22.11.2011 Барыһын да Көс хәл итте
“Спорт державаһы” балалар белем биреү спорт программаларын үҫтереүсе милли фонды менән хеҙмәттәшлектә үткәрелгән сараға төрлө йәштәге халыҡ күп килде. Уларҙан йыйылған аҡса физик культураны һәм мөмкинлектәре сикләнгән балалар, шул иҫәптән ишетмәүселәр спортын үҫтереүгә йүнәлтелә.
Бәйге 93 килограмдан ашыу ауырлыҡ категорияһындағыларҙың “M-1 Selection” гран-прийы менән башланып китте. Ауырлыҡтары 100 килограмдан артып киткән ун көрәшсенең һуғышы ҡаты үтте. Рингының төрлө яғынан спортсылар өсөн янып-көйөүселәр был мәлдә әйтеп бөтөрә алмаҫлыҡ тойғолар кисерҙе. Ике бәһлеүәндең, ҡул менән һуғып, аяҡ менән тибеп ҡалмай, ә тороп та, ятып та, бер-береһен ҡанға туҙҙырғансы туҡмашыуын ҡарауы нервылары көсһөҙҙәр өсөн түгел ине. Ошо тиклем ҙур бәһлеүәндәрҙең ҡайһы берҙәренең үтә йылғыр булыуы күптәрҙе һоҡландырҙы. Уҙғарылған биш көрәштең дүртәүһе беренсе раундта уҡ нокаут, ауыртыулы йә быуыусы алымдар менән тамамланды.
Артабан турнир 93 килограмға тиклем дүрт ауырлыҡ категорияһында дауам итте. 8 − 10 йәштәр генә самаһындағы малайҙарҙың өлкәндәргә ҡушылып ҡысҡырып ҡына ҡалмай, ә был мәлдә дәғүәсене еңер өсөн ниндәй алым кәрәклеген әйтеүе лә аптыратты. “Өсмөйөш эшлә!” – тип улар барыһы менән бер рәттән рингылағылар өсөн янып-көйҙө. Рәсәй спортсыһы Эрик Оганов һәм АҡШ-тан Даниэль Мадридтың һуғышы ысын шоуға әйләнде. Ике раундҡа һуҙылған бәйге барышында тамашасылар тынманы, үҙебеҙҙең спортсы өсөн борсолоп, берсә утта янды, берсә һыуға төштө. Шуға ла Эрик Оганов һуңынан: “Был − һеҙҙең менән минең еңеүем! Рәхмәт, Өфө!” – тип белдерҙе.
Үкенескә күрә, чемпионат йәрәхәтһеҙ үтмәне. Көсөргәнешле көрәш ваҡытында Белоруссиянан Артем Дамковский Хорватиянан Антун Рачичты күтәреп, рингының иҙәненә һуҡты. Һөҙөмтәлә Хорватияның йәш спортсыһы, йәрәхәт алып, иҫен юғалтты. Ләкин носилкаға ятаһы урынға ул ҡабаттан аяғына баҫты һәм, ауыртыуҙарына түҙергә тырышып, рингынан үҙе атлап төштө. Бының менән ул үҙенең ысын көрәшсе булыуын тағы ла бер тапҡыр иҫбатланы.
Ярыштың иң көсөргәнешле ваҡыты уның аҙағына тура килде. “M – 1 Challenge” чемпионы, һуғыш самбоһы буйынса ике тапҡыр донъя чемпионы Дмитрий Самойлов һәм Американың һигеҙ мөйөшлө рингы легендаһы, универсаль көрәш буйынса донъя чемпионы, Бразилия джиу-джитсыһы буйынса ҡара билбау эйәһе Марио Миранданың һуғышы чемпионатҡа яҡшы йомғаҡ булды. Еңеүҙе икенсе раундта АҡШ спортсыһы яуланы.
Самат ҡОТЛОЕВ.