09.10.2010 һаҡсы Андрей Кутейкин, хоккейҙан тыш, шашка уйнарға ярата
Андрей Кутейкин 1984 йылдың 30 сентябрендә Һарытау өлкәһенең бәләкәй генә Вольск ҡаласығында тыуған. Хоккей карьераһын Силәбенең «Трактор» клубында башлай. Һарытауҙың «Кристалл» командаһында профессиональ уйынсы булып китә. 2004 – 2005 йылдарҙа «Салауат Юлаев»та сығыш яһай башлай һәм әлеге көнгә тиклем уның алмаштырғыһыҙ һаҡсыһы булып һанала. Өфө командаһы составында Рәсәй чемпионы исемен яулай. Шулай уҡ Рәсәй йыйылма командаһы составында ла уйнап өлгөрә.
Андрейҙың атаһы хоккей уйынының ҙур фанаты була. Заманында тиңдәштәре менән урам хоккейы менән мауыға. Бигерәк тә бала саҡ дуҫы Александр Михайлович был шөғөлгә мөкиббән киткән була. Ул, урам малайҙарын йыйып, үҙенсә хоккей секцияһын аса. Әлбиттә, бының өсөн тәғәйен урын да булмай. Әммә балалар, көн торошо ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, тышта ихлас шөғөлләнә. Һәм шул ваҡыт атаһының дуҫы биш йәшлек малайын килтереүен үтенә, йәнәһе, килһен, ҡараһын, кем белә, бәлки, үҙ итер, тип уйлай. Шулай Андрей хоккей уйыны менән мауығып китә. Ул һәр көн, күнекмәләрҙән ҡайтҡан һайын, киләһе көндө түҙемһеҙләнеп көтөп ала. Атаһы эштән бушамаһа, әсәһенән күнекмәләргә алып барыуын үтенә. Шулай итеп, Андрей, хоккейға йәне-тәне менән бирелеп, оҫталығын арттыра-арттыра, үҫеп китә. Тиңдәштәренә ҡарағанда буйға ла күпкә олпатыраҡ була. Шуға ла һаҡсы амплуаһын үҙ итә.
Тик әлеге лә баяғы тәғәйен спорт майҙансығының булмауы, шулай уҡ профессиональ белгестең юҡлығы ла яратҡан шөғөлөндә үҫер өсөн ауырлыҡтар тыуҙыра. Әммә был йәһәттән Кутейкиндарға бәхет йылмая. Тольяттиҙа уҙған үҫмерҙәр турнирында Силәбе өлкәһе белгесе Андрейҙы күреп ҡалып, уның киләсәктә перспективалы хоккейсы булыуын күҙаллап, үҙенә саҡыра.
ҡанатланған 12 йәшлек малай, бар донъяһын онотоп, Силәбегә ашҡына. Башта бер үҙе китә. Һуңынан ата-әсәһе апаһы менән Силәбегә күсеп килә. Барыу менән йәшәргә урын булмау сәбәпле, Спорт һарайының ҡунаҡханаһында көн итергә тура килә. Шулай итеп, Андрейҙың бөтөнләй икенсе – спорт тормошо башлана. Мәктәптә дәрестәре ҡалғылай башлай. Көндәлегендә «өс»тәр барлыҡҡа килә, ҡайһы саҡ унан да түбәнерәк билдәләр ҙә күренгеләй. Сөнки, үҙе әйтмешләй, күнекмәләрҙән тыш, ул буш ваҡытта шашка уйнарға ла ярата. Шашка тигәндән, фигуралары етмәһә, шешә ҡапҡастарын да ҡулланалар. Хатта иптәштәре менән турнир ойоштороп, беренселек тә үткәрәләр.
Бер аҙҙан йәш уйынсыны Ярославль хоккей мәктәбе үҙенә саҡыра. Әммә ул унда оҙаҡҡа туҡталмай. 16 йәше тулғас, Андрейҙы «Салауат Юлаев»тың ул ваҡыттағы баш тренеры Сергей Николаев Өфөгә саҡыра. «Салауат Юлаев»тың икенсе командаһында ике йыл сығыш яһағас, тыуған яғына яҡыныраҡ ергә – Һарытауҙың «Кристалл» клубына әйләнеп ҡайтта. ҡабаттан Өфөгә 2004 йылда килә. Ғөмүмән, Башҡортостандың баш ҡалаһын тыуған йорто итеп күрә. Уны үҙенең тыуған ҡалаһы Вольск кеүек яҡын күреп ярата. Вольскиҙа ла Андрейҙы хөрмәт итәләр. Юлаевсылар составында Рәсәй чемпионы булғас, тыуған яғында хоккейсыны оркестр менән ҡаршы алып, төрлө осрашыуҙар үткәрәләр. Хоккей уйыны менән мауығыусылар ҙа йылдан-йыл арта бара. Шуға күрә яңыраҡ унда 4,5 мең кеше һыйҙырышлы ябыҡ спорт майҙаны төҙөп, сафҡа индерәләр.
Андрейҙың ата-әсәһе Вольск ҡалаһында йәшәй.
Андрей әлегә өйләнмәгән, хоккейҙы яратам, тип шаярта. Буш ваҡытын өйҙә, йә булмаһа, тәбиғәт ҡосағында балыҡ ҡармаҡлап уҙғарырға ярата. «Спартак» футбол командаһы өсөн «ауырып», уның уйнауын үҙ итә. Олпат кәүҙәле булғанға күрә ҡайһы берәүҙәр уны «Тавгай» (беҙҙеңсә һуғыш суҡмары тигәнде аңлата) тип йөрөтә. Тик был уның һөнәре түгел. Әммә кәрәк саҡта Андрей үҙен этеп-төртөргә маташыусыларға яуап та ҡайтара, иптәштәрен дә яҡлаша.
Алһыу ИШМӨХӘМӘТОВА.