«Йәшлек» гәзите » Спорт » Журналист шәберәк йүгерәме, артистмы?



21.09.2010 Журналист шәберәк йүгерәме, артистмы?

Журналист шәберәк йүгерәме, артистмы?Тәү тапҡыр ойошторолған «Йондоҙ»ло футбол» уйынына килеүселәр ошо һорауға яуап тапты
«Үәт проблема – бер командала мин үлеп ярат­ҡан Фидан Ғафаров уйнай, икенсеһендә коллегабыҙ, журналистиканың иң та­лантлы, сағыу йондоҙҙарының береһе, сикһеҙ хөрмәт иткән Мөнир ҡуна­фи­ныбыҙ! Кемдең еңеүен теләп «ауырырға» һуң бында?»
Шундайыраҡ уйҙар менән биш мең кеше һыйҙырышлы «Динамо» стадионында футбол ҡарау өсөн уңайлыраҡ урын эҙләйем. Кешенең күплеге! Биш мең үк көйәрмән йыйылмаһа ла, дүрт мең тирәһе бар. Дөрөҫөн генә әйткәндә, халыҡ шул тиклем күп йыйылыр тип башҡа ла килмәгәйне. Башҡортостан эстрадаһының, журналис­тикаһының «йондоҙ»ҙары көн һайын ярышып футбол уйнамай шул. «Йондоҙ»ло футбол» – ысынлап та, донъя­ла булмаған уникаль шоу-ярыш.
Өфөнөң «Динамо» стадионында ойоштороласаҡ «Йондоҙ»ло футбол» ярышына әҙерлек алдан уҡ башланды: артистар менән журналистар йыйылып, күнекмәләр ойошторҙо, ныҡлы команда төҙөү өсөн кәңәшләште, йүгерҙе, ҡапҡала туп тоторға ла өйрәнде. Был проектты ойоштороусылар – «Туған тел» телеканалы, «Моң» студияһы, «Динамо» стадионы.Журналист шәберәк йүгерәме, артистмы?
Уйынды алып барыусылар командалар менән таныштыра башлағас та күңелгә йылы инде. Фидан Ғафаров артистар командаһының баш тренеры икән. Тимәк, ул «Динамо» стадионына туп тибергә сыҡмай! Тренермы, бағыусымы – уныһында эш юҡ, минең өсөн иң мөһиме – Фидан ағай типкән туп ҡапҡанан ситкә осмаһын, быныһын кисереүе ауыр булыр төҫлө.
«Иң мөһиме – еңеү түгел, уйында ҡатнашыу» тиһәләр ҙә, күңел барыбер ҙә журналистар командаһының еңеүен теләй. Коллегаларыбыҙҙың командаһы елле генә – баш тренер итеп билдәле спорт комментаторы Максим Балобанов һайланған, ә капитан – «Рәсәй» каналында сыҡҡан «Вести – Башкортостан. События недели» программаһының етәксеһе Рөстәм Зарафетдинов. Шулай уҡ «Юлдаш» радио каналы, «Аҙна» гәзите журналистары, республикабыҙҙың радиотапшырыуҙар алып барыусылары, телевидение вәкилдәре тупланған. Команданың исеме лә хәтәр – «Бөркөттәр».
Журналист шәберәк йүгерәме, артистмы?Ә инде «Йондоҙҙар» командаһында артистарҙан Ғәзим Ильясов, Радик Динәхмәтов, Азамат Ғафаров, Айҙар Ғәлимов, Сәғиҙулла Байегет һәм башҡа йырсылар футбол яланына сыҡты. Ике яҡ та ентекле әҙерләнгән, шоу түгел, ысын футбол күрһәтергә йыйыныуҙары шундуҡ аңлашылып тора. Команданың капитаны Айҙар Ғәлимов ныҡ ҡына тулҡынлана, шулай ҙа көйәрмәндәргә ҡарап ҡул болғап алырға ла онотмай.
Уйын башланып та өлгөрмәне – журналистар бер гол индереп тә ҡуйҙы! Рәхәт булып китте, ә Фидан Ғафаров үҙенең күптәрҙе әсир иткән ғорур һыны менән, башын юғары тотоп, тегеләй ҙә былай йөрөй башланы. Уйын ҡыҙа бара, тамашасылар ҙа тупты үҙҙәре тибеп индерерҙәй булып шаулаша, яна-көйә. Жур­налистарҙың ҡапҡаһын һәйбәт һаҡлайҙар, күңел тыныс.
Журналист шәберәк йүгерәме, артистмы?Һай, афарин! «Бөр­көттәр» икенсе голды ла оҙаҡ көттөрмәне. ҡап­ҡала тороусы Ғәзим Ильясов аптырана башланы шикелле, шуға ла уны Радик Динәхмәтов ал­маш­тырҙы. Тик был беҙҙең файҙаға булманы – баҡтиһәң, ул бик шәп ҡапҡасы икән. Етмәһә, торған урынында ғына сыҙамай, сығып-сығып, тупты типкеләп тә ала. Шуға үҙе арып китеп, ҡапҡаға таянып тиерлек тора башла­һа ла, «мах» бирмәй. Ай-һай, журна­лис­тарҙың «Бөркөттәр» ко­манда­һына эш ауы­­рай­ҙы бит.
Шулай ҙа ныҡ, «эт ти­реле» халыҡ икән «дүртен­се власть» вәкилдәре – береһе лә футбол яланында йығылып ятып, ко­манданың «баш табибы» Хәниә Фәр­хигә эш өҫтәмәне. Ә бына йырсыларыбыҙ әленән-әле медицина ярҙамына мөрәжәғәт итте. Сәғиҙулла Бай­егетте «Һылыуҡай» студияһы ҡыҙҙары (шәфҡәт туташтары тип әйтергә лә мөмкиндер инде) яһалма һулыш та алдырҙы, БСТ каналында «Са­лауат Юлаев» хоккей командаһы комментаторы Азамат Мора­тов йырсының аяҡтарына массаж да яһаны. Башҡа йырсылар ҙа йығылып-йығы­лып, бәлә һал­ды. Был «шың­шыу»ҙарҙың күбеһе шаярыу ҡатыш булды шикелле. Ике команда араһында төрткөләшеүҙәр ҙә булмай ҡалманы, ярай әле Фидан ағай Ғафаров бар – бер ҡарашы менән генә тынысландырҙы тегеләрҙе.
Журналист шәберәк йүгерәме, артистмы?Шәп булды футбол. Әле журналис­тар гол индерә, әле артистар беҙҙең ҡапҡаға һөжүм итә, әле ҡыуанаһың, әле көйәһең. Етмәһә, артистар өсөн сит ил ҡунағы ла уйнай башланы (һуңынан сәхнәгә сыҡҡас күрҙек – «ҡара малай» оҫта бейей икән). Уйынсылар ысын күңелдән ярышһа, тамашаны ҡарап ултырыусылар өсөн рәхәтләнеп ял итерлек байрам-шоу булды. «Йондоҙҙар» «Бөркөттәр»ҙе саҡ ҡына артта ҡалдырып еңде. Ә инде «Йондоҙ»ло футбол»ды сәхнә «йондоҙ»ҙары – башҡорт һәм татар эстрадаһы артистары дауам итте, рәхәтләнеп бейеп ҡыуандыҡ. ҡыҫҡаһы, шәп проект булды был, артабан да дауам итһен, тип кенә өҫтәргә ҡала.

Лилиә СИРАЕВА.
Юлай КӘРИМОВ фотолары.



Алыш
Уйында ҡатнашыусы күҙлегенән

Бындай уйынды төштә генә күрергә мөмкин. Фидан Ғафаров етәкләгән Айҙар Ғәлимов, Ғәзим Ильясов, Радик Динәхмәтов кеүек билдәле йырсыларҙан торған командаға ҡаршы футбол уйнаясаҡһың, тип бер ай элек берәй күрәҙәсе әйтһә, эсте тырнап көлөр инем, биллаһи. Тик ундай күрәҙәсе булманы, ә уйын булды. Яҙмыштың мәрхәмәте, бүләге тип ҡабул итәйек. Ни тиһәң дә, «йондоҙ»ҙар менән гелән генә ҡосаҡлашып та, этешеп-төртөшөп тә, аяҡ салып өймәкләшеп тә... йөрөп булмай.
Бөтәһе лә беҙҙән шоу көттө. Шунда туп тибеп маташырҙар, шартына килтереп футбол тигән уйын күрһәтерҙәр, майҙанда гол индереп, яһалма һөйөнгән булырҙар, тип өмөтләнде. Бәхеткә күрә, өмөттәре аҡланманы. Ә, киреһенсә, көткән ышаныстары ташып, түгелеп китте.
Уйын алдынан, ун көн элек берҙән-бер күнекмә булды. Үҙ-ара уйнап ҡараныҡ. Шунда уҡ һәм һуңынан уйында ла мине ике нәмә аптыратты һәм һоҡландырҙы: беренсеһе – йырсыларҙың да, журналистарҙың да бер-береһенә асыҡ һәм ихтирамлы булыуы, икенсеһе – йырсыларҙың «туп теле»н арыу уҡ һупалауы (журналистарҙың һәйбәт уйнауын былай ҙа практикала белә инем). Шуға алыштың уйын-шоу ғына булмауын шунда уҡ аңлағайныҡ. ҡул һелтәп ҡараһаң, мәсхәрәгә ҡалыуың да бар ине. «Аргентина – Ямайка» йырындағы кеүек.
Күнекмәлә Айҙар Ғәлимов – Азамат Ғафаров «связка»һы ҡурҡыныс тойолдо, дүрт һөжүмдең икәүһе гол менән тамамланғайны. Һаҡсылары улай уҡ быуынды ҡалтыратырлыҡ түгел ине, Сәғиҙулла менән Зөл­ҡәрнәевтарҙың оҙон аяҡтары ҡамасаулауы бик ихтимал ине, тик беҙҙең һөжүмселәр етеҙерәк күренде. Беҙгә еңеүгә өмөт биргәне – уларҙың тотороҡло ғына ҡапҡасылары булмауы. Ғәзим Ильясовты Илмир Ғәзизуллин да, Сәғиҙулла ла алмаштырып ҡараны, тик ҡапҡалары «тишек» һымаҡ ине... ҡыҫҡаһы, күнекмәнән бер-беребеҙ тураһында ярайһы уҡ мәғлүмәт йыйҙыҡ.
Уйын башҡасараҡ төҫ алды. Тәүге осорҙа беҙ, журналистар, алға киттек. Тиҙ үк өс гол индереп ташланыҡ. Еңеүебеҙгә шик тә юҡ ине. Йырсылар судья ярҙамы менән иҫәпте минимумға тиклем ҡыҫҡартты.
Икенсе осорҙа тренерыбыҙ, билдәле спорт тележурналисы Максим Балобанов, һаҡта бер генә уйынсыны ҡалдырып, барыбыҙға ла алға китергә ҡушты, голдар күберәк булған һайын тамашасыларға күңеллерәк булыр, йәнәһе. Булды булмай ни, шап, үҙебеҙгә – ике гол. Баяғыса уйнап, йәғни ике һөжүмсене алға ебәреп, артта бер ярымһаҡсы һәм ике һаҡсы менән нығынғанда, хәлде яйға һалырға мөмкин булыр ине лә, тик йырсыларҙың баш тренеры Фидан Ғафаров баш әйләнерлек аҙым яһаны – уйын аҙағында алышҡа ике көслө уйынсыны ташланы. Берҙән, ҡапҡаға йылғыр һәм сос Радик Динәхмәтовты ҡуйһа, һөжүмгә, «легионер» тип, Африканан килгән негрҙы майҙанға сығарҙы. Тәүгеһе һеләүһен кеүек осоп килгән һәр тупты тотоп шаҡ ҡатырһа, икенсеһе һәр саҡ һөжүмгә ынтылып торған Айҙар Ғәлимовҡа шәп иптәш булды ла ҡуйҙы. Һөҙөмтә оҙаҡ көттөрмәне, туп тағы ике тапҡыр беҙҙең ҡапҡаны иңләп сыҡты.
Хет Иосиф Кобзон менән Аршавин булмаймы икән, уйын ҡомары, еңеү теләге барыһын да оноттора. Тик йырсылар менән алда һөйләшкән килешеү, йәғни аяҡҡа типмәҫкә, «грубый» уйнамаҫҡа тип алған һүҙ нисектер онотолмай. Ой, еңелә башлағанда аяҡтарына ғына түгел, башҡа урындарына... типке килеп китһә лә, дәғүәселәр менән ҡосаҡлашҡан, публикаға ҡарап йылмайған булаһың.
Уйын аҙағында «йондоҙ»ҙар арыр, бирешер, тип уйлағайныҡ та, тик йырсылар физик йәһәттән бик көслө булып сыҡты – иҫәпте тигеҙләй алманыҡ. Шулай итеп, 6:4 иҫәбенә еңелдек.
Уйын тамамланғас, Азамат Моратов (БСТ-ла хоккей уйындары комментаторы) менән ҡаталар­ҙы сисеп, ялан аяҡ килеш йәшел үләндә тын алып ултырабыҙ.
– Бөгөн футбол, иртәгә – хоккей, – тим, комментаторҙың комментарийына өмөтләнеп.
– Эйе, Астанала Быков менән Хомутов алышы, Омскиҙа Клепиш менән Пережогин һуғышы, – тип ҡуйҙы тележурналист. Дөрөҫ, ҡасандыр данлыҡлы хоккейсы Быков менән Хомутов бер звенола уйнағайны, бөгөн тренер­ҙар. Пережогин, «Салауат Юлаев»та уйнап, Омскиға ҡайтты, ә Клепиш, киреһенсә, «Авангард»тан Өфөгә күсте.
– Бөгөн дә алыш хәтәр булды ла баһа. Пеле менән Марадона көнләшерлек.
– Тағы ла Пушкин менән Лермонтов та булһа...
– Һәм Медведев менән Путин... – рәхәтләнеп көлөштөк. Еңелһәк тә, рәхәт ине беҙгә. Иҫтәлекле ваҡиғаның үҙәгендә ҡайнағаныбыҙҙы аңлай инек шикелле.

Мөнир ҡУНАФИН.

http://www.yeshlek-gazeta.ru/gallery/meropriatia/







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға