«Йәшлек» гәзите » Спорт » Ҙур спорт тирәләй



23.03.2012 Ҙур спорт тирәләй

Лилиә Шобухова өсөнсө Олимпиадаға әҙерләнә
Ҙур спорт тирәләй
Быйыл йәй Лондонда башланасаҡ сираттағы Йәйге Олимпия уйындарында Рәсәй йыйылма командаһы составында унлап яҡташыбыҙ ҡатнашасаҡ. Улар араһында икәүһе билдәле инде: Белорет ҡыҙы, еңел атлетика буйынса халыҡ-ара спорт мастеры, уҙған ике Олимпия уйындары ҡатнашыусыһы Лилиә Шобухова (Шәһбалова) һәм шулай уҡ еңел атлет Григорий Андреев. Билдәле фехтовальщик, Олимпия уйындары призеры Реналь Ғәниев, ауыр атлетика буйынса Олимпия уйындарының көмөш миҙал призеры Дмитрий Клоков, шулай уҡ шул уҡ төрҙән Ринат Кирәев, бокссылар Максим Контяков менән Елена Савельева, ишкәкселәр Анастасия Сергеева һәм Илья Первухин да – кандидаттар иҫәбендә.

Өфөләр Колесниктан ҡотолдо...

Миҙгел тамамланып, контракттары бөтөп тә өлгөрмәне, «Салауат Юлаев» командаһы етәкселеге әле үк ҡайһы бер уйынсыларҙан ҡотолорға булды. ҡапҡа һағында уңышһыҙ сығыш яһап, күп ваҡытын запас эскәмйәлә уҙғар­ған Виталий Колесниктан, ниһайәт, баш тартырға булдылар. Шулай уҡ миҙгел буйына үҙ уйынын таба алмаған һөжүмсе Константин Кольцов та үҙенә икенсе команда эҙләргә мәжбүр. Үҙе тирәләй күп шау-шыу тыуҙырған билдәле һөжүмсе Александр Радулов, юлаевсылар менән уртаҡ фекергә килеп, быйылғы миҙгелде НХЛ-дың «Нэшвилл» клубында тамамламаҡсы булды. Шуға ҡарамаҫтан, «Салауат Юлаев» командаһы киләсәктә, йәғни бер миҙгелгә уға хоҡуҡлы булып ҡаласаҡ. Ә инде Радулов икенсе команда менән килешеүгә өлгәшһә, ул Өфө клубына үҙе менән төҙөлгән контракт хаҡының өстән ике өлөшөн түләргә тейеш була. Нисек кенә булмаһын, Александр Радулов НХЛ-ға китте. Уның артынан ағаһы Игорь Радулов та Өфө менән хушлашты. Контракты бөтөү сәбәпле, Петр Счастливый менән дә килешеүҙе оҙайтманылар. Ә бына һаҡсы Виталий Прошкин һәм Андрей Кутейкин, һөжүмсе Игорь Мирнов менән контракт оҙайтылды.
Шулай итеп, Венер Сафин киләһе миҙгелгә әҙерлекте составтан башланы. Уның әйтеүенсә, әле бының менән генә эш туҡтап ҡалмаясаҡ.

«Толпар» миҙгелде тамамланы

Хоккей буйынса йәштәр лигаһында Өфөнөң «Толпар» командаһы плей-оффтың тәүге стадияһында Новокузнецкиҙың «Кузнецкие медведи» хоккейсылары менән осрашты. Тәүге ике уйында Александр Семактың тәрбиәләнеүселәре үҙ майҙанында ҡунаҡтарға ике рәт отол­ғас, Новокузнецкиҙа үткән өсөнсө хәл иткес бәйгелә, күпме генә тырышмаһын, дәғүәсеһен еңә алмай, төп алыштан төшөп ҡалырға мәжбүр. ҡыҙғаныс, ә бит быға тиклем ике миҙгел рәттән улар чемпионаттың бронза миҙалын яулағайны.
МХЛ-дың икенсе төркөмөндә уйнаған «Батыр» хоккей командаһы быйылғы беренселектә дебютын уңышлы башланы. Улар плей-оффтың ярымфиналына барып етеп, төп бәйгегә сығыр өсөн «Кристалл» хоккейсылары менән сәкәләшәсәк. Баш тренер Константин Полозов әйтеүенсә, команда үҙ көсөнә ышана һәм төп приз өсөн көрәшергә әҙер.

«Торос» ярымфиналды уңышлы башланы

Нефтекаманың юғары лигала сығыш яһаған «Торос» уйынсылары үҙ конференцияһының плей-офф уйынында Ангарск ҡалаһының «Ермак» клубын ҡабул итте. Тәүге осрашыуҙа Руслан Сөләймәновтың командаһы дәғүәсеһен 5:2 иҫәбенә отҡас, икенсеһендә көскә 2:1 иҫәбенә еңде. Шуға ҡарамаҫтан, дөйөм 2:0 иҫәбе менән «Торос» хоккейсылары күтәренке кәйефтә өсөнсө осрашыуға Ангарск ҡалаһына юлланасаҡ. Бында плей-офф өс еңеүгә тиклем дауам итә.
А. ИШМӨХӘМӘТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға