«Йәшлек» гәзите » Спорт » Һигеҙенсе йыл еңеү беҙҙеке!



14.02.2012 Һигеҙенсе йыл еңеү беҙҙеке!

Башҡортостан спортсыһы, һәр ваҡыттағыса, иң көслөһө
Һигеҙенсе йыл  еңеү беҙҙеке!
Мотоуҙыш менән ҡыҙыҡһыныусылар белә − Башҡортостан мотоспортсылары донъяла иң көслөләрҙән һанала. Алты тапҡыр донъя чемпионы Ғабдрахман ҡадировтың исемен белмәгән кеше юҡтыр. Йәш спортсы Николай Красников та 2005 йылдан алып еңеүҙе бер кемгә лә биргәне юҡ. Бынан тыш, башҡорт мотоспортында Борис Самородов, Дмитрий Буланкиндың исемдәре киң билдәле. Шуға ла быйылғы 47-се шәхси донъя чемпионатының Башҡортостандың баш ҡалаһында уҙғарылыуы осраҡлы түгел.
11 – 12 февралдә Өфө ҡалаһының «Төҙөүсе» стадионындағы боҙҙо иретерлек йылы ине уларҙы ҡабул итеүсе мөхит. һигеҙ мең тамашасы һыйҙырышлы стадион туп-тулы. Оло ағайҙар, егет-ҡыҙҙар, ҡатындар һәм хатта бәләкәй генә балалар – барыһы ла ҡалын-ҡалын тундарын, йылы курткаларын кейеп алған да, термостарынан ҡайнар сәй эсә-эсә, ҡыҙыҡһынып ярыш ҡарай. Майҙанға үҙебеҙҙекеләр сыҡһа инде сәйе лә онотола, иң мөһиме, финиш­ҡа беренсе булып килһендәр генә.
«Үҙ майҙаныңда конкурс ҡабул иткәндә, тамашасыларҙың, көйәрмәндәрҙең ярҙамы ныҡ тойола, – ти Николай Красников. – Ярышта яраланған Стефан Свенссон урынына ғына булһа ла сығыш яһаусы Дмитрий Буланкин өсөн дә бик «көйҙө» тамашасылар».
Әйткәндәй, Николай Красников мотоуҙышта ҡатнашыусы спортсы, ярышты ойоштороусы ғына түгел, ә дүртенсе урынға лайыҡ булыусы Дмитрий Колтаковтың тренеры ла. Ул тәрбиәләнеүсеһе менән ғорурланыуын да йәшермәне. Шәмбе ярыштарынан һуң яраланып, аяғына 15 йөй һалынған егеттең яңынан боҙға сығыуын ысын ҡаһарманлыҡ тип атаны һәм уға ҙур киләсәк юраны.
Һигеҙенсе йыл  еңеү беҙҙеке!
Быйылғы чемпионатҡа 18 ярышсы килде. Рәсәйҙән Николай Красников, Даниил Иванов, Дмитрий Колтаков, Дмитрий Хомицевич, Эдуард Крысов, Сергей Карачинцев, Австриянан Мартин Ляйтнер һәм Харальд Симон, Швециянан Роберт Хендерсон һәм Стефан Свенссон, Польшанан Гжегож Кнапп, Чехиянан Ян Клатовски, Финляндиянан Анти Аакко һәм Ярф Матс, Германиянан Макс Нидермайер, Нидерландтан Рене Стеллингверф ҡатнашты.
2012 йыл чемпионаты быға тиклемгеләренән әллә ни айырылмай. Шулай ҙа яңылыҡтар бар – донъя финалында бер мотофедерация бары тик алты ғына ярышсыһын боҙға сығара ала. Шуға ла Рәсәй чемпионаты буйынса һайлап алынған һигеҙ ярышсы араһынан былтырғы донъя вице-чемпионы Игорь Кононов (Стәрлетамаҡ) һәм Виталий Хомицевич (Тольятти) төшөп ҡалды. Һәр көндө 23 заезд уҙғарылды һәм улар буйынса еңеүселәр билдәләнде. 20 заездан һуң иң күп мәрәй йыйыусы һигеҙ мотоуҙышсы, ике заезға бүленеп, үҙ-ара ярышты. Унда билдәләнгән дүрт ярышсы һуңғы заезда тәүге урындар өсөн көс һынашырға тейеш ине. Әйтергә кәрәк, икенсе көндә һигеҙ ярышсы исемлегенә бары тик бер генә сит ил уҙышсыһы – Роберт Хендерсон – эләгә алды. Тик иң һуңғы заезда ҡатнашыу мөмкинлегенә эйә була алмай, төшөп ҡалды.
Мотоуҙыш ҡуян йөрәклеләр өсөн түгел. Спортсыларҙың боҙ майҙаны буйлап, мотоциклдары артынан ҡар бураны уйнатып, шәп тиҙлектә елдереүен ҡарар өсөн дә батырлыҡ кәрәк. Уҙышсыларҙың нисек йөрәге етәлер, тип аптырайһың. Мотоциклы – бер яҡта, үҙе икенсе яҡта тәгәрәп ятҡан мәлдән һуң да тороп китергә, хатта яңынан ярышҡа сығырға ҡайҙан көс һәм батырлыҡ табаларҙыр – хайран ҡалырлыҡ.
Быйыл ярыштар Ғ. ҡадиров мемориалына ла үткәрелде. Дөйөм һөҙөмтәләр буйынса кубоктар шәхси беренселектә еңеү яулаусыларға тапшырылды. Төп еңеүсебеҙ, әлбиттә, – Николай Красников. Нисәнсе йыл көйәрмәндәрен еңеүҙәре менән ҡыуандырыусы чемпион киләсәктә үҙен күберәк тренер эшенә бағышларға ниәтләй, профессиональ спорттан ситләшеүе лә ихтимал. Икенсе урын­ға, баш мейеһе һелкенеп, табиптарҙың боҙға сығырға рөхсәт итмәүенә ҡарамаҫтан, еңеүгә табан ышаныслы барыусы Даниил Иванов лайыҡ булды. Өсөнсө урында – Дмитрий Хомицевич. Ошондай ҡаһарман йөрәкле ярышсылар боҙға сыҡҡанда, сит ил уҙышсыларының еңеүгә ышаныстары булыуы ла мөмкин түгелдер. Афарин, рәсәйҙәр!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға