06.03.2012 Ольга Вилухина – донъя беренселегенең бронза миҙалы призеры
Германияла барған биатлон буйынса донъя беренселегендә Рәсәй йыйылма командаһы биш ярыш һөҙөмтәһе буйынса ике бронза миҙал яулап, хәлен бер аҙ яҡшыртты, буғай. Тәүҙә командалар ҡатнаш эстафетала ярышты. Рәсәй командаһы (яҡташыбыҙ Ольга Вилухина, билдәле Ольга Зайцева, Дмитрий Малышко, Антон Шипулин) бишенсе урын алды. Икенсе көндө спортсылар спринт бәйгеһендә уҙышты. Бында ла беҙҙекеләргә уңыш йылмайманы. Егеттәребеҙ ун көслө спортсы исемлегенә бөтөнләй инмәһә, ҡыҙҙарҙан Светлана Слепцова етенсе булһа, Ольга Вилухина финишта һигеҙенсе һөҙөмтә күрһәтте. Өсөнсө ярыш көнөндә улар эҙәрлекләү бәйгеһендә көс һынашты. Бында иһә башта Антон Шипулин Рәсәй өсөн тәүге миҙал яулаһа, Межгорье һылыуы Ольга Вилухина үҙ карьераһында тәүге ҙур уңышҡа өлгәште. Ул, бары тик билдәле Дарья Домрачева менән Магдалена Нойнерҙан ҡала, финишҡа өсөнсө булып килеп, бронза миҙалға эйә булды.
А. ИШМӨХӘМӘТОВА.