«Йәшлек» гәзите » Спорт » Ковальчук – СКА-ла, Овечкин – «Динамо»ла



21.09.2012 Ковальчук – СКА-ла, Овечкин – «Динамо»ла

Ковальчук – СКА-ла, Овечкин – «Динамо»ла
НХЛ-дағы локаут Рәсәй клубтары өсөн, бер яҡтан, файҙаға булһа, икенсе яҡтан ҡарағанда, ваҡытлыса килгән хоккейсылар, плей-офф ваҡытында үҙҙәренең беренселегенә кире ҡайтып, командаһын алыш майҙанында «ҡоралһыҙ» ҡалдырыуы менән янай. Шуға ла ҡайһы бер командалар етәкселеге, быны иҫәпкә алып, «йондоҙҙар»ҙы борсомаҫҡа булды. Ә инде теләгәндәре, хоккей һөйөүселәрҙе ҡыуандырып, әйҙә уларҙы күберәк йәлеп итһен. Уларҙың уйынынан ләззәт алырбыҙ. Әйтәйек, билдәле Илья Ковальчук СКА менән килешеү төҙөп, уның капитаны булып һайланды. «Вашингтон» һөжүмсеһе Александр Овечкин туған клубы «Динамо»ны һайланы. «Колорадо» ҡапҡасыһы Семен Варламов үҙенең «Локомотив»ына юлланмаҡсы. «Себер» командаһынан СКА-ға күсеп, унан НХЛ-ға юлланған һөжүмсе Владимир Тарасенко локаут ваҡытында Новосибирскиға ярҙамға килмәксе булғайны ла, юҡ шул, СКА уны үҙенә ауҙарҙы. «Аҡ барс»ҡа ҡоҙалан­ған Павел Дацюк, моғайын, унда уйнамаясаҡ. Клуб етәкселеге, күрәһең, элекке хатаһын ҡабатламаҫҡа булған. Әгәр иҫләһәгеҙ, бер заман шул уҡ НХЛ-дағы локаут ваҡытында ҡаҙан командаһы бар «йондоҙҙар»ҙы үҙендә йыйып, һөҙөмтәгә ирешә алмай, тишек шоманға ултырғайны. Дацюк, күп уйлап тормай, ЦСКА-ға барырға булды. Шулай уҡ ҡапҡасы Илья Брызгалов та «әрмеләр»ҙе хуп күрҙе. Беҙҙең «Салауат Юлаев», сит уйнаусыларҙың ярҙамынан баш тартып, әлегә үҙенең составына ышана. Сөнки уйнаһалар, һөҙөмтә булыр кеүек тойола. Ситтәге сәфәрҙә ике рәт отолғас, өсөнсөһөндә «Югра»ны 3:1 иҫәбенә еңеп, көйәрмәндәрен бер аҙ тынысландыр­ҙылар. Тик кисә улар үҙ майҙанында Малкин, Гончар, Кулемин кеүек «йондоҙҙар» менән нығынған Магнито­горскиҙың «Металлург»ын ҡабул иткәйне. Уйын нисек тамамланғандыр, билдәһеҙ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға