«Йәшлек» гәзите » Спорт » Иң шәп йөҙөүсе һәм йүгерек – Башҡортостандан



04.09.2012 Иң шәп йөҙөүсе һәм йүгерек – Башҡортостандан

Иң шәп йөҙөүсе һәм йүгерек – Башҡортостандан
Лондонда барған Паралимпия уйындарында ирекле стилдә 400 метрлыҡ дистанцияла йөҙөү буйынса Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙары араһында тәүге алтын миҙалды М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенты Оксана Савченко яуланы. Уның күрһәткесе – 4:37,89.
Башҡортос­тан Президенты Рөстәм Хәмитов Оксана Савченконы телефон аша еңеүе менән ҡотланы. Һөйләшеү барышында республика башлығы Рәсәй йыйылма командаһы составында Башҡортостан спортсылары яулаған тәүге алтын миҙал өсөн рәхмәт әйтте һәм Паралимпиадала артабанғы уңыштар теләне. Оксана Савченко Президентҡа сығыш яһауын дауам итәсәге һәм киләһе ярыштарҙа ла еңеү яуларға әҙер булыуы хаҡында белдер­ҙе.
2008 йылда Пекинда үткән Паралимпиадала Савченко өс алтын миҙал яулап, өс тапҡыр донъя рекорды ҡуйғайны. Бөгөн спортсы Өфө ҡалаһының 18-се балалар һәм үҫмерҙәр олимпия резервы спорт мәктәбендә спортсы-инструктор Игорь Тверяковта шөғөлләнә.
Башҡортостандан йәнә бер спортсы – еңел атлет Алексей Лабзин 400 метрға йүгереүҙә “алтын” яуланы. Яҡташыбыҙ 48,59 секундта финишҡа килеп, Паралимпиада рекорды ҡуйҙы. Икенсе урында ла Рәсәй спортсыһы.
Әйткәндәй, һөңгө ырғытыуҙа ил, республикабыҙ намыҫын яҡлаусы Анна Сорокина көмөш миҙалға лайыҡ булды.
Әлеге Паралимпия уйындарында Башҡортостандан 16 спортсы ҡатнаша. Улар – еңел атлеттар Елена Паутова, Алексей Лабзин, Андрей Коптев, Анна Сорокина, Альберт Әсәҙуллин, Илдар Помыкалов, Андрей Жирнов, Анастасия Овсянникова, Айгөл Сәхибзадаева, йөҙөүселәр Оксана Савченко, Александр Неволин-Светов, Михаил Зимин, фехтовальщиктар Марат Йосопов, Иван Андреев, Тимур Хәмәтшин, Тимур Фәйзуллин.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға