«Йәшлек» гәзите » Спорт » Яңы йылды – күтәренке кәйеф менән



27.12.2011 Яңы йылды – күтәренке кәйеф менән

Яңы йылды – күтәренке кәйеф менән
«Салауат Юлаев» командаһы үтеп барған йыл аҙағында көйәрмәндәргә шатлыҡ артынан шатлыҡ бүләк итмәксе, буғай. Быға тиклем уҙған ике осрашыуҙы алғанда, улар ошондай тәьҫорат ҡалдыра. Көнсығыш конференцияһының аҫҡы рәтендә килгән Ново­кузнецкиҙың «Метал­лург»ына буллит серияһында отолоп, уларға ике мәрәй бүләк иткәс, сираттағы уйында «Себер» ҡапҡаһына ете шайба сойорғотто. Бигерәк тә был уңышҡа билдәле һөжүмсе Александр Радулов тос өлөш индерҙе. Ул ике тапҡыр гол индереп, береһендә булышлыҡ итте. Дөйөм иҫәп – 7:4, өфөләр файҙаһына тамамланды. Өйҙәге өсөнсө осрашыуҙа юлаевсылар конференция лидеры Хаба­ровскиҙың «Амур»ын ҡабул итте һәм уларҙы ла 4:2 иҫәбенә отоп, мәрәйҙәр запасын арттыра төштө. Бында ла тиктормаҫ Александр Радулов дәғүәсенең ҡапҡаһын ике тапҡыр баҫты. Ул ғына ла түгел, береһендә гол индереүгә лә булышлыҡ итте. Ошо ике уйындағы күрһәткестән һуң ул КХЛ-дың бомбардирҙар исемлеген етәкләй. Гол + пас системаһы буйынса Александр Радулов 18 шайба индереп, 25-ндә пас бирә.
Хәҙер «Салауат Юлаев» командаһы, 37 уйында 57 мәрәй яулап, үҙ конференцияһында алтынсы урынға сыҡты. Бөгөн Венер Сафиндың тәрбиәләнеүселәре йәнә «Амур»ға ҡаршы һынау тотасаҡ. 30 декабрҙә улар «Барыҫ» менән осраша. Ә инде яңы йылда өфөләр тик 12 ғинуарҙа ғына боҙға сығасаҡ. Улар ял иткәндә, башҡа командалар 3 ғинуарҙа уҡ көс һынашырға тотонасаҡ. Юлаев­сыларҙың ялының сәбәбе – башҡаларға ҡарағанда алдан күберәк уйын уҙғарыуы.

А. ИШМӨХӘМӘТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға