«Йәшлек» гәзите » Спорт » Гагарин беҙҙеке, сират Братинаға ла етте



27.04.2012 Гагарин беҙҙеке, сират Братинаға ла етте

Гагарин беҙҙеке, сират Братинаға ла етте
йәки Нефтекаманың «Торос» командаһы юғары лиганың төп призын яуланы
һай афарин, «Торос»! Ай, маладис! Рәсәйҙең хоккей тарихында йәнә бер чемпион тыуҙы! Ул да булһа – беҙҙең Нефтекама ҡалаһының «Торос» хоккейсылары. Ә инде республикабыҙҙа хәҙер Рәсәй беренселегенең ике еңеүсеһе бар. Уҙған миҙгелдә төп командабыҙ – «Салауат Юлаев» уйынсылары Гагарин кубогын яулаһа, был юлы уларҙың батырлығын юғары лигала сығыш яһаған «Торос» ҡабатлап, Братина кубогына эйә булды.
Төмәндә уҙған бишенсе хәл иткес уйында Сергей Емелин өҫтәмә ваҡытта «алтын» гол индереп, командаһына ҙур уңыш килтерҙе. Уға матур пас биреүсе Станислав Голованов, беренселектең иң оҫта һәм мәргән хоккейсы булараҡ, махсус приз менән бүләкләнде.
Шулай итеп, Руслан Сөләймәновтың тәрбиәләнеүселәре «Рубин» командаһын финал серияһында дөйөм 4:1 иҫәбенә отоп, кубоктың икенсе хужаһы булып, Рәсәй беренселеге юғары лигаһында алтын эҙен ҡалдырҙы.
Нефтекама халҡы менән бергә бар Башҡортостан көйәрмәндәре ҡыуана, байрам итә.

* * *
Гагарин кубогын өсөнсө булып Мәскәүҙең «Динамо» командаһы яуланы. Улар финалда етенсе хәл иткес уйында «Авангард» уйынсыларын 1:0 иҫәбенә еңде. «Алтын гол»ды «Салауат Юлаев»та уйнап киткән Якуб Клепиш индерҙе. Шулай уҡ ике миҙгел беҙҙең төп командала көсөн һынаған ҡапҡасы Александр Еременконың да дөйөм еңеүҙә өлөшө тос.
Н. ТИМЕРОВ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға