15.11.2011 Биләлетдиновтың тәүге сирҡанысы шәп булды
Рәсәй йыйылма командаһы хоккейсылары яңы «баш» етәкселегендә тәүге турнирҙа еңеү яулап, уңышлы башланғысҡа нигеҙ һалды. Зиннәтулла Биләлетдиновтың тәрбиәләнеүселәре Евротурҙың беренсе этабында башта турнир хужалары − Финляндия командаһын буллит серияһында 2:1 иҫәбенә, Швецияны − 4:1 һәм Чехия хоккейсыларын 2:1 иҫәбенә отто.
Бигерәк тә был бәйгелә «Салауат Юлаев»тан алынған берҙән-бер уйынсы Александр Радулов еңеүгә тос өлөш индерҙе. Ул һәр уйында ла гол индереп, турнирҙың иң яҡшы уйынсыһы исеменә эйә булды.
Ошо ҡыҫҡа ғына тәнәфестән һуң, «Салауат Юлаев» хоккейсылары КХЛ беренселеге уйындарын ситтәге осрашыуҙан башлаясаҡ.
Өфө егеттәре бөгөн Түбәнге Камала «Нефтехимик» менән осрашһа, 17 ноябрҙә Мәскәүҙә урындағы «Динамо» менән уйнай, 19-ында «Торпедо»ға ҡаршы сығасаҡ.