19.11.2011 Башҡорт егете Лос-Анджелес майҙанын яулай
Беҙҙең Башҡортостан спортсылары үҙҙәрен ҡайҙа ғына күрһәтмәй – ул илебеҙ киңлектәре булһынмы, ул Европа илдәреме, хатта океан аръяғына барып та, уңыш ҡазанғандары етерлек. Нисек ғорурланмайһың инде улар менән! Тимур Кәримов та тап шундайҙарҙан.
Ул 1987 йылда Өфөлә тыуған. 1993 йылда районыбыҙҙың Таһир мәктәбенә уҡырға барған. Тиҙҙән ғаиләләре Сибай ҡалаһына күсенә. Үҫмер 1998 йылда Батыр Йәндәүләтов етәкселегендәге “ҡара аждаһа” спорт клубына йөрөй башлай. Баш ҡалабыҙ Өфөлә 2000 йылда үткән иркен стилле һуғыштар буйынса республика чемпионатында беренсе урын алыуы, миҙал һәм грамоталар менән бүләкләнеүе күңелен үҫтерә Тимурҙың. 2002 йылдан алып ниндзюцу буйынса һуғышыу оҫталығы фестивалдәрендә өс тапҡыр рәттән беренсе урынға лайыҡ була. 2003 йылдан японса ниндзюцу һәм ушу буйынса тренер булып китә.
Уның еңеүҙәренә ҡараш ташлаһаң, тай боксы буйынса Башҡортостандың Асыҡ кубогында (2004 йылда) – өсөнсө урын, шул уҡ ваҡытта Воронежда үткән ушу-циньда буйынса Рәсәй кубогына турнирҙа беренсе урын алып, илебеҙҙең иң яҡшы биш спортсыһы исемлегенә инеүен иғтибарһыҙ ҡалдырыу мөмкинме? Мәктәпте тик яҡшы билдәләргә генә тамамлап, БДУ-ның Сибай институтының юридик факультетына уҡырға ла инергә өлгөрә. 2006 йылда ушу буйынса Рәсәйҙең Волга буйы федераль округы беренселегенә чемпионатта беренсе урынды яулай. Ниһайәт, быйыл 10 сентябрҙә Лос-Анджелеста үткән кунг-фу буйынса донъя чемпионатында – беренсе, 15 – 18 сентябрҙә Аргентинала кунг-фу буйынса донъя кубогына ярышта призлы урындарға эйә була.
Тырыш егет уҡыуҙа ла гел алдынғылар рәтендә килә, гражданлыҡ хоҡуғы буйынса фәнни-ғәмәли конференцияларҙа, “Студент яҙы”, “Иң яҡшы студент” конкурстары еңеүсеһе була.
2008 йылдан Өфөлә йәшәй, юрист булып эшләй, БДУ-ла аспирантурала уҡый. Былтыр йәш ғалимдарға бирелгән Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте грантына лайыҡ булды. Үҙенең “Прайд” исемле спорт мәктәбен асҡан. Республикабыҙҙың Ушу федерацияһының баш секретары.
Күптән түгел Тимур Кәримов менән аралашыу, Лос-Анджелеста һәм Аргентинала үткән ҙур сараларҙан тәьҫораттары менән уртаҡлашыу мөмкинлеге тейҙе.
– Сәфәребеҙ «Өфө – Мәскәү» поезында башланды. Мәскәү – Лос-Анджелес маршрутындағы осош минең өсөн ҡыуаныслы булды. Сөнки беҙ Рәсәйҙең билдәле кино “йондоҙ“ҙары менән бер самолетта остоҡ. Вашингтон ҡалаһында икенсе самолетҡа ултырҙыҡ. Фәрештәләр ҡалаһы Лос-Анджелес – донъя кимәлендәге мәҙәниәт, фән, иҡтисад, мәғариф, күңел асыу индустриялары үҙәктәренең береһе һанала. Халыҡ-ара фестиваль һәм халыҡ-ара кунг-фу ассоциацияһына 30 йыл тулыуға арналған чемпионатта Тайвань, ҡытай, Венгрия, Италия, Аргентина, АҡШ һ.б. илдәрҙән ҡатнашыусылар булды. Лос-Анджелес ҡалаһы миңә бик оҡшаны. Унан 11 саҡрым арала урынлашҡан танылған Голливуд районы ҡаланың иң күренекле урыны һанала. Универсаль киностудиялар, Дан аллеяһы, «Йондоҙҙар» аллеяһы, бигерәк тә студиялар буйлап сәйәхәт онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы.
Артабан Лос-Анджелестан Аргентинаның Мендоса ҡалаһына остоҡ. Донъя кубогына ярыштар бик юғары кимәлдә үтте. Сығыштар ете балаҫта ойошторолдо. Унда мин Рәсәй йыйылма командаһы составында сығыш яһаным һәм, ҙур уңыштарға ирештек, тип әйтә алам. Үҙем “катана” бүлегендә – беренсе, “саньда”ла – икенсе һәм “нунчаки” бүлегендә өсөнсө урын яуланым. Донъя кубогында АҡШ, Венгрия, ҡытай, Аргентина, Әрмәнстан, Тайвань, Корея, Чили, Испаниянан командалар ҡатнашты. Чемпионаттан һуң Аргентина буйлап сәйәхәт ойошторолдо.
Ғөмүмән, сәфәрҙән тик ыңғай тәьҫораттар ғына алып ҡайттым, – тип ҡыуанысы менән бүлеште ул.
Айгөл ИҘЕЛБАЕВА.