«Йәшлек» гәзите » Спорт » Биш уйында – биш мәрәй



18.09.2012 Биш уйында – биш мәрәй

Биш уйында – биш мәрәй
«Салауат Юлаев» хоккейсылары тәүге ситтәге осрашыуҙарын уҙғарып, ике уйында бары бер генә мәрәй яулай алды. Кисә кис Ханты-Мансиҙа урындағы «Югра» менән осраштылар. Венер Сафиндың тәрбиәләнеүселәре башта Омскиҙа «Авангард» менән төп ваҡытта 1:1 иҫәбенә таралышып, буллит серияһында йәнә отолдо. Ә бына ҡаҙағстанда «Барыҫ»ты 2:1 иҫәбенә еңә килеп, һуңғы мәлдә иҫәпте тигеҙләтеп кенә ҡалмай, ә еңелергә мәжбүр була. Хәҙер улар, биш уйында бер еңеү яулап, бары биш мәрәй менән генә турнир таблицаһының аҫҡы өлөшөндә урын алды. Уйынсылар ҙа бар, тренер ҙа бар кеүек, ә һөҙөмтә юҡ. Бәлки, НХЛ-дан берәйһен саҡырырға кәрәктер, сөнки һөйләнә торғас, НХЛ етәкселеге, үҙенең уйынсылар профсоюзы менән килешә алмай, миҙгелен бер аҙ ваҡытҡа шылдырырға булды. Хәҙер, моғайын, ундағы данлыҡлы хоккейсылар беҙҙең КХЛ клубтарына ябырылыр. Әле үк ҡайһы бер «йондоҙ»ҙар ваҡытлыса килешеү төҙөп бөттө. Әйтәйек, билдәле Илья Ковальчук СКА-ға юлланһа, Павел Дацюк «Аҡ барс» клубы менән килешкән. Евгений Малкин, Сергей Гончар һәм Николай Кулемин Магнитогорскиҙы хуп күргән. Былары беҙҙең «йондоҙ»ҙар булһа, легионер­ҙарға ла, моғайын, урын табылыр...
А. ИШМӨХӘМӘТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға