«Йәшлек» гәзите » Спорт » Ниһайәт!



14.09.2012 Ниһайәт!

Ниһайәт!
Венер Сафиндың командаһы ике уңышһыҙ уйындан һуң үҙ боҙонда өйҙәге өсөнсө осрашыуҙа Минскиҙың «Динамо» хоккейсыларын ҡабул итте.
Бында ла башта бәйге төҫһөҙ булды. Хужалар күпселек ваҡытта алға ынтылды, шайбаны ҡунаҡтар яғына сойорғотоу­ҙан башҡа әмәл тапманы. Ана шул мәлдәрҙең береһендә Денис Хлыстовтың тиктомалдан һуҡҡан «снаряды» уйламағанда дәғүәсенең ҡапҡаһына «ҡунаҡланы». Шулай ҙа, хоккей термины менән әйтмешләй, «Динамо» уйынсылары өфөләргә сисенеү бүлмәһенә китер алдынан гол индереп, тәнәфескә тыныс күңел менән туҡтаны. Һәм шунан башланды ла инде асыҡ уйын. Ике дәғүәсе лә 20 минут эсендә бер-береһенең ҡапҡаһына ете шайба индереп, көйәрмәндәргә голдарға бай уйын күрһәтте. Икенсе осор башланыу менән башта Мирослав Блатяк быйылғы миҙгелдә голдарға иҫәбен асһа, һуңынан үҙенең мәргәнлеген Юрий Трубачев ҡабатланы. Алты минут үтеүгә Никита Филатов матур гол индереп, иҫәпте өфөләр файҙаһына дүрткә еткерә. Күп тә үтмәй, Игорь Григоренкоға ла уңыш йылмая. Ә инде алтынсы голды йәнә Филатовҡа индерергә форсат тейә. ҡунаҡтар ҙа ебеп төшмәй, бер-бер артлы ике гол менән яуап биреп, һуңғы осорға бирешергә теләмәүен иҫбатлай.
Шулай итеп, өфөләр дәғүәсеһен 6:3 иҫәбенә отоп, тәүге өс мәрәй яулай. Кисә өфөләр Омскиҙа «Авангард» менән осрашты.
Н. ТИМЕРОВ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға