«Йәшлек» гәзите » Спорт » Сәмәрә апай булдырыр ул



06.07.2012 Сәмәрә апай булдырыр ул

Сәмәрә апай булдырыр ул
Бөрйән районының Ғәҙелгәрәй ауылынан Сәмәрә Хәлитова гер спорты буйынса донъя чемпионатында беренсе урын яуланы
ҡатын-ҡыҙ – гер күтәреүсе... Герҙең дӘ ниндәйе бит әле – 16 килолыһы! Әзмәүерҙәй ирҙәр ҙә был ҡорос шарҙы бер ҡул менән 100 мәртәбә күтәрә алмағанда, башҡалар кеүек донъя мәшәҡәттәренә күмелеп йәшәгән, биш бала әсәһе булған ябай ауыл ҡатынының гер спорты буйынса чемпионаттарҙа атҡаҙанған спорт мастерҙары, донъя һәм Европа чемпиондары, Гиннестың рекордтар китабына инеүселәр менән типә-тиң ҡатнашып, көтөлмәгән еңеүҙәр яулауы үҙе һоҡланғыс күренеш түгелме ни?!
Сәмәрә апай беҙҙе, Бөрйән районының төпкөл Ғәҙелгәрәй ауылы балаларын, физкультура дәресенән уҡытты. 32 педагогик стаж менән хаҡлы ялға сығып, һуңынан тәүәккәлләп эшҡыуарлыҡҡа тотонған, унан килеп гер спорты буйынса Европа чемпионы исемен яулаған уҡытыусының бындай ҡыҙыҡһыныуҙары электән булманы, ахыры. ҡасан гер күтәрә башланы икән, тип аптырағайным. Биш балаһын яңғыҙы аяҡҡа баҫтырып, бер үҙе донъя көткән ауыл ҡатынының көсөнә, еңеүенә ышаныусылар бик һирәк булғандыр. Бына бит ауырлыҡтар алдында баҙап ҡалмаған, көслө, тәжрибәле тренерҙар мәктәбендә шөғөлләнмәһә лә, төпкөл төбәктән сыҡҡан сая башҡорт ҡатындары үҙенең рекордтары менән кемдәрҙе генә хайран итмәй.
– Үҙемдә көс барлығын электән тоя инем. Тәүге тапҡыр районда ауыл хакимиәттәре араһында үткәрелгән ярышта гер күтәреп ҡараным. Минең йәшемә 8 килолыҡ гер булырға тейеш. Әммә ул миңә еңел һымаҡ. Шуға ла иң ауыр герҙе һайланым, – тип һөйләй был спорт менән ныҡлап шөғөлләнә башлауы тураһында Сәмәрә Әхәт ҡыҙы.
Еңеүсене республика кимәлендә үткәрелгән ярышҡа ебәрәләр. Бында инде ул гер спортына ныҡлап тотона, һөҙөмтәләрҙе арттырыу өсөн көн дә күнекмәләр яһай. Мәләүез ҡалаһында гер күтәреү буйынса республика беренселегендә спортсыға уңыш йылмая – ҡатын-ҡыҙҙар араһында беренсе урын яулай һәм Европа беренселегенә саҡырыу ала. 6 – 8 майҙа Украинаның Керчь ҡалаһында ветеран мастерҙар араһында гер күтәреү буйынса Европа беренселеге үтә. Башҡортостан командаһы составында Сәмәрә Хәлитова 50 – 54 йәшлектәр араһында, 16 килолыҡ герҙе 10 минут эсендә 121 тапҡыр күтәреп, ике тапҡыр Европа чемпионы исеменә лайыҡ була һәм Белоруссияның Минск ҡалаһында үтәсәк донъя чемпионатына саҡырыу ала. Бында ла өмөттәр аҡлана – 50 – 54 йәшлек ветеран мастерҙар араһында 75 килограмм ауырлыҡ категорияһында, 16 килолыҡ герҙе 8 минут эсендә 131 мәртәбә күтәреп, беренсе урын яулай.
– 10 минутта, бәлки, күберәк һөҙөмтәгә лә өлгәшкән булыр инем. Гер ҡулдан шыуып төшөп китте, – ти яҡташым, өйкәлеүҙән ҙур яра эҙҙәре хасил булған ҡулдарын күрһәтеп. – Көсөм, һаулығым барҙа шөғөлөмдө ташламаҫҡа, тағы ла нығыраҡ күнекмәләр үткәрергә ине. Өс йыл рәттән призлы урындар яулаһам, спорт мастеры разрядын үтәй алам.
Әле Сәмәрә Хәлитова ноябрҙә Киевта үтәсәк гер спорты беренселегенә саҡырылған.
Бына бит, булдырғас, булдыра беҙҙекеләр. Хаҡлы ялда үҙен ошо спорт төрөндә тапҡан, ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшеп, мәртәбәле ярыштарҙа Рәсәй намыҫын яҡлаған Сәмәрә Әхәт ҡыҙы кеүектәр төпкөлдән дә донъя кимәлендә сығыш яһарлыҡ спортсылар сығыуын раҫлай. Ә еңеүҙәр еңел бирелмәй. Ауыл уҡытыусыһының уңыштары нигеҙендә үҙ мөмкинлектәреңә ышаныу ҙа, тәүәккәллек тә, тырышлыҡ та ята.

З. ЙӘҺҮҘИНА.
Ю. КӘРИМОВ фотоһы.








Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға