15.05.2012 Йә Норвегия, йә Чехия
Финляндия менән Швецияла барған хоккей буйынса донъя беренселеге төркөмдәренең һуңғы уйындары башланды. Кисә кис Рәсәй йыйылма командаһы плей-оффҡа бар өмөтөн юғалтҡан Италия хоккейсылары менән осрашты. Ә әлегә Зинәтулла Биләлетдиновтың тәрбиәләнеүселәре алты уйында бер тапҡыр ҙа еңелмәй, 18 мәрәй яулап, үҙ төркөмөндә беренсе урында урынлашты. Улар алтынсы осрашыуҙа Чехия командаһын 2:0 иҫәбенә отоп, ошо уңышҡа өлгәшкәйне. Беҙҙән өс мәрәйгә ҡалышҡан Швеция уйынсылары бөгөн Латвия егеттәренә ҡаршы һынау тотасаҡ. Латыштар күпме генә тырышмаһын, моғайын, төп бәйгегә эләгеүгә өмөтөн юғалтҡандыр. Сөнки Норвегия хоккейсылары хәл иткес уйында немецтарҙы 12:4 иҫәбенә ҡыйратып, һуңғы бәхетле урынға йәбешеп өлгөрҙө.
Ғөмүмән, беҙҙең төркөмдән Рәсәй, Швеция, Чехия һәм Норвегия командалары төп бәйгегә сыҡһа, «А» төркөмөнән Канада, АҡШ, Финляндия менән Словакия уйынсылары төп приз өсөн көрәшеү хоҡуғын яуланы. Словакияға килгәндә, улар ҙа хәл иткес уйында ошо уҡ өмөткә дәғүә иткән Швейцарияны 1:0 иҫәбенә еңеп, бәхетле билетты тартып алды.
Шулай итеп, алда беҙҙе тағы ла көсөргәнешлерәк һәм ҡыҙыҡлыраҡ уйындар көтә. Әлегә плей-оффта Рәсәйҙең дәғүәсеһе йә Норвегия, йә Чехия хоккейсылары булыуы мөмкин. Уларҙың һуңғы уйынында дәғүәсе асыҡланасаҡ. Составҡа килгәндә, уны нығытыу йәһәтенән Рәсәй командаһына НХЛ-дан Овечкин менән Семиндың килеүе көтөлә.
Төркөм уйындары
«А» төркөмө
У. М.
1. Канада 6 16
2.АҡШ 6 13
3. Финляндия 6 12
4. Словакия 6 12
5. Франция 5 6
6. Швейцария 6 6
7. Беларусь 5 3
8. ҡаҙағстан 6 1
«В» төркөмө
1. Рәсәй 6 18
2. Швеция 6 15
3. Чехия 6 11
4.Норвегия 6 10
5. Латвия 5 6
6. Германия 6 6
7. Италия 6 2
8. Дания 5 1
Н. ТИМЕРОВ.