«Йәшлек» гәзите » Спорт » Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух!



28.09.2010 Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух!

Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух!Өфөлә ошо ялда сәғәт 12-лә М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры алдында Бөтә Рәсәй «Милләттәр кросы»на старт бирелде. Был халыҡты иң күп йәлеп иткән һәм һәр ҡалала уҙған спорт сараһы Башҡортостанда етенсе йыл рәттән үткәрелә. Уны йыл да Өфө ҡала хакимиәтенең физкультура һәм спорт буйынса комитеты һәм БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы ойоштора.
«Милләттәр кросы» республика тормошондағы социаль әһәмиәткә эйә булған сара булып тора һәм халыҡты, бигерәк тә йәштәрҙе һәм балаларҙы физик культураға йәлеп итеүҙә, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалауҙа ҙур роль уйнай. Кросс халыҡты тағы ла шуныһы менән үҙенә йәлеп итә: уның тәғәйен ҡағиҙәләре юҡ.
Быйыл баш ҡалала ойошторолған спорт байрамы программаһы үҙ эсенә 1000 метр­ға VIP-йүгереүҙе, уҡыусылар өсөн айырым йүгереүҙе, вуз, ссуз студенттары һәм баш ҡала ойошмалары һәм предприятиелары өсөн йүгереүҙе алды. Өфөлә үткән был шәмбе сараһында төрлө йәштәге кешеләр ҡатнашып, йән һәм тән ҡәнәғәтлеге алды, дуҫтары менән аралашты, фотоға төштө, башҡаларҙың сығыштарын ҡараны һәм үҙен күрһәтте. Хатта көн дә нәҡ ошо халыҡ байрамы өсөн кеүек ине: күңелде наҙлап, күктән ҡояш йылмайҙы, битте һәм сәстәрҙе иркәләп, еләҫ ел иҫте, һауа көҙгөсә һалҡынса һәм саф ине.
«Милләттәр кросы – 2010» шулай уҡ Стәрлетамаҡ, Нефтекама, Салауат, Туймазы, Белорет, Октябрьский, Сибай, Күмертау ҡалаларында ла уҙҙы.
Т. АМАНОВ.
Б. ҒӘЙНЕТДИНОВ фотоһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға