31.07.2012 Бронзалы көн
йәки Рәсәй спортсылары ярыштың икенсе көнөндә өс бронза миҙал яуланы
Шулай итеп, Олимпия уйындарының өсөнсө көнө лә артта ҡалды. Уҙған ял көндәрендә Рәсәй йыйылма командаһы спортсылары, бер алтын һәм өс бронза миҙал яулап, әллә ни ҡыуандыра алманы. Беренсе көндө үк дзюдо буйынса Арсен Галстян, ярымфиналда төп урынға дәғүә иткән Үзбәкстан көрәшсеһе Ришат Сабировты еңеп, финалда Япония вәкиленә лә өмөт бирмәй, Рәсәй өсөн тәүге ҙур уңыш килтерә. Ә инде һәр ваҡыт атыу буйынса урынһыҙ ҡалмаған атыусыларыбыҙ хатта һайлап алыу бәйгеһен үтә алманы. Марина Беликова тигән спортсыбыҙ тырышып-тырмашып ҡараны, әммә дүртенсе урын менән генә ҡәнәғәтләнде. Шулай уҡ йәйәнән атыу буйынса ла Рәсәй спортсылары мәргәнлеген юғалтты. Дзюдонан йәнә бер миҙал көткәйнек, тик Муса Могушков икенсе раундта уҡ бәйгенән төшөп ҡалды. Ә бына велосипедта төркөм ярышында Ольга Забелинская юғары урын алған Нидерланд уҙышсыһынан 0,2 секундҡа ҡалышып, Рәсәй ҡумтаһына икенсе миҙал килтерҙе. Ул бронза миҙал яуланы. Сенсацияны дауам итеп, фехтованиенан Николай Ковалев, көслө немец спортсыһын отоп, өсөнсө урынға эләгеп ҡалды. Бронзалы көндө дауам итеп, йөҙөүселәребеҙ эстафетала өсөнсө урын яулай һәм Рәсәйгә өсөнсө бронза миҙал килтерә.
Уйын спорт төрҙәренән әлегә еңелгәнебеҙ юҡ. Гандбол буйынса ҡатын-ҡыҙҙар командаһы Ангола спортсыларын отһа, баскетболдан да һылыуҙарыбыҙ һынатманы. Улар осрашыу буйы Канада командаһына еңелә килеп, һуңғы мәлдә генә үҙендә көс таба һәм көсөргәнешле еңеү яулай. Волейболдан гүзәл заттарыбыҙ уйын хужаларын өс партияла отто. Ир-аттар ҙа һынатманы. Улар баскетбол буйынса Бөйөк Британия командаһынан көслөрәк булып сыҡһа, волейболда немецтарҙы ҡыйратты.
Футбол ярыштары ла башланды. Рәсәй командаһы күптән инде Олимпия уйындарына эләккәне юҡ. Башҡаларына килгәндә, яңыраҡ Европа беренселегендә юғары уңышҡа өлгәшкән Испания уйынсылары, ике рәт дәғүәселәренә отолоп, бәйгенән әле үк төшөп ҡалды.
Дөйөм миҙалдар һаны буйынса әлеге лә баяғы ҡытайҙар аптырата. Улар иҫәбендә – алты алтын, дүрт көмөш һәм ике бронза. АҡШ спортсылары – икенсе урында /3 алтын, 5 көмөш, 3 бронза/. Өсөнсөлә – Италия /2 алтын, 3 көмөш, 2 бронза/. Беҙҙекеләр 12-се баҫҡыста.
А. ИШМӨХӘМӘТОВА.