Рәсәй чемпионатында 29 төбәктән 300 көрәшсе ҡатнашты, был бик яҡшы күрһәткес. Сағыштырыу өсөн: 2011 йылда Силәбеләге чемпионатҡа 22 төбәктән 180 батыр йыйылды. Иң ҡыуаныслыһы, тәү башлап билбау көрәшендә сығыш яһаусылар һәйбәт һөҙөмтәләргә иреште. Яҡшы һөҙөмтә бар икән, тимәк, был төбәктә ошо йүнәлеш буйынса артабан иғтибар артасаҡ һәм киләсәктә финанслау буласаҡ, тигән һүҙ. Шулай уҡ үҫмерҙәр һәм юниорҙар араһында был спорт төрөн киң йәйелдереү өсөн айырым шөғөлләнәбеҙ.
Күптән түгел Астанала үткән донъя чемпионаты һәм беренселегендә ҡатнашыуҙы ойоштороуға федерация үҙ өлөшөн индерҙе. Бынан тыш, унда федерацияның киләһе йылға календарь планы тикшерелде. Уға ярашлы, 2013 йылда ла донъя кубогы Өфөлә уҙасаҡ. 2013 йыл, ғөмүмән, билбау көрәше өсөн иҫтәлекле йыл – ул ҡазанда уҙасаҡ Универсиада программаһына индерелде. 22 – 23 сентябрҙә Татарстанда 170 илдең студент союздары етәкселәре осрашты. Сарала 2019 йылғы ҡышҡы Универсиада­ның урыны презентацияланды – ул Красноярск ҡалаһы. Тимәк, Рәсәйҙә донъя кимәлендә спорт сараларын уҙғарыу традицияһы дауам итә. Ниһайәт, беҙҙең ил дә ҙур спортҡа йөҙ менән боролдо.

– Универсиадала сығыш яһаясаҡ батырҙар араһында, һеҙҙеңсә, фавориттар бармы?
– Универсиадала ҡатнашыу өсөн студенттар февраль айында Воронеж ҡалаһында һайлап алынасаҡ. Минең уйлауымса, бында дүрт төбәк – Башҡортостан, Та­тарстан, ҡарасәй-Черкес һәм Төньяҡ Осетия Республика­лары вәкилдәре өҫтөнлөк итәсәк. Ә башҡа яҡтарға был төбәктәрҙән ҡалған «бәлеш» өлөштәрен генә бүлешергә тура киләсәк. Һәр төбәктең батырҙары ниндәйҙер үҙенсәлектәре менән бүтәндәрҙән айырылып тора. ҡарасәй-Черкес егеттәре араһында ирекле стилдә көслө көрәшселәр бар, ә ҡатын-ҡыҙҙар уларҙа бөтөнләй көрәшмәй. Төньяҡ Осетияла ирҙәр ҙә, ҡатындар ҙа келәмгә сыға, уларҙа дзюдо буйынса халыҡ-ара спорт мастерҙары күп. Татарстанда классик стилгә өҫтөнлөк бирелә. Башҡортостанға килгәндә, бында барлыҡ стилдәр берҙәй үҫешкән. Һәр төбәктең үҙ «йондоҙ»ҙары бар. Ә универсиадала төбәк түгел, юғары уҡыу йорттарының һайланма командалары ҡатнашасаҡ. Мәҫәлән, минең тәрбиәләнеүсем, Силәбенән донъя чемпионкаһы, Өфөлә уҡый. Тимәк, ул Башҡортостан өсөн сығыш яһаясаҡ.
Башҡортостан батырҙарына килгәндә, һуңғы донъя чемпионатында сығыш яһаусы егеттәрҙе телгә алмау мөмкин түгел. Рөстәм Арыҫланов, 100 килограмдан ашыу ауырлыҡта сығыш яһап, ирекле стилдә бер дәғүәсеһенә лә мәрәй оторға бирмәне. 34 йәшлек батыр, тәжрибәһе һәм таһыллығы менән алдырып, төрөкмән, ҡаҙаҡ, монгол һәм үзбәктәрҙең иң оҫта көрәшселәрен бер-бер артлы йығып һалды.
75 килограмға тиклемге ауырлыҡта Альберт Рәхмәтуллин еңеүгә ынтылышы менән барыһын да таң ҡалдырҙы. Финалда Альберт башын төкөп, аңын юғалтты. Иҫенә килгәс, табиптарҙың тыйыуына ҡарамай, көрәште дауам итте һәм дәғүәсеһен еңде. Ул быйыл ике тапҡыр донъя чемпионы исемен яуланы, киләһе оло маҡсаты – Универсиадала уңышлы сығыш яһау.
Билбау көрәше төрки халыҡтарҙа киң таралған тип иҫәпләнһә лә, бөгөн ул – интернациональ спорт. Уйлайымса, билбау көрәше – кейемле халыҡ, тимәк, цивилизациялы халыҡ көрәше. Был төргә бүтән көрәшселәр ҙә – самбосылар, дзюдосылар, грек-рим көрәше менән шөғөлләнеүселәр тиҙ генә өйрәнеп китә. Улар ҙа Универсиадала ҡатнашыу өсөн ынтыла. Тик уларҙың тәжрибәһе юҡ, ҡағиҙәләрҙә лә «һай йөҙәләр».

– Өфөлә көтөлгән донъя кубогында ғәҙел булмаған алымдарҙы яратыусылар өсөн ниндәй язалар ҡаралған?
– Дөрөҫлөк булһын өсөн һәр келәмгә икешәр камера ҡуйырға ниәтләйбеҙ. Тағы ғәҙел хөкөм итеү судьянан тора, донъя кубогында объектив судьялар корпусы буласаҡ. 7 – 8 ноябрҙә ҡатын-ҡыҙҙар һәм ирҙәр араһында донъя кубогы уйнатылһа, 9 ноябрҙә Халыҡ-ара билбау көрәше ассоциацияһы һәм Бөтә Рәсәй билбау көрәше федерацияһының тәүге президенты Риф Ғайнанов исемендәге призға ирҙәр турниры уҙасаҡ. Хәтерләһәгеҙ, тап уның ҡатнашлығында биш йыл элек «Өфө-Арена»ла донъя чемпионаты үтте.
Донъя кубогы – 2012 Олимпия системаһы буйынса ҡаралған. Һәр илдән бер ауырлыҡ категорияһында ни бары ике спортсы, ирҙәр классик һәм ирекле стилдәрҙә – 7, ҡатындар ирекле стилдә 5 ауырлыҡ категорияһында сығыш яһай ала.
Был ярыш сиктәрендә билбау һәм милли көрәштә әүҙем ҡатнашҡан йәш көрәшселәргә – мәктәп уҡыусыларына спорт формалары бүләк итәсәкбеҙ. Александр Карелин, Морат Карданов кеүек билдәле шәхестәрҙең килеүе көтөлә, йәш спортсыларға улар менән аралашыу мөмкинлеге тейәсәк. Тағы ла киләһе йылда эре спорт ярыштарын уҙғарасаҡ төбәктәрҙе келәмдәр менән бүләкләү планлаштырылған.

– Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт, уңыштар һеҙгә!
– Һау булығыҙ, донъя кубогына мотлаҡ килегеҙ!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға