«Йәшлек» гәзите » Спорт » Көнләш, Америка, көнләш! Өфөнө ҙур байрам көтә!



27.07.2012 Көнләш, Америка, көнләш! Өфөнө ҙур байрам көтә!

Өфө 2013 йылда үтәсәк VI Халыҡ-ара ҡышҡы балалар уйындарына әҙерләнә. Ошо уңайҙан баш ҡалабыҙҙың Менделеев урамында тау саңғыһы спорты буйынса олимпиада резервы булған балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе төҙөлә. Был мәктәп бик матур һәм заманса булмаҡсы, уның эргә-тирәһен дә сағыу, уңайлы итеп эшләй­ҙәр. План буйынса, яңы спорт мәктәбе өс кимәлле паркинг менән бер комплекста барлыҡҡа киләсәк. Бина ике ҡатлы. Был хаҡта ошо көндәрҙә Өфө ҡалаһы ҡала округы үткәргән матбуғат конференцияһында хәбәр иттеләр. Сарала, VI Халыҡ-ара ҡышҡы балалар уйындары менән бер рәттән, Көньяҡ Кореяның Дэгу ҡалаһында ойошто­рол­ған Халыҡ-ара йәйге балалар уйындары тураһында ла һүҙ барҙы.
12 – 17 июлдә Көньяҡ Кореяның Дэгу ҡалаһында Халыҡ-ара йәйге балалар уйындары үткәйне. Ярышта 35 илдең 80 ҡалаһынан йәш спортсылар ҡатнашты. Улар араһында Өфө балалары һәм үҫмерҙәре лә бар. 35 илдән килгән спортсыларҙың һаны 1500-гә еткән. Дэгу ҡалаһына Башҡортостандан 18 спортсы барҙы, улар биш көн буйы ярыштарҙа республикабыҙҙың бәҫен күтәрҙе тип әйтергә мөмкин. Теннис, еңел атлетика, йөҙөү, тхэквондо буйынса Өфө егет-ҡыҙҙары бик шәп һөҙөмтәләр күрһәтте. Дөйөм алғанда, бөтәһе 7 спорт төрө буйынса ярыштар ойошторолдо. Билдәләп үтергә кәрәк – Көньяҡ Кореяла спортсылар араһында дәғүәселек бик көслө булған.
– Миҙалдарҙы яулау өсөн тәбиғәт көйһөҙлөктәрен дә, һаулыҡ менән килеп сыҡҡан проблемаларҙы ла, техник ҡытыршылыҡтарҙы ла еңеп сығырға тура килде, – тип һөйләй спортсылар.
Әлбиттә, тырышлыҡтың ыңғай һөҙөмтәһе лә бар – Башҡортостан спортсылары тхэквондо буйынса 2 алтын, 1 көмөш һәм 1 бронза миҙал менән ҡайтты. Уларҙың ҡаҙаныштары башҡа малай-ҡыҙҙарҙы ла дәртләндерер, спорт секцияларына алып килер тип ышанғы килә. Йөҙөү һәм еңел атлетика буйынса беҙҙең ҡыҙҙар-малай­ҙар донъяның иң шәп унауһы иҫәбенә ингән. Башҡортостан спортсылары яулаған миҙалдар Халыҡ-ара йәйге балалар уйындарында икенсе урынға өлгәшкән Рәсәй йыйылма командаһының һандығына ҙур өлөш индерҙе.
VI Халыҡ-ара ҡышҡы балалар уйындарын Өфөлә үткәреү, ҙур мәртәбә булыу менән бер рәттән, яуаплылыҡ та. Уны беҙҙә үткәреү тураһында ҡарар 2011 йылда Шотландияның Ланаркшир графлығында үткән Халыҡ-ара балалар уйындарын ойоштороу комитетының ултырышында ҡабул ителгәйне.
– Халыҡ-ара балалар уйындарының ярты донъяны гиҙеп сыҡҡан флагы, ниһайәт, беҙгә килеп етте, – тине матбуғат конференцияһында Өфө ҡалаһы мэры Ирек Ялалов. Уның билдәләүенсә, беҙҙә үтәсәк Уйындарҙың презентацияһы Көньяҡ Кореяла ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡан. Һиндостан, Пакстан кеүек ҡышҡы спорт уйындары булмаған илдәрҙә йәшәүсе спортсылар ҙа беҙгә килергә, ярыштарҙа ҡатнашмаһалар ҙа, күреп булһа ла ҡайтыр­ға ҙур теләк белдергән. Тик был мөмкин булмаған эш, сөнки ҡышҡы уйындарҙа ҡатнашырға теләгән илдәр һәм ҡалалар бик күп. Уларҙы Өфө түгел, Халыҡ-ара уйындарҙың ойоштороу комитеты ныҡлы һайлап ала. ҡышҡы спорт ярыштарына килә алмаған илдәр вәкилдәре йәйге Уйындар беҙҙә үткәрелгән хәлдә генә Өфөнө күреү бәхетенә эйә буласаҡ.
Дөйөм алғанда, Өфөгә VI Халыҡ-ара ҡышҡы балалар уйындарында ҡатнашыу өсөн 1500 тирәһе спортсы киләсәк тип көтөлә. Тренерҙар һәм делегацияларҙың башҡа вәкилдәре менән Башҡортостан ҡунаҡтары 2000-гә етәсәк. Улар беҙҙә юғары кимәлдә ярышһын, рәхәтләнеп ял да итһен, мәҙәни сараларҙа ҡатнашһын өсөн бөтә шарттар ҙа ҡаралған. Спортсылар Өфөләге “Йәшел сауҡалыҡ” шифаханаһында йәшәйәсәк. Бынан тыш, башҡа санаторий кеүек учреждениелар ҙа ҡунаҡтарҙы ҡабул итергә әҙер. Баш ҡалабыҙҙың кафе һәм ресторандарында инглиз һәм башҡа телдәрҙе лә белгән персонал эшләйәсәк тип планлаштырыла. Күреүебеҙсә, урамдарыбыҙҙың исемдәрен инглиз телендә лә яҙыу эше әүҙем бара.
Уйындарҙы “Өфө-Арена” бинаһында асырға ниәтләйҙәр. Билдәле булыуынса, уның ҡеүәте, кимәле беҙҙең республикала ғына түгел, донъяла ла “мах” бирмәҫлек. Бынан тыш, уйындар Спорт һарайында, “Олимпик-парк“та, “Биатлон” спорт-һауыҡтырыу комплексында ла үтәсәк. Күреп торабыҙ – был спорт биналары тирәһен, уларға яҡын урынлашҡан йорттарҙы, юлдарҙы ремонтлау, биҙәү айырыу­са әүҙем бара. Уйындар бик ҡыҙыҡ үтәсәк, сөнки әҙерлек юғары кимәлдә бара. Был сарала ҡунаҡсыл Башҡортостан үҙенең баһаһын да күтәрер, башҡаларға ла матур байрам бүләк итер тип көтәбеҙ.

Лилиә СИРАЕВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға