«Йәшлек» гәзите » Спорт » Чемпионат хужалары «ҡунаҡсыл» булып сыҡты



22.06.2012 Чемпионат хужалары «ҡунаҡсыл» булып сыҡты

Чемпионат хужалары «ҡунаҡсыл» булып сыҡты
Футбол буйынса Европа беренселегенең икенсе хужаһы ла чемпионат менән алдан хушлашты. Быға тиклем Польша футболсылары бәйгенән төшөп ҡалһа, сират Украина командаһына ла етте. Һуңғы төркөм осрашыуында Украина уйынсылары Англия менән көс һынашты. Олег Блохиндың тәрбиәләнеүселәренә тик еңеү генә плей-оффҡа юл аса ине һәм улар тырышты. Дәғүәсеһе беренсе булып уңыш­ ҡаҙанһа ла, хужаларҙың, иҫәпте тигеҙләү генә түгел, алға сығырға ла мөмкинлектәре булды. Бер мәл туп Англияның ҡапҡаһына инә биреп ҡуйҙы, уны, ярты метр тирәһе үтеп ингәс, уйынсыһы тибеп сығарҙы, тик судья күрмәмешкә һалышты. Шул туп һаналғанда, белмәйем, уйын нисек бөтөр ине… Икенсенән, төркөмдәш Франция командаһы бер нимәгә өмөт итмәгән Швецияға 0:2 иҫәбенә отолоп, Украинаға ыңғай йоғонто яһар ине.
Шулай итеп, сирекфиналда Чехия – Португалия, Германия – Греция, Испания – Франция һәм Англия менән Италия командалары осрашасаҡ.

Н. ТИМЕРОВ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға