«Йәшлек» гәзите » Спорт » Рәсәй командаһы – чемпион!



22.05.2012 Рәсәй командаһы – чемпион!

Рәсәй командаһы – чемпион!
Ике йылдан һуң хоккейсыларыбыҙ донъя чемпионы исемен яуланы
Швеция менән Финлян­дияла уҙған сираттағы беренселектә Рәсәй йы­йылма командаһы хоккейсылары финалда Слова­кия уйынсыларын 6:2 иҫәбенә отоп, ике йылдан һуң йәнә ҙур уңышҡа өлгәште.

Ғөмүмән, иҫәп ҙур булыуына ҡарамаҫтан, бәйге бик көсөргәнешле уҙҙы. Сөнки Словакия командаһы финал юлында чемпионаттың төп дәғүәселәре Канада менән Чехия уйынсыларын еңеп, үҙенә күрә башынан аша һикерҙе. Икенсенән, бынан ун йыл элек, улар ошо уҡ турнирҙа донъя чемпионатының финалына сығып, Рәсәйҙе еңә һәм төп призды яулай. Шуға ла улар беҙҙең командаға ҡаршы күтәренке кәйефтә уйнарға сыға. Уңышҡа ла беренсе булып өлгәштеләр. Ярай әле Семин­дың тырышлығы менән беҙҙең хоккейсылар иҫәпте тигеҙләне.
Ә инде икенсе осорҙа хоккейсыларыбыҙ өс яуапһыҙ шайба индереп, төп уңышҡа нигеҙ һала. Голдарҙы йәнә Семин, Пережогин һәм Тере­щенко индерә. Һуңғы 20 минутта Словакия­ның бер голына Дацюк менән Малкин яуап бирә. Һуңғыһы бигерәк тә маҡтауға лайыҡ. Евгений Малкин, 10 уйында 11 тапҡыр уңышҡа өлгәшеп, чемпионаттың иң мәргән уйынсыһы исеменә лайыҡ булды.
Шулай итеп, Рәсәй йыйылма командаһы, уҙған йылдағы уңыш­һыҙлығынан һуң, донъяла иң көслө исемен ҡайтарҙы. Бронза миҙалды Чехия хоккейсылары яуланы. Уҙған беренселек еңеүсеһе −– Финляндия уйынсылары бөтөнләй урынһыҙ ҡалды. Тик уларҙың өмөтө юғалмаған, сөнки киләһе чемпионат йәнә уларҙа һәм Швецияла үтәсәк.
Н. ТИМЕРОВ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға